Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ шағиры “Хазина” өләшә
Халыҡ шағиры “Хазина” өләшә— Шағир хазина өләшә, хазина! — тигән хәбәр баш ҡалабыҙҙа йәшен тиҙлеге менән таралды.
Бындай мөмкинлекте күрәләтә ҡулдан ысҡындырырға ярамай, тинем дә шул урынға саптым.
Республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры халыҡ менән шығырым тулған. Ҡомартҡынан буш ҡалмайым тип, сараның илаһи минуттары башланыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр. Был заманда байлығын йәлләмәгән, кешелеккә йомарт бүлешеүсе кем тиһегеҙме? Барыһын да ҡыҙыҡһындырырлыҡ нимә өләшәләр һуң унда? Ҡиммәтле биҙәүестәр ҙә, затлы кейемдәр ҙә таратмайҙар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Хазина” поэмаһын сәхнәләштерәләр икән. Алтын-мәрйендәрең ары торһон!
Хәҙерге йәштәрҙе матди байлыҡ күберәк ҡыҙыҡһындыра тигән фекер йыш яңғырай. “Хазина” шиғри спектаклен ҡарағандан һуң, халҡыбыҙҙың киләсәгенә, уның рухи байлығына битараф түгел йәштәр барлығы тойолдо.
Халыҡ шағиры “Хазина” өләшәПоэманы сәхнәләштергән йәш артистар — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының уйнауын күрһәгеҙсе! Шиғри юлдарҙы яттан һөйләп кенә ҡалмай, һәр һүҙҙе йөрәктән үткәреп тамашасыға еткереүҙәре үҙе ни тора! Бындайыраҡ спектаклдәр театр сәхнәләрендә һирәк осрай. Уны бер төрлөрәк, ялыҡтырғыс тип уйлаусы ла барҙыр. Фекерегеҙҙе кире яҡҡа борорға теләйем. Йәштәрҙең күңеленә хуш килерлек халыҡ, шулай уҡ рэп стилендәге йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә етерлек. Бының өсөн, әҫәрҙең авторынан тыш, уның режиссеры — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичеваға рәхмәт һүҙен әйтергә кәрәк.
Рауил Бикбаев шиғриәтенең шундай үҙенсәлеге бар: бер әҫәрендә генә әллә күпме проблема сағыла. “Хазина” поэмаһында ла улар бихисап. Ғәҙел сәйәсәт, тарихи ысынбарлыҡ, әҙәп-әхлаҡ, туған телгә һәм илгә тоғролоҡ, милләттең киләсәге, кешелеклелек кеүек төшөнсәләр үҙәккә ҡуйыла. “Хазина”ны ҡарағанда йөрәкте семетеп алған урындар аҙ булманы.
“...Күңелемә тынғы бирмәй,
Ҡаҙалғандай йәнгә бер сөй.
Мине тәүге башҡорттан да
Һуңғы башҡорт нығыраҡ
борсой”.
Ошо юлдарға ғына ла күпме мәғәнә һалынған! Милләттәштәргә берләшеү, яҡты киләсәк өсөн алға ынтылыу, кәмселеккә төшөрөрҙәй ғәҙәттәрҙән арыныу хаҡында оран һала түгелме? Тормошҡа бүтән күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә. Төп байлығыбыҙ — нәҫел ебебеҙҙе белеүҙә, ти шағир. Шәжәрә, тимәк, үткәнде, сал тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың булмышын, уның рухи байлығын онотмауҙа.
Тамаша тамамланғас та халыҡ таралырға ашыҡманы, аяғүрә баҫып, көслө алҡышлау менән авторҙы сәхнә түренә саҡырҙы. Беҙгә “Хазина” бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, тигәндәй, ҡул сабыуҙар оҙаҡ тынманы. Эйе, ысынлап та, хазина өләште Шағир. Республикабыҙҙың һәр кешеһенә тейһен ине унан өлөш.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779