Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етмәй ҡалды миңә бер шиғыр...
Етмәй ҡалды миңә бер шиғыр... “Әҙәби нағыш” республика марафоны сиктәрендә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башлап яҙыусыларҙың шиғыр кисәһе ойошторола тигәс, төбәктәрҙә үткән осрашыуҙарҙы күҙ алдына баҫтырҙым. Ысынлап та, ҡыҙыҡлы ижад иткән, ватансылыҡ тойғоһо менән янған йәштәребеҙ бар бит. Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни ойошмаһы үткәргән был сараға республикабыҙ райондарынан тиҫтәгә яҡын башлап яҙыусы йыйылды.
Байрамға мәртәбә өҫтәп, зама­ны­быҙҙың мәшһүр ҡурай­сыһы, халыҡ артисы Азат Айытҡолов ҡурайҙа уйнап ебәрҙе. Шулай, моң төйәге Башҡортостанда бөгөн дә – XXI быуатта — шиғыр уҡыйҙар, шиғыр яҙалар. Башҡорт һәм татар телендә ижад итеүселәрҙең ҡоро­на Күгәрсендән Хәким Алсынбаев, Дәүләкәндән Гөлүзә Әхмәҙиева, Ҡариҙелдән Фидаил Сафин, Стәрлета­маҡтан Илүзә Исмәғиле­ва, Белореттан Фәйрүзә Кинйәбае­ва, Әбйәлилдән Нуриҙә Илһамова, Учалынан Денис Ғилманов, Бла­говарҙан Нурлан Ғәниев килгәйне. Улар сәхнәнән тамашасыларға шиғри сәләмен еткерҙе. З. Исмәғи­лев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының III курс студенттары ла башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Йәш­тәрҙе тәбрикләп, Башҡортостан­дың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ҡотлау һүҙен әйтте, китаптарын бүләк итте. Башҡортостандың Дәү­ләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, шағирә Йомабикә Ильясова ла йәш быуын өсөн ихлас ҡы­уаныуын билдәләне, ижади ҡомар теләне.
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни ойош­ма­һы етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, шағирә Тамара Искәндәриә йәш­тәр­гә ҡарата тәбрикләү һүҙен еткер­ҙе. Шағирәләр Зөлфиә Ханнанова менән Гөлнара Хәлфет­ди­нованың сығышын тамашасылар бик йылы ҡабул итте. “Сә­хипъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғи­әте етәксеһе Ләйсән Сираева, тамашала ҡатнашыусы­ларҙы ҡотлап, матур бүләк, сәскәләр ҙә тапшырҙы.
Шиғыр, йыр, бейеү менән үре­леп барған кисә танһыҡ ҡына осрашыу булып хәтерҙә ҡалды. Улай ғына ла түгел, хатта шиғыр ауазы етмәй ҡалған кеүек булды. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, байрамдың режиссеры Эвелина Редькина уны ыҡсым, йылы һәм яҡты мотивҡа ҡора белгән. Алып барыусылар Альбина Фәйзуллина менән Данил Ғофранов та, әйтерһең, ғүмер буйы сәхнәнән төшмәгән оҫталар кеүек иркен һәм профессионалдарса тотто үҙен!
Сарала Архангел районынан Раушан Хажиәхмәтов менән Белореттан Венер Сәлихов та ҡатна­шыр­­ға тейеш ине. Әллә юл боҙолоп китеү ҡамасауланымы, әллә башҡа сәбәптәнме, уларҙан сәләм булманы. Төбәктәрҙә ижад иткәндәрҙе күрмәйҙәр, унда осра­шыуҙарға килмәйҙәр, тип зарла­ныусыларҙың тауышы ишетелеп ҡала ҡайһы саҡ. Нисек инде күрмәйҙәр, нисек инде яҙыусылар осрашыуҙарға йөрөмәй? Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтмешләй, быуындар бәйләнеше тигән бөйөк төшөнсә беҙҙә һаҡланған һәм ысын яҙыусы үксәләргә баҫып килгәндәрҙең һүҙенә, ижади аҙымына битараф түгел. Эш һеҙҙә хәҙер, йәштәр, йәгеҙ, ниндәй әҫәрҙәр менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙ?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782