Һуң был тормош бит башҡорттарҙыҡына ла оҡшаш, тип ҡарап ултырҙым, йөрәгемде усҡа йомоп, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Олжас Жанайдаровтың “Йот” драмаһын. Уны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштерҙе. Ауыр, бик ауыр тойғолар баҫа күңелде. Юҡ, халыҡтарҙың аслыҡтағы яфаларын күреүҙән, кешеләрҙең бер-береһен ашай башлауы хаҡында ишетеүҙән, сабый балаларҙың яҡты донъяның матурлығын да күрә алмай мәңгелеккә күсеүенән генә түгел ине йән һыҙланыуы, киреһенсә, ана шундай афәттәрҙе кисереп тә, етешлектә, муллыҡта йәшәгән замандаштарҙың рухи йотлоҡҡа килеп терәлеүен аңлауҙан булды тетрәнеү! Ә артистар, ысын мәғәнәһендә, аслыҡ йылдарын, ҡаҙаҡ далалары һулышын тергеҙҙе. Фәнис Рәхмәтовты, Римма Ҡаһарманованы үҙем өсөн яңынан астым. Актрисаны “Музбаҙар” тапшырыуын алып барыусы тип кенә белеүем декрет ялында оҙаҡлауым менән бәйлелер, күрәһең. Мәртәбәле, затлы нәҫел ҡаҙаҡ ҡатыны образын ана нисек тетрәндергес итеп асты Римма! Баш эймәҫкә, ата-бабалар рухына тоғро ҡалыу, яңылыҡҡа ҡаршы тороу кеүек сифаттар хас уға. Ир-аттың бер тибын психологтар ҙа киҫкен хәлдәрҙә юғалып ҡалыусан тип иҫәпләй. Сауленың ире Әхмәт тә шундайҙарҙан. Заман үҙгәрештәрен ҡабул итергә әҙер булмаған, шул уҡ ваҡытта тамаҡ ҡайғыртҡан, нәҫеленең дауамын һаҡлап ҡалырға теләгән зат сағыла Фәнис Рәхмәтов тыуҙырған образда.
Ә бит һаҡланып ҡала Әхмәттең дауамы. Йылдар, совет осоро үтеү менән, ана, уның ейәне Ербол Мәскәүҙә нисек йөрөп ята! Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев был ролде бик ҡыҙыҡлы еткерҙе тамашасыға. Мин ҡаҙаҡ менән башҡорт халҡының уртаҡ яҡтары бик күп тип иҫәпләй торғайным. Һәр хәлдә, ир-ат бигүк оҡшаш түгел икән, тигән фекергә килдем Ерболдың бәйләнсегерәк булыуына, ҡатын-ҡыҙҙың әле алдына, әле артына сығып, ярарға тырышыуына иғтибар итеп. Башҡорттарҙа менталитет башҡа. Эйе, беҙ ҙә ҡунаҡсыл ул, әммә ир-ат ул хәтлем өлтөрәмәй, етмәһә, ҡатын-ҡыҙ алдында. Ә Ербол нимәһе менәндер төҙөлөш эштәре өсөн Башҡортостанға тулған тау халыҡтарын хәтерләтеп ҡуйҙы. Ҡаҙаҡ уҙаманының маҡсаты – аслыҡ, йот кеүек ауырлыҡтарҙы кисергән олатаһы хаҡында башҡаларға һөйләү һәм... Ошо арала заман һулышы, халыҡтың ынтылышы, рухи ҡиммәттәрҙең юғала барыуы, йоттан да ауырыраҡ һынау рухи аслыҡ түгелме икән, тигән һорауҙар араһында тороп ҡалыу... Әллә ҡайһы ергә, үҙәккә даңҡылдатып килтереп һуҡҡан кеүек булды Ерболдың журналист Ленаға әйткән һүҙҙәре. Ә артабан нимә? Нимә тәҡдим итә алабыҙ һуң беҙ замандаштарға? Балаларыбыҙға? Ҡайҙа барып сығасаҡбыҙ бындай йәшәйеш, бындай ҡараш менән? Мегаполистарҙа, ҙур-ҙур ҡалаларҙа әллә бәхет, әллә тәхет, әллә асыш, әллә дан, әллә нан эҙләп ҡарарбыҙ ҙа, яңынан ауылдарға ҡайтып һыйынырбыҙмы икән? Шулай йәшлек дәрте, көсө менән ваҡыт үткәнен дә тоймаҫбыҙ, ә бер көн килеп рухи йот ишек шаҡыу ғына түгел, йорттарыбыҙҙы емереп килеп инһә?!