— Шағир хазина өләшә, хазина! — тигән хәбәр баш ҡалабыҙҙа йәшен тиҙлеге менән таралды.
Бындай мөмкинлекте күрәләтә ҡулдан ысҡындырырға ярамай, тинем дә шул урынға саптым.
Республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры халыҡ менән шығырым тулған. Ҡомартҡынан буш ҡалмайым тип, сараның илаһи минуттары башланыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр. Был заманда байлығын йәлләмәгән, кешелеккә йомарт бүлешеүсе кем тиһегеҙме? Барыһын да ҡыҙыҡһындырырлыҡ нимә өләшәләр һуң унда? Ҡиммәтле биҙәүестәр ҙә, затлы кейемдәр ҙә таратмайҙар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Хазина” поэмаһын сәхнәләштерәләр икән. Алтын-мәрйендәрең ары торһон!
Хәҙерге йәштәрҙе матди байлыҡ күберәк ҡыҙыҡһындыра тигән фекер йыш яңғырай. “Хазина” шиғри спектаклен ҡарағандан һуң, халҡыбыҙҙың киләсәгенә, уның рухи байлығына битараф түгел йәштәр барлығы тойолдо.
Поэманы сәхнәләштергән йәш артистар — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының уйнауын күрһәгеҙсе! Шиғри юлдарҙы яттан һөйләп кенә ҡалмай, һәр һүҙҙе йөрәктән үткәреп тамашасыға еткереүҙәре үҙе ни тора! Бындайыраҡ спектаклдәр театр сәхнәләрендә һирәк осрай. Уны бер төрлөрәк, ялыҡтырғыс тип уйлаусы ла барҙыр. Фекерегеҙҙе кире яҡҡа борорға теләйем. Йәштәрҙең күңеленә хуш килерлек халыҡ, шулай уҡ рэп стилендәге йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә етерлек. Бының өсөн, әҫәрҙең авторынан тыш, уның режиссеры — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичеваға рәхмәт һүҙен әйтергә кәрәк.
Рауил Бикбаев шиғриәтенең шундай үҙенсәлеге бар: бер әҫәрендә генә әллә күпме проблема сағыла. “Хазина” поэмаһында ла улар бихисап. Ғәҙел сәйәсәт, тарихи ысынбарлыҡ, әҙәп-әхлаҡ, туған телгә һәм илгә тоғролоҡ, милләттең киләсәге, кешелеклелек кеүек төшөнсәләр үҙәккә ҡуйыла. “Хазина”ны ҡарағанда йөрәкте семетеп алған урындар аҙ булманы.
“...Күңелемә тынғы бирмәй,
Ҡаҙалғандай йәнгә бер сөй.
Мине тәүге башҡорттан да
Һуңғы башҡорт нығыраҡ
борсой”.
Ошо юлдарға ғына ла күпме мәғәнә һалынған! Милләттәштәргә берләшеү, яҡты киләсәк өсөн алға ынтылыу, кәмселеккә төшөрөрҙәй ғәҙәттәрҙән арыныу хаҡында оран һала түгелме? Тормошҡа бүтән күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә. Төп байлығыбыҙ — нәҫел ебебеҙҙе белеүҙә, ти шағир. Шәжәрә, тимәк, үткәнде, сал тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың булмышын, уның рухи байлығын онотмауҙа.
Тамаша тамамланғас та халыҡ таралырға ашыҡманы, аяғүрә баҫып, көслө алҡышлау менән авторҙы сәхнә түренә саҡырҙы. Беҙгә “Хазина” бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, тигәндәй, ҡул сабыуҙар оҙаҡ тынманы. Эйе, ысынлап та, хазина өләште Шағир. Республикабыҙҙың һәр кешеһенә тейһен ине унан өлөш.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ