Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә йыл да сыҡҡан “Мәктәп календары” уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Нимәһе менән ҡәҙерле һуң был баҫма? Эйе, уны уҡыусылар һәм уҡытыусылар яратып уҡый, сөнки ысын мәғәнәһендә өҫтәл китабы. Эстәлеге бай булыуы ла мәртәбәһен бермә-бер арттыра. Баҫма мәктәп уҡыусылары өсөн генә түгел, ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн дә файҙалы. Календарҙа ҡыҙыҡлы яҙмалар, донъяны танып-белеү йәһәтенән мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр, шулай уҡ ял сәғәттәрен уҙғарыр өсөн тестар, уймаҡ һорауҙар, йондоҙнамә, йомаҡтар, кроссвордтар, ребустар, башватҡыстар бирелгән. Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән был башҡорт телендәге энциклопедик характерҙағы йыйынтыҡ. Бында тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәт байлыҡтары, тарихы, сәнғәте хаҡында материалдар тупланған, Башҡортостандың хөрмәткә лайыҡ кешеләренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүленгән. Ҡыҙыҡлы юморескалар, бәләкәй хикәйәләр һәм лирик шиғырҙар, файҙалы кәңәштәр, “Әсәй, уҡыйыҡ әле”, “Тәбиғәт мөйөшө”, “Тиҫтерҙәрҙең ижады” рубрикалары уҡытыусыларға класс сәғәттәрен һәм кластан тыш сараларҙы ҡыҙыҡлыраҡ, һөҙөмтәлерәк ойошторорға ярҙам итер. Шулай уҡ баҫма уҡыу йылы дауамында уҡыусының тоғро юлдашы булыр тип ышанабыҙ. Быға нәшриәткә килгән уҡыусыларҙың рәхмәт хаттары ла дәлил булып тора.
“Мәктәп календары”н уҡыусы саҡтан уҡ беләбеҙ, ул һәр саҡ беҙҙең янда булды, дәрес әҙерләгәндә күп кенә мәғлүмәтте унан ала инек. Әле эшләп йөрөһәк тә, әсбапты онотмайбыҙ, һәр ваҡыт ярҙамы тейеп тора. Был баҫма һәр уҡыусының өҫтәлендә булырға тейештер, тип уйлайбыҙ. Уҡыусылар үҙ тиҫтерҙәренең тормошо, ҡаҙаныштары, илебеҙҙең бөйөк шәхестәре менән тап уның аша нығыраҡ таныша ала тип һанайбыҙ”, – тип яҙа Бөрйән районынан Нурзилә Баязитова.
Дуҫтар! Һеҙ ҙә ошондай матур баҫманы уҡымай ҡалмағыҙ. “Мәктәп календары” һеҙҙең өсөн яҡшы дуҫ та, аҡыллы кәңәшсе лә булыр.