Оҙон булһын тиһәң ғүмерең18.11.2015
“Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада театры 25 йыл рәттән тамашасыға күңелле ял сәғәттәре бүләк итә. Төркөмдө ойоштороусы һәм уның етәксеһе – Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтович исеме менән дә билдәле булған Вәлит Илембәтов. “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр”ҙең концерттары спектаклдәрҙән алынған өҙөктәр, үтә ҡыҙыҡлы, мәҙәк һәм ҡыҙғаныс күренештәр, эс ҡатырғыс пародиялар, интермедияларҙан тора. Флорид Бүләковтың “Өс мушкетер һәм ҡарт Ғәли” тигән спектакленән күмәк күренеш, “Мал врачы”, “Игеҙәктәр”, “Өс таған”, “Әбейҙәр”, “Зәңгәр шәлле Ғәлиәбаныу”, “Еҙнәкәй”… Һанай китһәң, уларҙың исемлеге икһеҙ-сикһеҙ!
“Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр”ҙең тәүге солистары – Ҡыҙыҡ ролен башҡарған Вәлит Илембәтов һәм Мәҙәкте уйнаған Фәрүәз Мөхәмәтшин. Был дуэт заманында бик популяр һанала. Улар сәхнәнән генә түгел, “зәңгәр экран”дан да халыҡ күңелен күтәрә. Һуңынан Мәҙәк алмашына. Уны С. Ҡусҡарбаев, Т. Әхмәтйәнов уйнай. В. Илембәтов, Ф.Мөхәмәтшин һәм С. Ҡусҡарбаев бергә тупланып, “Бер Ҡыҙыҡҡа – ике Мәҙәк” булып та йөрөй. Ә 2002 йылда мәҙәктәр хатта дүртәү булып китә, төркөм “Бер Ҡыҙыҡҡа – дүрт мәҙәк” тип атала башлай. 2004 йылда, мәҙәктәр һигеҙгә еткәс, уға “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” тигән исем ҡушыла. Бөгөн Зөлфиә Әхмәтова, Ғәлиә Тимербулатова, Фаяз Йәнтүрин, Хәмит Теләмов тамашасы күңелен күтәрә, бәғзеләрҙең кәмселектәрен аса, әсе көлә.
“Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” йыл һайын тамашасыларҙы яңы программа менән ҡыуандырып тора. Һуңғы йылдарҙа ғына “Алға табан артҡа барғанда”, “Зәңгәр шәлле Ғәлиәбаныу” кеүек мәрәкә программалар ҡуйылды. Һәр тамашала артистар йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе фашлай, кеше мөнәсәбәттәрен сатира һәм юмор аша уңышлы күрһәтә.
Уйын-көлкөгә, ҡыҙыҡ-мәҙәккә бай тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Белешмә өсөн телефон: 250-77-42.