Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙон булһын тиһәң ғүмерең
“Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада театры 25 йыл рәттән тамашасыға күңелле ял сәғәттәре бүләк итә. Төркөмдө ойоштороусы һәм уның етәксеһе – Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтович исеме менән дә билдәле булған Вәлит Илембәтов. “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр”ҙең концерттары спектаклдәрҙән алынған өҙөктәр, үтә ҡыҙыҡлы, мәҙәк һәм ҡыҙғаныс күренештәр, эс ҡатырғыс пародиялар, интермедияларҙан тора. Флорид Бүләковтың “Өс мушкетер һәм ҡарт Ғәли” тигән спектакленән күмәк күренеш, “Мал врачы”, “Игеҙәктәр”, “Өс таған”, “Әбейҙәр”, “Зәңгәр шәлле Ғәлиәбаныу”, “Еҙнәкәй”… Һанай китһәң, уларҙың исемлеге икһеҙ-сикһеҙ!

“Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр”ҙең тәүге солистары – Ҡыҙыҡ ролен башҡарған Вәлит Илембәтов һәм Мәҙәкте уйнаған Фәрүәз Мөхәмәтшин. Был дуэт заманында бик популяр һанала. Улар сәхнәнән генә түгел, “зәңгәр экран”дан да халыҡ күңелен күтәрә. Һуңынан Мәҙәк алмашына. Уны С. Ҡус­ҡар­баев, Т. Әхмәтйәнов уйнай. В. Илембәтов, Ф.Мөхәмәтшин һәм С. Ҡусҡар­баев бергә тупланып, “Бер Ҡыҙыҡҡа – ике Мәҙәк” булып та йөрөй. Ә 2002 йылда мәҙәктәр хатта дүртәү булып китә, төркөм “Бер Ҡыҙыҡҡа – дүрт мәҙәк” тип атала башлай. 2004 йылда, мәҙәктәр һигеҙгә еткәс, уға “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” тигән исем ҡушыла. Бөгөн Зөлфиә Әхмәтова, Ғәлиә Тимербулатова, Фаяз Йәнтүрин, Хәмит Теләмов тамашасы күңелен күтәрә, бәғзеләрҙең кәмселектәрен аса, әсе көлә.
“Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” йыл һайын тамашасы­ларҙы яңы программа менән ҡыуандырып тора. Һуңғы йылдарҙа ғына “Алға табан артҡа барғанда”, “Зәңгәр шәлле Ғәлиәбаныу” кеүек мәрәкә программалар ҡу­йылды. Һәр тамашала артистар йәмғиә­тебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе фашлай, кеше мөнәсәбәттәрен сатира һәм юмор аша уңышлы күрһәтә.
Уйын-көлкөгә, ҡыҙыҡ-мәҙәккә бай тамаша­ға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Белешмә өсөн телефон: 250-77-42.



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782