“Әҙәби нағыш” республика марафоны сиктәрендә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башлап яҙыусыларҙың шиғыр кисәһе ойошторола тигәс, төбәктәрҙә үткән осрашыуҙарҙы күҙ алдына баҫтырҙым. Ысынлап та, ҡыҙыҡлы ижад иткән, ватансылыҡ тойғоһо менән янған йәштәребеҙ бар бит. Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни ойошмаһы үткәргән был сараға республикабыҙ райондарынан тиҫтәгә яҡын башлап яҙыусы йыйылды.Байрамға мәртәбә өҫтәп, заманыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсыһы, халыҡ артисы Азат Айытҡолов ҡурайҙа уйнап ебәрҙе. Шулай, моң төйәге Башҡортостанда бөгөн дә – XXI быуатта — шиғыр уҡыйҙар, шиғыр яҙалар. Башҡорт һәм татар телендә ижад итеүселәрҙең ҡорона Күгәрсендән Хәким Алсынбаев, Дәүләкәндән Гөлүзә Әхмәҙиева, Ҡариҙелдән Фидаил Сафин, Стәрлетамаҡтан Илүзә Исмәғилева, Белореттан Фәйрүзә Кинйәбаева, Әбйәлилдән Нуриҙә Илһамова, Учалынан Денис Ғилманов, Благоварҙан Нурлан Ғәниев килгәйне. Улар сәхнәнән тамашасыларға шиғри сәләмен еткерҙе. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының III курс студенттары ла башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Йәштәрҙе тәбрикләп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ҡотлау һүҙен әйтте, китаптарын бүләк итте. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, шағирә Йомабикә Ильясова ла йәш быуын өсөн ихлас ҡыуаныуын билдәләне, ижади ҡомар теләне.
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, шағирә Тамара Искәндәриә йәштәргә ҡарата тәбрикләү һүҙен еткерҙе. Шағирәләр Зөлфиә Ханнанова менән Гөлнара Хәлфетдинованың сығышын тамашасылар бик йылы ҡабул итте. “Сәхипъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Ләйсән Сираева, тамашала ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, матур бүләк, сәскәләр ҙә тапшырҙы.
Шиғыр, йыр, бейеү менән үрелеп барған кисә танһыҡ ҡына осрашыу булып хәтерҙә ҡалды. Улай ғына ла түгел, хатта шиғыр ауазы етмәй ҡалған кеүек булды. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, байрамдың режиссеры Эвелина Редькина уны ыҡсым, йылы һәм яҡты мотивҡа ҡора белгән. Алып барыусылар Альбина Фәйзуллина менән Данил Ғофранов та, әйтерһең, ғүмер буйы сәхнәнән төшмәгән оҫталар кеүек иркен һәм профессионалдарса тотто үҙен!
Сарала Архангел районынан Раушан Хажиәхмәтов менән Белореттан Венер Сәлихов та ҡатнашырға тейеш ине. Әллә юл боҙолоп китеү ҡамасауланымы, әллә башҡа сәбәптәнме, уларҙан сәләм булманы. Төбәктәрҙә ижад иткәндәрҙе күрмәйҙәр, унда осрашыуҙарға килмәйҙәр, тип зарланыусыларҙың тауышы ишетелеп ҡала ҡайһы саҡ. Нисек инде күрмәйҙәр, нисек инде яҙыусылар осрашыуҙарға йөрөмәй? Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтмешләй, быуындар бәйләнеше тигән бөйөк төшөнсә беҙҙә һаҡланған һәм ысын яҙыусы үксәләргә баҫып килгәндәрҙең һүҙенә, ижади аҙымына битараф түгел. Эш һеҙҙә хәҙер, йәштәр, йәгеҙ, ниндәй әҫәрҙәр менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙ?!