Беҙ – китаплы халыҡ17.11.2015
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “Автографтар көнө” үткәреүе күркәм йолаға әүерелде. Ул быға тиклем ошо нәшриәттең китап магазинында була торғайны, хәҙер офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә. Күптән түгел “Китап” был сараны Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә ойошторҙо.
Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның “Беҙ – китаплы халыҡ” тигән шиғыры менән асылды:
Яҙыусыға тыуған йорттай
Нәшриәт ул – изге йорт:
Ҙур тормошҡа сыға әҙип,
Уның оло фатихаһын –
Затлы китабын – тотоп.
Был йортҡа инәм шатланып:
Заман менән тиң атлап,
Изге ниәт, уйҙар менән
Сығара иманлы китап,
Һәр беребеҙгә атап.
Ошо хаҡта хыялланған
Туған халҡым борондан:
Донъяға доғалай һүҙе
Таш китапҡа ырылған.
Нәшерсене ололап, мин
Ҡайтам әлмисаҡтарға.
Ғалиҙәр ғаләмгә һүҙен
Яҙған туҙ китаптарға.
Заман таный китаптарҙан
Тарихты һәм үҙ йөҙөн.
Беҙ – китаплы халыҡ, тимен,
Өйрәнәм китап һүҙен.
Ул һүҙҙәрҙә – аҡыл, ғилем,
Ул һүҙҙә – йөрәк хисе.
Үҙ яҙмышын үҙе яҙған
Халыҡ ҡына бик көслө.
Рухиәт байрамының сәбәпселәре булған биш авторҙы һәм йыйылған халыҡты Милли китапхана директоры Айгөл Моратова сәләмләне.
– Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа килгән әҙиптәрҙең китаптары Әҙәбиәт йылында донъя күрҙе. Был икеләтә ҡыуаныслы. Беҙ “Китап” нәшриәте менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Мәҫәлән, һәр береһе 1000, 2000 дана тираж менән 100 исемдәге китап сыға икән, беҙ уларҙы республикабыҙ китапханаларына таратыуҙы нәшриәт менән берлектә башҡарабыҙ, – тип яңы йыйынтыҡтарын алып ҡыуанған авторҙарға уңыштар теләне ул. “Янған аттар” романын яҙған Фәрзәнә Аҡбулатова, “Йәйге селлә” повесын ижад иткән Нияз Алсынбаев, “Эй ғүмер юлдары” китабы менән уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған Рәлис Ураҙғолов, “Төнгө усаҡ” тигән шиғри йыйынтығы менән күңелдәрҙе нурлаған Дамир Шәрәфетдинов, бөтөп барған ауылдарҙы “Йәнем рәхәте” әҫәрендә тергеҙгән Зөфәр Толомғужин тәбрикләнде “Автографтар көнө”ндә.
– Әҙәбиәт йылында әҙәбиәткә һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына ҙур иғтибар бирҙек, – тине “Китап” нәшриәтенең директоры Илһам Йәндәүләтов. – Әлбиттә, китап сығарыуы еңел түгел. Ҡулъяҙмалар әҙәби секциялар, худсовет аша үтә. Нәшриәткә тәҡдим ителгәндәре лә, ҡайтанан эшләү өсөн авторға кире ҡайтарылғандары ла бихисап. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең өсөн иң мөһиме – китап уҡыусылар. Беҙ уларҙың зауығын ҡандырырҙай әҫәрҙәрҙе нәшер итергә тырышабыҙ. Китапты автор тыуҙыра, нәшриәт баҫып сығара, китапхана халыҡҡа тарата, уҡыусылар күңеленә хуш килгәнен һайлай. Ошо дүрт таған тарҡалмаһын, бергә булайыҡ!
Илһам Йәндәүләтов тамашасыларҙы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 19 ноябрҙә үтәсәк китап байрамына саҡырҙы. Унда “Йәштәр тауышы” серияһында донъя күргән баҫмаларҙың исем туйы була, шулай уҡ “Китап” нәшриәте ойошторған әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы Ринат Камал, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, ғалим Зәки Әлибаев ҡатнашты. Уларҙың китаптарға ҡарата йылы тойғолары авторҙарға илһам дәрте бөрккәндер, моғайын.
Нияз Алсынбаевтың Бөрйән районында төшөрөлгән “Алпамыша” тигән документаль фильмы ла күңелдәргә хуш килде.
Осрашыу барышында тамашасылар шағир-яҙыусыларға һорауҙар бирҙе, һуңынан автографлы китаптарын алып ҡыуанды. “Китап” нәшриәте менән Милли китапхана ҙур эш башҡара. Бындай осрашыуҙар бигерәк тә студенттар өсөн – үҙе бер дәреслек, ижади лаборатория ул.