Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хистәр һәм шиғриәт уртаһында
Хистәр һәм  шиғриәт уртаһында “Әҙәби нағыш” марафоны сиктәрендә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы “Шайтан ҡыры” ерлегендә төҙөлгән серле ҡала ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Әллә юғары көстәр эше, әллә кешеләрҙең йылы мөнәсәбәте тәьҫире — баштан уҡ ҡала үҙенә ғашиҡ итте. Һәр минут һайын ул яңы төҫтәрҙә асылды.

Иң тәүҙә беҙҙе А. Шокуров исемен йөрөткән музейға экскурсияға алып барҙылар. Ҡаланың шанлы үткәне күҙ алдынан уҙҙы. Төбәктең һуғыш ветерандары комитеты рәйе­се Мәсғүт Ғәлләмовтың музейҙың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен асып һалған нотоғо йөрәктәргә үтеп инде. “Балалар менән бында 45 минутҡа тип киләбеҙ, ә ике-өс сәғәт үтмәйенсә сыҡмайбыҙ. Тыуған яҡҡа ҡарата мө­хәббәт сатҡыһы музейҙа һалына!” — тигән ялҡынлы һүҙҙәре һаман ҡолаҡта яңғырай.
Унан һуң Муса Йәлил, Фәтих Кәрим кеүек яугир-шағирҙар рә­тендә торған, үҙ ижады, йәшәү рәүеше менән үлемһеҙлек өлгөһө булған Хәйретдин Мөжәй (1901—1944) һәйкәленә юл тоттоҡ. Шағирҙың яҡташтары бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра уның шиғырҙарын, уға бағышланған әҫәрҙәрен уҡыны, йылы иҫтәлектәр менән уртаҡ­лашты.
Төп саралар, әлбиттә, ҡаланың Х.Мөжәй исемендәге үҙәк ки­тапхана­һында үтте. Бында ҡунаҡ­тар урындағы ижадсылар менән осрашты. Һуңғы ваҡытта ғалим­дарыбыҙ: “Бөгөн яҙыусыларыбыҙ юҡ, шағирҙарыбыҙ юҡ, драма­тург­тарыбыҙ юҡ, талантлы йәштәребеҙ аҙ”,— тип зар илауға әүәҫләнеп китте. Килеп ҡараһындар, күрһен­дәр ине Валерий Абдразаҡовты, Саша Русскаяны, Ләйсән Сабитованы, Солтан Моратты һәм башҡаларҙы. Октябрьскийҙа ижад ҡомары тоҡанған һәр кем “Отрада” һәм “Тыуған яҡ” әҙәби түңәрәгенә йөрөй. Оҫталар яңы ғына ижад юлына аяҡ баҫҡандарға кәңәштәре менән ярҙам итә. Өлкән быуынға бында айырыуса йылылыҡ һәм хөрмәт менән ҡарайҙар. Тимәк, ижадсылар араһында быуындар сылбыры өҙөлмәгән. “Түңәрәк өҫтәл” рәүешендә үткән өс сәғәтлек аралашыуыбыҙ барыһы тураһында ла яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Сара ҡаланың мәҙәниәт һара­йында күркәм концерт менән тамамланды. Уның барышында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов Әҙәбиәт йылы символы Йылъяҙма-китапты Йәрмә­кәй районы хакимиәте вәкилдәренә тапшырып: “Әҙәбиәт йылы аҙағына яҡынлашып килә, әммә ҡылынған яҡшы эштәр онотолмаҫ, ә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр”, — тигән һүҙҙәре дәррәү алҡыштарға күмелде.
Нимә генә тимә, талантлы халыҡ йәшәй бында. Улар: “Октябрьский — романтиктар һәм шағирҙар ҡалаһы”, — тип ҡабатларға ярата. Беҙ бының шулай икәненә үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп инандыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781