Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ – китаплы халыҡ
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “Автографтар көнө” үткәреүе күркәм йолаға әүерелде. Ул быға тиклем ошо нәшриәттең китап магазинында була торғайны, хәҙер офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә. Күптән түгел “Китап” был сараны Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә ойошторҙо.


Кисә Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Факиһа Туғыҙ­бае­ваның “Беҙ – китаплы халыҡ” тигән шиғыры менән асылды:
Яҙыусыға тыуған йорттай
Нәшриәт ул – изге йорт:
Ҙур тормошҡа сыға әҙип,
Уның оло фатихаһын –
Затлы китабын – тотоп.
Был йортҡа инәм шатланып:
Заман менән тиң атлап,
Изге ниәт, уйҙар менән
Сығара иманлы китап,
Һәр беребеҙгә атап.
Ошо хаҡта хыялланған
Туған халҡым борондан:
Донъяға доғалай һүҙе
Таш китапҡа ырылған.
Нәшерсене ололап, мин
Ҡайтам әлмисаҡтарға.
Ғалиҙәр ғаләмгә һүҙен
Яҙған туҙ китаптарға.
Заман таный китаптарҙан
Тарихты һәм үҙ йөҙөн.
Беҙ – китаплы халыҡ, тимен,
Өйрәнәм китап һүҙен.
Ул һүҙҙәрҙә – аҡыл, ғилем,
Ул һүҙҙә – йөрәк хисе.
Үҙ яҙмышын үҙе яҙған
Халыҡ ҡына бик көслө.
Рухиәт байрамының сәбәпсе­ләре булған биш авторҙы һәм йыйылған халыҡты Милли китапхана директоры Айгөл Моратова сәләмләне.
– Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа килгән әҙиптәрҙең китаптары Әҙәбиәт йылында донъя күрҙе. Был ике­ләтә ҡыуаныслы. Беҙ “Китап” нәшриәте менән тығыҙ бәйлә­неш тотабыҙ. Мәҫәлән, һәр бе­реһе 1000, 2000 дана тираж менән 100 исемдәге китап сыға икән, беҙ уларҙы республикабыҙ китапханаларына таратыуҙы нәш­риәт менән берлектә башҡа­рабыҙ, – тип яңы йыйынтыҡ­та­рын алып ҡыуанған авторҙарға уңыштар теләне ул. “Янған ат­тар” романын яҙған Фәрзәнә Аҡбулатова, “Йәйге селлә” повесын ижад иткән Нияз Алсынбаев, “Эй ғүмер юлдары” китабы менән уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған Рәлис Ураҙғолов, “Төн­гө усаҡ” тигән шиғри йыйынтығы менән күңелдәрҙе нурлаған Да­мир Шәрәфетдинов, бөтөп бар­ған ауылдарҙы “Йәнем рәхәте” әҫәрендә тергеҙгән Зөфәр То­лом­ғужин тәбрикләнде “Автог­рафтар көнө”ндә.
– Әҙәбиәт йылында әҙәбиәткә һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына ҙур иғти­бар бирҙек, – тине “Китап” нәш­риәтенең директоры Илһам Йән­дәүләтов. – Әлбиттә, китап сығарыуы еңел түгел. Ҡулъяҙ­малар әҙәби секциялар, худсовет аша үтә. Нәшриәткә тәҡдим ителгәндәре лә, ҡайтанан эшләү өсөн авторға кире ҡайтарыл­ғандары ла бихисап. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең өсөн иң мө­һиме – китап уҡыусылар. Беҙ уларҙың зауығын ҡандырырҙай әҫәрҙәрҙе нәшер итергә тыры­шабыҙ. Китапты автор тыуҙыра, нәшриәт баҫып сығара, китапхана халыҡҡа тарата, уҡыусы­лар күңеленә хуш килгәнен һай­лай. Ошо дүрт таған тарҡал­маһын, бергә булайыҡ!
Илһам Йәндәүләтов тама­ша­сыларҙы “Башҡортостан” дәү­ләт концерт залында 19 ноябрҙә үтәсәк китап байрамына са­ҡырҙы. Унда “Йәштәр тауышы” серияһында донъя күргән баҫ­ма­ларҙың исем туйы була, шулай уҡ “Китап” нәшриәте ойош­торған әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы Ринат Камал, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, ғалим Зәки Әлибаев ҡатнашты. Уларҙың ки­таптарға ҡарата йылы тойғо­лары авторҙарға илһам дәрте бөрккәндер, моғайын.
Нияз Алсынбаевтың Бөрйән районында төшөрөлгән “Алпамыша” тигән документаль филь­мы ла күңелдәргә хуш килде.
Осрашыу барышында тамашасылар шағир-яҙыусыларға һорауҙар бирҙе, һуңынан автографлы китаптарын алып ҡы­уанды. “Китап” нәшриәте менән Милли китапхана ҙур эш баш­ҡара. Бындай осрашыуҙар би­герәк тә студенттар өсөн – үҙе бер дәреслек, ижади лаборатория ул.



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779