Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йоттоң да була төрлөһө
Йоттоң да була төрлөһө Һуң был тормош бит баш­ҡорттарҙыҡына ла оҡшаш, тип ҡарап ултырҙым, йөрәгемде усҡа йомоп, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Олжас Жанай­даровтың “Йот” драмаһын. Уны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштерҙе.


Ауыр, бик ауыр тойғолар баҫа күңелде. Юҡ, халыҡтарҙың ас­лыҡ­тағы яфаларын күреүҙән, кешеләрҙең бер-береһен ашай башлауы хаҡында ишетеүҙән, сабый балаларҙың яҡты донъя­ның матурлығын да күрә алмай мәңгелеккә күсеүенән генә түгел ине йән һыҙланыуы, киреһенсә, ана шундай афәттәрҙе кисереп тә, етешлектә, муллыҡта йәшә­гән замандаштарҙың рухи йот­лоҡҡа килеп терәлеүен аңлауҙан булды тетрәнеү! Ә артистар, ысын мәғәнәһендә, аслыҡ йыл­да­рын, ҡаҙаҡ далалары һулы­шын тергеҙҙе. Фәнис Рәхмә­товты, Римма Ҡаһарма­нованы үҙем өсөн яңынан астым. Актрисаны “Музбаҙар” тапшырыуын алып барыусы тип кенә белеүем декрет ялында оҙаҡлауым менән бәйлелер, кү­рәһең. Мәртәбәле, затлы нәҫел ҡаҙаҡ ҡатыны образын ана ни­сек тетрәндергес итеп асты Римма! Баш эймәҫкә, ата-бабалар рухына тоғро ҡалыу, яңы­лыҡҡа ҡаршы тороу кеүек си­фаттар хас уға. Ир-аттың бер тибын психологтар ҙа киҫкен хәлдәрҙә юғалып ҡалыусан тип иҫәпләй. Сауленың ире Әхмәт тә шундайҙарҙан. Заман үҙгәреш­тәрен ҡабул итергә әҙер бул­маған, шул уҡ ваҡытта тамаҡ ҡайғыртҡан, нәҫеленең дауамын һаҡлап ҡалырға теләгән зат сағыла Фәнис Рәхмәтов тыу­ҙырған образда.
Ә бит һаҡланып ҡала Әхмәт­тең дауамы. Йылдар, совет осо­ро үтеү менән, ана, уның ейәне Ербол Мәскәүҙә нисек йөрөп ята! Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев был ролде бик ҡыҙыҡлы еткерҙе тамашасыға. Мин ҡаҙаҡ менән башҡорт халҡының уртаҡ яҡ­та­ры бик күп тип иҫәпләй торғай­ным. Һәр хәлдә, ир-ат бигүк оҡшаш түгел икән, тигән фекергә килдем Ерболдың бәйләнсе­герәк булыуына, ҡатын-ҡыҙҙың әле алдына, әле артына сығып, ярарға тырышыуына иғтибар итеп. Башҡорттарҙа менталитет башҡа. Эйе, беҙ ҙә ҡунаҡсыл ул, әммә ир-ат ул хәтлем өлтө­рә­мәй, етмәһә, ҡатын-ҡыҙ алдын­да. Ә Ербол нимәһе менәндер төҙөлөш эштәре өсөн Баш­ҡортос­танға тулған тау халыҡта­рын хәтерләтеп ҡуйҙы. Ҡаҙаҡ уҙаманының маҡсаты – аслыҡ, йот кеүек ауырлыҡтарҙы кисер­гән олатаһы хаҡында башҡа­ларға һөйләү һәм... Ошо арала заман һулышы, халыҡтың ынтылышы, рухи ҡиммәттәрҙең юғала барыуы, йоттан да ауырыраҡ һынау рухи аслыҡ түгелме икән, тигән һорауҙар араһында тороп ҡалыу... Әллә ҡайһы ергә, үҙәккә даңҡылдатып килтереп һуҡҡан кеүек булды Ерболдың журналист Ленаға әйткән һүҙҙәре. Ә артабан нимә? Нимә тәҡдим итә алабыҙ һуң беҙ замандаштарға? Балалары­быҙ­ға? Ҡайҙа барып сығасаҡбыҙ бындай йәшәйеш, бындай ҡа­раш менән? Мегаполистарҙа, ҙур-ҙур ҡалаларҙа әллә бәхет, әллә тәхет, әллә асыш, әллә дан, әллә нан эҙләп ҡарарбыҙ ҙа, яңынан ауылдарға ҡайтып һыйы­нырбыҙмы икән? Шулай йәшлек дәрте, көсө менән ваҡыт үткәнен дә тоймаҫбыҙ, ә бер көн килеп рухи йот ишек шаҡыу ғына түгел, йорттарыбыҙҙы емереп килеп инһә?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779