Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәлә “бер муҡса аҡса” бүлешәләр
Сәхнәлә  “бер муҡса аҡса” бүлешәләр 19, 20 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында яңы премьера көтөлә. Милли драматургиябыҙҙа әүҙем эшләгән үҙенсәлекле яҙыусы Мөҙәрис Багаевтың “Аҡса булһа бер муҡса” музыкаль комедияһы хаҡында һүҙебеҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина менән әңгәмәбеҙ – яңы премьера хаҡында.
– Гөлшат, һине яңы ижади миҙ­гел менән ҡотлайым. Уны бик ҡыҙыҡлы башлап ебәр­ҙе­геҙ. Баш­ҡорт труппаһы Учалы, Әбйәлил, Күгәрсен яҡтарына барып ҡайтты, Ҡазанды ла ураны. Ә хәҙер инде дәртләнеп яңы премьераға әҙер­ләнә.
– Ҡотлау өсөн ҙур рәхмәт! Театр артистарының ғүмере ижади миҙгел­дәрҙән тора тип әйтер инем, шуға күрә һәр береһен ашҡынып көтәбеҙ. Ә инде 26-сыһы, ысынлап та, сағыу булыр тип ышанабыҙ. Та­маша­сылары­быҙҙы яңы спектаклдәр, ижади осрашыуҙар менән ҡыуандыр­маҡсыбыҙ.
Әле көндәр буйы йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, сөнки Мөҙәрис Багаевтың “Аҡса булһа бер муҡса” музыкаль комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләнәбеҙ. Режиссеры – Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы Азат Йыһаншин, ком­позиторы – Ришат Сәғитов, рәс­самы – Альберт Нестеров, хореографы – Сулпан Асҡарова. Кос­тюмдар­ҙы рәссам Альбина Жерлицына менән бергә әҙерлә­неләр. Бик күңелле тамаша бул­маҡсы. Иң мөһиме – барыбыҙ ҙа тере тауыш менән спектакль өсөн махсус булды­рылған милли музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылып йырлаясаҡбыҙ. Беҙҙең өсөн был ҡыуаныслы, сөнки башҡарыу кимәле камиллаша. Тамашасыға ла фонограмма түгел, ә ысын моң бүләк итәсәкбеҙ.
– Комедияла иркә, шаян бай ҡыҙы Сөмбөләне башҡараһың, беле­үемсә?
– Сөмбөлә образын Алтынай Хамматова менән бергә сыға­рабыҙ. Минең өсөн был героиняны уйнау ҡыйын түгел, сөнки театрҙа 18 йыл эшләгән дәүеремдә, бәхетемә күрә, төп ролдәрҙе күп башҡарҙым. Улар араһында төрлө героинялар булды – Диләфрүз, Ғилмияза, Агазия, Йәми­ләләр, Лариса... Алтынай ҙа күңелен биреп, бик етди әҙерләнә. Спектакль театрға яңы килгән йәштәр өсөн ҙур ижади баҫҡыс булыр, тип уйлайым, сөнки бығаса уйналмаған образдарҙы сәхнәләштерәсәктәр. Миңә иһә тамаша үҙенең тарихи нигеҙе, халыҡсанлығы менән оҡшай.
– Ролдәрҙе кемдәр башҡары­уын да әйтеп китһәң...
– Спектаклдә башҡорт труппа­һы­ның бар артистары тиерлек ҡатнаша: Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Мәғәфүр Усманов, рес­публикабыҙ­ҙың атҡаҙанған артистары Нәғим Нурғәлин, Илсур Хә­биров, йырҙары менән эстрадала ла танылыу яулаған Баш­ҡорт­­остандың атҡаҙанған ар­тис­тары Венер Камалов, Гүзәл Әйү­пова, Илнур Лоҡманов, баш­ҡорт труп­паһының төп көстәре Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллин, Шәһит Хамматов, Гөлбинә Сафуанова, Зөлфәр Әхмәтов, Салауат Юлдашбаев, Илгиз Таһи­ров, йәш актерҙар Алтынай Хамматова, Илнур Сәлим­гәрәев, Ләйсән Лоҡманова, Гөлнара Сабитова.
– Гөлшат, был миҙгел яңы матур ролдәр, үҙеңдең яңы концерт программаң менән дә тамашасы иҫендә ҡалһын тип теләйек!
– Ҙур рәхмәт. Барыһын да премьерала көтөп ҡалабыҙ! Киле­геҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Зөһрә БУРАҠАЕВА,
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәби
бүлек мөдире.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782