Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫ та, кәңәшсе лә
Дуҫ та,  кәңәшсе лә Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә йыл да сыҡҡан “Мәктәп календары” уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Нимәһе менән ҡәҙерле һуң был баҫма? Эйе, уны уҡыусылар һәм уҡытыусылар яратып уҡый, сөнки ысын мәғәнәһендә өҫтәл китабы. Эстәлеге бай булыуы ла мәртәбәһен бермә-бер арттыра.

Баҫма мәктәп уҡыусылары өсөн генә түгел, ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн дә файҙалы. Календарҙа ҡыҙыҡлы яҙмалар, донъяны танып-белеү йәһәтенән мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр, шулай уҡ ял сәғәттәрен уҙғарыр өсөн тестар, уймаҡ һорауҙар, йондоҙнамә, йомаҡтар, кроссвордтар, ребустар, башватҡыстар бирелгән. Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән был башҡорт телендәге энциклопедик характерҙағы йыйынтыҡ. Бында тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәт байлыҡтары, тарихы, сәнғәте хаҡында материалдар тупланған, Башҡортостандың хөрмәткә лайыҡ кешеләренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүленгән. Ҡыҙыҡлы юморескалар, бәләкәй хикәйәләр һәм лирик шиғырҙар, файҙалы кәңәштәр, “Әсәй, уҡыйыҡ әле”, “Тәбиғәт мөйөшө”, “Тиҫтерҙәрҙең ижады” рубрикалары уҡытыусыларға класс сәғәттәрен һәм кластан тыш сараларҙы ҡыҙыҡлыраҡ, һөҙөмтәлерәк ойошторорға ярҙам итер. Шулай уҡ баҫма уҡыу йылы дауамында уҡыусының тоғро юлдашы булыр тип ышанабыҙ. Быға нәшриәткә килгән уҡыусыларҙың рәхмәт хаттары ла дәлил булып тора.
“Мәктәп календары”н уҡыусы саҡтан уҡ беләбеҙ, ул һәр саҡ беҙҙең янда булды, дәрес әҙерләгәндә күп кенә мәғлүмәтте унан ала инек. Әле эшләп йөрөһәк тә, әсбапты онотмайбыҙ, һәр ваҡыт ярҙамы тейеп тора. Был баҫма һәр уҡыусының өҫтәлендә булырға тейештер, тип уйлайбыҙ. Уҡыусылар үҙ тиҫтерҙәренең тормошо, ҡаҙаныштары, илебеҙҙең бөйөк шәхестәре менән тап уның аша нығыраҡ таныша ала тип һанайбыҙ”, – тип яҙа Бөрйән районынан Нурзилә Баязитова.
Дуҫтар! Һеҙ ҙә ошондай матур баҫманы уҡымай ҡалмағыҙ. “Мәктәп календары” һеҙҙең өсөн яҡшы дуҫ та, аҡыллы кәңәшсе лә булыр.


Автор: А. АБҘАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781