19, 20 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында яңы премьера көтөлә. Милли драматургиябыҙҙа әүҙем эшләгән үҙенсәлекле яҙыусы Мөҙәрис Багаевтың “Аҡса булһа бер муҡса” музыкаль комедияһы хаҡында һүҙебеҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина менән әңгәмәбеҙ – яңы премьера хаҡында.– Гөлшат, һине яңы ижади миҙгел менән ҡотлайым. Уны бик ҡыҙыҡлы башлап ебәрҙегеҙ. Башҡорт труппаһы Учалы, Әбйәлил, Күгәрсен яҡтарына барып ҡайтты, Ҡазанды ла ураны. Ә хәҙер инде дәртләнеп яңы премьераға әҙерләнә.
– Ҡотлау өсөн ҙур рәхмәт! Театр артистарының ғүмере ижади миҙгелдәрҙән тора тип әйтер инем, шуға күрә һәр береһен ашҡынып көтәбеҙ. Ә инде 26-сыһы, ысынлап та, сағыу булыр тип ышанабыҙ. Тамашасыларыбыҙҙы яңы спектаклдәр, ижади осрашыуҙар менән ҡыуандырмаҡсыбыҙ.
Әле көндәр буйы йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, сөнки Мөҙәрис Багаевтың “Аҡса булһа бер муҡса” музыкаль комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләнәбеҙ. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин, композиторы – Ришат Сәғитов, рәссамы – Альберт Нестеров, хореографы – Сулпан Асҡарова. Костюмдарҙы рәссам Альбина Жерлицына менән бергә әҙерләнеләр. Бик күңелле тамаша булмаҡсы. Иң мөһиме – барыбыҙ ҙа тере тауыш менән спектакль өсөн махсус булдырылған милли музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылып йырлаясаҡбыҙ. Беҙҙең өсөн был ҡыуаныслы, сөнки башҡарыу кимәле камиллаша. Тамашасыға ла фонограмма түгел, ә ысын моң бүләк итәсәкбеҙ.
– Комедияла иркә, шаян бай ҡыҙы Сөмбөләне башҡараһың, белеүемсә?
– Сөмбөлә образын Алтынай Хамматова менән бергә сығарабыҙ. Минең өсөн был героиняны уйнау ҡыйын түгел, сөнки театрҙа 18 йыл эшләгән дәүеремдә, бәхетемә күрә, төп ролдәрҙе күп башҡарҙым. Улар араһында төрлө героинялар булды – Диләфрүз, Ғилмияза, Агазия, Йәмиләләр, Лариса... Алтынай ҙа күңелен биреп, бик етди әҙерләнә. Спектакль театрға яңы килгән йәштәр өсөн ҙур ижади баҫҡыс булыр, тип уйлайым, сөнки бығаса уйналмаған образдарҙы сәхнәләштерәсәктәр. Миңә иһә тамаша үҙенең тарихи нигеҙе, халыҡсанлығы менән оҡшай.
– Ролдәрҙе кемдәр башҡарыуын да әйтеп китһәң...
– Спектаклдә башҡорт труппаһының бар артистары тиерлек ҡатнаша: Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов, республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, йырҙары менән эстрадала ла танылыу яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Венер Камалов, Гүзәл Әйүпова, Илнур Лоҡманов, башҡорт труппаһының төп көстәре Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллин, Шәһит Хамматов, Гөлбинә Сафуанова, Зөлфәр Әхмәтов, Салауат Юлдашбаев, Илгиз Таһиров, йәш актерҙар Алтынай Хамматова, Илнур Сәлимгәрәев, Ләйсән Лоҡманова, Гөлнара Сабитова.
– Гөлшат, был миҙгел яңы матур ролдәр, үҙеңдең яңы концерт программаң менән дә тамашасы иҫендә ҡалһын тип теләйек!
– Ҙур рәхмәт. Барыһын да премьерала көтөп ҡалабыҙ! Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!
Зөһрә БУРАҠАЕВА,
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәби
бүлек мөдире.