Беҙҙең Бәләбәй яғын республикала, хатта унан ситтә лә шиғри төбәк тип атайҙар. Ысынлап та, исеме есеменә тура килә: донъя әҙәбиәтендә тиңе булмаған яугир-шағир Фәтих Кәрим, яҙыусы Кәшфи Басиров, сыуаш әҙәбиәте классиктары Яков Ухсай, Константин Иванов, күренекле рус әҙиптәре Сергей Аксаков, Марина Цветаеваның ижадтары өҙөлмәҫ ептәр менән тыуған яғыбыҙға бәйләнгән.
Бында төрлө йылдарҙа йәшәп һәм эшләп китеп, һуңынан оло яҙыусылар булып танылған Ғази Кашшаф, Рәйес Низамов, Динис Бүләков, Ғәзим Аллаяров, Вәзих Исхаҡов, Наил Ҡотдосов, Барый Ноғоманов, Фирҙәүес Бәшироваларҙың исемдәре лә “Бәләбәй уттары” ижад берекмәһе тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Уларға алмашҡа килеп, 1970 йылдарҙан алып бөгөнгә тиклем ижад ҡәләменә тоғро ҡалған авторҙарыбыҙ ҙа, шөкөр, бар беҙҙең. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, күп һанлы китаптар авторы, танылған сатира-юмор оҫтаһы, шағир һәм яҙыусы Камил Фазлыйҙың, төрлө өлкәләрҙә намыҫлы эшләп, әҙәбиәттән айырылмаған Мәжит Кәримов, Илгизәр Ғиззәтуллин, Хажи Әхмәтйәнов, Фәүзиә Мәхмүтова, Фәһим Минһажев, Хәмит Тәүхетдиновтың исемдәре күптәргә яҡшы таныш. Башҡортостан шиғриәтендә ижадтары лайыҡлы урын алған Мөнир Вафин, Илдус Фазлетдиновтың да беҙҙең яҡташ булыуы күңелдә ғорурлыҡ хисе тыуҙыра.Зәйфә СӘЛИХОВА,
“Бәләбәй уттары”әҙәби берекмәһе етәксеһе,
Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Йәшәү, тибеҙЙәшәү, тибеҙ, йәшәйек, тибеҙ,
Һис тә туя белмәйбеҙ,
Ғүмер буйына туймаҫтан
Һаман ниҙер эҙләйбеҙ.
Үтер юлдар тигеҙ булһын
Һәм донъябыҙ тип-тигеҙ;
Ә бәхетте йыйып һалһаң,
Хасил булһын ҙур диңгеҙ...
Донъя саба, ә беҙ уны
Ҡыуабыҙ ҙа ҡыуабыҙ:
Ҡулдағы турғай ярамай –
Ҡайҙа икән торнабыҙ?
Мәжит КӘРИМОВ.Көҙгө буяуҙарАҡ ҡайындар – сибәр ҡыҙҙар
Алыштырҙы яулығын.
Хәтерҙәренә төшөрҙө
Көҙ-һылыуҡай барлығын.
Һары төҫтәге яулыҡтар
Килешә йөҙҙәренә.
Ниндәй кейем кейһәләр ҙә,
Тап килә үҙҙәренә.
Ә миләштәр ымһындырып
Уттай балҡып яналар.
Нәфис ҡыҙыл аҫылташлы
Алҡалар таҡҡан улар.
Алтын буяуға мансылған
Сағандар һәм уҫаҡтар.
Күңелдә ҡала уйылып
Ошо күңелле саҡтар.
Фәүзиә МӘХМҮТОВА.Йәшәү йәме “Яҙһам ғына йәшәүемде раҫлайым...”
Р. Фәйзуллин.
Яҙһам ғына
мин теремен,
Йәшәүем – ижад эше.
Кеше тигән бөйөк затты
Ярһып яҡлаған кеше.
Ул – алған
тәрән һулышым,
Ижадым — йәшәү йәмем.
Ҡайнаған
дәртле тойғоноң
Кем белә икән тәмен?!
Ул – ҡылған
яҡты иманым,
Йәшәүгә күскән аңым.
Ул – минең
һәләт-торошом,
Йәнемә тулған ҡаным.
Фәһим МИНҺАЖЕВ.Иман юлына баҫтыҡИҫке мәсет манараһын ватып,
Киҫеп төшөргәндәр вандалдар.
Оло ауыл халҡы – ҡарты-йәше –
Изге йортһоҙ тороп ҡалғандар.
Шунан бирле ете тиҫтә йылды
Үттек Ленин ҡартҡа табынып;
Ауылыбыҙҙан күптәр һәләк
булды,
ГУЛАГ таштарына абынып.
Башыбыҙға көсләп
тултырҙылар
Хоҙай юҡ ул, тигән һүҙҙәрҙе;
Ысынбарлыҡҡа ҡараманыҡ
беҙ ҙә
Ҙур иттереп асып күҙҙәрҙе.
Һәр нәмәнең сиге була, тиҙәр,
Динһеҙ йәшәүгә лә сик булды.
Хоҙай ҡулын һуҙҙы, халҡым
Йөҙө менән дингә боролдо.
Ауылымда бар ысын ир-егеттәр,
Күҙ теймәһен, Аллам һаҡлаһын;
Шулар һалды яңы мәсет ташын,
Шулар күтәрҙеләр бураһын.
Изге эшкә тотондолар берҙәм,
Хоҙай ҡушҡас, эштәр уң бара;
Ауылыбыҙҙың йөҙөн
нурға күмеп
Күккә күтәрелде манара.
Һәм яҡтыртты бөтөн ауыл өҫтөн
Нурлы айы менән манара;
Бер моң булып
ауылдаштар өсөн
Аҙан тауыштары тарала.
Динһеҙ булдыҡ,
инде бына килеп
Асылыбыҙға ҡайттыҡ, ниһайәт.
Аллаһының рәхмәттәре менән
Иман юлындабыҙ беҙ ҡабат.
Мәсет төҙөргә тип
ихлас йөрөгән,
Ир-егеттәр, һеҙгә ҙур рәхмәт!
Иҫән-имен генә ғаиләгеҙҙә
Йәшәһәгеҙ ине бик рәхәт.
Ғауға ҡубып,
тауыш-маҙар сығып,
Киҫелмәһен башҡа манара.
Берҙәмлеккә етмәй,
бергә булайыҡ,
Дошман керә алмаһын араға.
Мансур ҒИБАЕВ.
Ғашиҡ булдым
(Йыр)Һиҙмәгәндә ғашиҡ булдым
Ҡышҡы аяҙ бер көндә.
Һәр саҡ һине уйлап йөрөйөм —
Ғәжәпләнәм үҙем дә.
Ай-ҡояштай йөҙҙәрең,
Татлы ла һуң һүҙҙәрең.
Нурҙар һибеп миңә ҡарай
Һөйкөмлө лә күҙҙәрең.
Һин дә һөйөү хистәреңде
Миңә һөйләп бир әле.
Мөхәббәтем усағына
Ялҡын өҫтәп тор әле.
Елдәрҙән дә етеҙ булып
Яндарыма кил әле.
Һине уйлап йырҙар яҙам,
Һағыныуымды бел әле.
Рәзилә ИГЕБАЕВА.