Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” — Бәләбәйҙә!
Беҙҙең Бәләбәй яғын республикала, хатта унан ситтә лә шиғри төбәк тип атайҙар. Ысынлап та, исеме есеменә тура килә: донъя әҙәбиәтендә тиңе булмаған яугир-шағир Фәтих Кәрим, яҙыусы Кәшфи Басиров, сыуаш әҙәбиәте классиктары Яков Ухсай, Константин Иванов, күренекле рус әҙиптәре Сергей Аксаков, Марина Цветаеваның ижадтары өҙөлмәҫ ептәр менән тыуған яғыбыҙға бәйләнгән.
Бында төрлө йылдарҙа йәшәп һәм эшләп китеп, һуңынан оло яҙыусылар булып танылған Ғази Кашшаф, Рәйес Низамов, Динис Бүләков, Ғәзим Аллаяров, Вәзих Исхаҡов, Наил Ҡотдосов, Барый Ноғоманов, Фирҙәүес Бәшироваларҙың исемдәре лә “Бәләбәй уттары” ижад берекмәһе тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Уларға алмашҡа килеп, 1970 йылдарҙан алып бөгөнгә тиклем ижад ҡәләменә тоғро ҡалған авторҙарыбыҙ ҙа, шөкөр, бар беҙҙең. Баш­ҡор­тос­тан Яҙыусылар союзы ағзаһы, күп һанлы китаптар авторы, танылған сатира-юмор оҫтаһы, шағир һәм яҙыусы Камил Фазлыйҙың, төрлө өлкәләрҙә намыҫлы эшләп, әҙәбиәттән айырыл­маған Мәжит Кәримов, Илгизәр Ғиззәтуллин, Хажи Әхмәтйәнов, Фәүзиә Мәхмүтова, Фәһим Минһажев, Хәмит Тәүхетдиновтың исемдәре күптәр­гә яҡшы таныш. Башҡортостан шиғриә­тендә ижадтары лайыҡлы урын алған Мөнир Вафин, Илдус Фазлет­динов­тың да беҙҙең яҡташ булыуы күңелдә ғорурлыҡ хисе тыуҙыра.

Зәйфә СӘЛИХОВА,
“Бәләбәй уттары”әҙәби берекмәһе етәксеһе,
Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.



Йәшәү, тибеҙ

Йәшәү, тибеҙ, йәшәйек, тибеҙ,
Һис тә туя белмәйбеҙ,
Ғүмер буйына туймаҫтан
Һаман ниҙер эҙләйбеҙ.

Үтер юлдар тигеҙ булһын
Һәм донъябыҙ тип-тигеҙ;
Ә бәхетте йыйып һалһаң,
Хасил булһын ҙур диңгеҙ...

Донъя саба, ә беҙ уны
Ҡыуабыҙ ҙа ҡыуабыҙ:
Ҡулдағы турғай ярамай –
Ҡайҙа икән торнабыҙ?

Мәжит КӘРИМОВ.


Көҙгө буяуҙар

Аҡ ҡайындар – сибәр ҡыҙҙар
Алыштырҙы яулығын.
Хәтерҙәренә төшөрҙө
Көҙ-һылыуҡай барлығын.

Һары төҫтәге яулыҡтар
Килешә йөҙҙәренә.
Ниндәй кейем кейһәләр ҙә,
Тап килә үҙҙәренә.

Ә миләштәр ымһындырып
Уттай балҡып яналар.
Нәфис ҡыҙыл аҫылташлы
Алҡалар таҡҡан улар.

Алтын буяуға мансылған
Сағандар һәм уҫаҡтар.
Күңелдә ҡала уйылып
Ошо күңелле саҡтар.

Фәүзиә МӘХМҮТОВА.


Йәшәү йәме

“Яҙһам ғына йәшәүемде раҫлайым...”
Р. Фәйзуллин.
Яҙһам ғына
мин теремен,
Йәшәүем – ижад эше.
Кеше тигән бөйөк затты
Ярһып яҡлаған кеше.
Ул – алған
тәрән һулышым,
Ижадым — йәшәү йәмем.
Ҡайнаған
дәртле тойғоноң
Кем белә икән тәмен?!
Ул – ҡылған
яҡты иманым,
Йәшәүгә күскән аңым.
Ул – минең
һәләт-торошом,
Йәнемә тулған ҡаным.

Фәһим МИНҺАЖЕВ.


Иман юлына баҫтыҡ

Иҫке мәсет манараһын ватып,
Киҫеп төшөргәндәр вандалдар.
Оло ауыл халҡы – ҡарты-йәше –
Изге йортһоҙ тороп ҡалғандар.

Шунан бирле ете тиҫтә йылды
Үттек Ленин ҡартҡа табынып;
Ауылыбыҙҙан күптәр һәләк
булды,
ГУЛАГ таштарына абынып.

Башыбыҙға көсләп
тултырҙылар
Хоҙай юҡ ул, тигән һүҙҙәрҙе;
Ысынбарлыҡҡа ҡараманыҡ
беҙ ҙә
Ҙур иттереп асып күҙҙәрҙе.

Һәр нәмәнең сиге була, тиҙәр,
Динһеҙ йәшәүгә лә сик булды.
Хоҙай ҡулын һуҙҙы, халҡым
Йөҙө менән дингә боролдо.

Ауылымда бар ысын ир-егеттәр,
Күҙ теймәһен, Аллам һаҡлаһын;
Шулар һалды яңы мәсет ташын,
Шулар күтәрҙеләр бураһын.

Изге эшкә тотондолар берҙәм,
Хоҙай ҡушҡас, эштәр уң бара;
Ауылыбыҙҙың йөҙөн
нурға күмеп
Күккә күтәрелде манара.
Һәм яҡтыртты бөтөн ауыл өҫтөн
Нурлы айы менән манара;
Бер моң булып
ауылдаштар өсөн
Аҙан тауыштары тарала.

Динһеҙ булдыҡ,
инде бына килеп
Асылыбыҙға ҡайттыҡ, ниһайәт.
Аллаһының рәхмәттәре менән
Иман юлындабыҙ беҙ ҡабат.

Мәсет төҙөргә тип
ихлас йөрөгән,
Ир-егеттәр, һеҙгә ҙур рәхмәт!
Иҫән-имен генә ғаиләгеҙҙә
Йәшәһәгеҙ ине бик рәхәт.

Ғауға ҡубып,
тауыш-маҙар сығып,
Киҫелмәһен башҡа манара.
Берҙәмлеккә етмәй,
бергә булайыҡ,
Дошман керә алмаһын араға.

Мансур ҒИБАЕВ.


Ғашиҡ булдым
(Йыр)


Һиҙмәгәндә ғашиҡ булдым
Ҡышҡы аяҙ бер көндә.
Һәр саҡ һине уйлап йөрөйөм —
Ғәжәпләнәм үҙем дә.

Ай-ҡояштай йөҙҙәрең,
Татлы ла һуң һүҙҙәрең.
Нурҙар һибеп миңә ҡарай
Һөйкөмлө лә күҙҙәрең.

Һин дә һөйөү хистәреңде
Миңә һөйләп бир әле.
Мөхәббәтем усағына
Ялҡын өҫтәп тор әле.

Елдәрҙән дә етеҙ булып
Яндарыма кил әле.
Һине уйлап йырҙар яҙам,
Һағыныуымды бел әле.

Рәзилә ИГЕБАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779