“Әҙәби нағыш” марафоны сиктәрендә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы “Шайтан ҡыры” ерлегендә төҙөлгән серле ҡала ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Әллә юғары көстәр эше, әллә кешеләрҙең йылы мөнәсәбәте тәьҫире — баштан уҡ ҡала үҙенә ғашиҡ итте. Һәр минут һайын ул яңы төҫтәрҙә асылды.Иң тәүҙә беҙҙе А. Шокуров исемен йөрөткән музейға экскурсияға алып барҙылар. Ҡаланың шанлы үткәне күҙ алдынан уҙҙы. Төбәктең һуғыш ветерандары комитеты рәйесе Мәсғүт Ғәлләмовтың музейҙың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен асып һалған нотоғо йөрәктәргә үтеп инде. “Балалар менән бында 45 минутҡа тип киләбеҙ, ә ике-өс сәғәт үтмәйенсә сыҡмайбыҙ. Тыуған яҡҡа ҡарата мөхәббәт сатҡыһы музейҙа һалына!” — тигән ялҡынлы һүҙҙәре һаман ҡолаҡта яңғырай.
Унан һуң Муса Йәлил, Фәтих Кәрим кеүек яугир-шағирҙар рәтендә торған, үҙ ижады, йәшәү рәүеше менән үлемһеҙлек өлгөһө булған Хәйретдин Мөжәй (1901—1944) һәйкәленә юл тоттоҡ. Шағирҙың яҡташтары бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра уның шиғырҙарын, уға бағышланған әҫәрҙәрен уҡыны, йылы иҫтәлектәр менән уртаҡлашты.
Төп саралар, әлбиттә, ҡаланың Х.Мөжәй исемендәге үҙәк китапханаһында үтте. Бында ҡунаҡтар урындағы ижадсылар менән осрашты. Һуңғы ваҡытта ғалимдарыбыҙ: “Бөгөн яҙыусыларыбыҙ юҡ, шағирҙарыбыҙ юҡ, драматургтарыбыҙ юҡ, талантлы йәштәребеҙ аҙ”,— тип зар илауға әүәҫләнеп китте. Килеп ҡараһындар, күрһендәр ине Валерий Абдразаҡовты, Саша Русскаяны, Ләйсән Сабитованы, Солтан Моратты һәм башҡаларҙы. Октябрьскийҙа ижад ҡомары тоҡанған һәр кем “Отрада” һәм “Тыуған яҡ” әҙәби түңәрәгенә йөрөй. Оҫталар яңы ғына ижад юлына аяҡ баҫҡандарға кәңәштәре менән ярҙам итә. Өлкән быуынға бында айырыуса йылылыҡ һәм хөрмәт менән ҡарайҙар. Тимәк, ижадсылар араһында быуындар сылбыры өҙөлмәгән. “Түңәрәк өҫтәл” рәүешендә үткән өс сәғәтлек аралашыуыбыҙ барыһы тураһында ла яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Сара ҡаланың мәҙәниәт һарайында күркәм концерт менән тамамланды. Уның барышында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов Әҙәбиәт йылы символы Йылъяҙма-китапты Йәрмәкәй районы хакимиәте вәкилдәренә тапшырып: “Әҙәбиәт йылы аҙағына яҡынлашып килә, әммә ҡылынған яҡшы эштәр онотолмаҫ, ә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр”, — тигән һүҙҙәре дәррәү алҡыштарға күмелде.
Нимә генә тимә, талантлы халыҡ йәшәй бында. Улар: “Октябрьский — романтиктар һәм шағирҙар ҡалаһы”, — тип ҡабатларға ярата. Беҙ бының шулай икәненә үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп инандыҡ.