Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡһанда ла... сәхнәлә!
Йәй көндәрендә Мәндүҙә апайҙы өйөндә осратыу мөмкин түгел. Ҡаҙ бәпкәләрен Ҡаҫмарт йылғаһына ҡыуып төшөрөп, уларҙың һыуҙа йөҙөп, кинәнеп уйнағандарын рәхәтләнеп ҡарап тора. Бәпкәләрҙе йортҡа алып ҡайтырға булһа, “сип-сип” тип саҡырып тормай, йырлап ебәрһә, тегеләре уның янына йүгереп килә. Моңло тауышын, күрәһең, ҡош-ҡорт та ярата. Йәки тулы биҙрәләр менән быҙауҙарға һыу ташып эсерә. Кис, көтөү ҡайтҡанда, һарыҡ-кәзәләрен барлап ихатаға индерә, ҙур табағын тотоп, һыйыр-башмаҡтарын ҡаршы ала. Улар Мәндүҙә апайҙың ҡулынан ашарға ғәҙәтләнгән, аҙ ғына буш ваҡыты табылһа, дебеттән (кәзә мамығы) шәл бәйләргә тотона. Әйткәндәй, маҡтаулы “Ырымбур шәле” шул Мәндүҙә Йылҡыбаева кеүектәрҙең ҡул эше инде.
Апай — Сәғит ауылында абруйлы ке­ше, ике йылдан 90 йәшен билдәләйәсәк. Йортонан кеше өҙөлмәй, күптәр кәңәш һорап килә, хәйер килтереүселәр ҙә аҙ түгел, бәғзеләр вафат булғандарҙың яҡты рухына бағышлап аят уҡыта. Уның өҫтәлендә һәр ваҡыт самауыры ҡайнап ултыра, килгәндәрҙе сәй эсермәй сығармай — шулай ғәҙәтләнгән.
Мәндүҙә апай бала саҡтан атайһыҙ ҡала: Ғәлиәс ағай, өй төҙөгәндә фажи­ғәгә тарып, был донъяны ташлап китеп барҙы. Донъяның бөтә ауырлығы әсәһе Миңзифаға төштө. Ул урман-туғайҙан ҡайтып инмәне, колхоз эшендә лә бик әүҙем ҡатнашты. Дарыу үләндәре кәрәк булһа, ауыл халҡы уға йүгерер ине, сөнки дарыу үләндәренең һәр береһен айырым-айырым киптереп бәйләп ҡуя торғайны. Ул 100 йәшкә тиклем йәшәне, хатта шул саҡта ла өйҙә ултырманы, эш менән мәшғүл булды. Хеҙмәтте, эште яратыу Мәндүҙә апайға әсәһенән күскән булһа кәрәк.
Мәндүҙә апайҙың йәшлеге Бөйөк Ва­тан һуғышына тура килде. Кол­хоздағы күп кенә ирҙәр башҡара торған ауыр эштәрҙе ул күтәрҙе. Ер һөрөү, тырматыу, иген йыйыу, көлтәнән эҫкерт өйөү, колхоз малдарына һалам-бесән ташыу — былар барыһы ла йәш ҡыҙҙың башынан үтте. Әммә аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр эш уны сүктерә алманы, рух байлығы ҡаҡшарға ирек бирмәне.
Ауыл халҡы Мәндүҙә апайҙың моңло һәм сағыу тауышлы йырҙарын, таҡмаҡ­тарын үтә яратты, үҙ итте. Донъяла төр­лө саҡ була. Бер ваҡыт апайҙар Ырым­бур өлкәһенең Медногорск ҡа­лаһы янындағы башҡорт ауылына күсеп китте. Ауыл етемһерәп ҡалғандай, ҡот киткәндәй тойолдо. Йәштәр кисә ойоштороп ҡарай, ләкин сағыу тауышлы ойош­тороусы етешмәй. Бәхеткә, Мәндүҙә апай ситтә оҙаҡ тормай, кире ҡайтып төштө. Ошо мәлдә ауылға йәм ингәндәй булды, уйын-көлкө яңы һулыш алды, илһам өҫтәлде. Уның сағыу та­уыш менән көлөп ебәреүе лә йәштәрҙә дәрт уята ине.
Ул оҫта йырсы йәки таҡмаҡсы ғына булманы, төрлө ваҡиғаларға ҡарата үҙе лә таҡмаҡ сығара торғайны, тимәк, сәсәнлек сифаттары ла ярылып ятҡан. Мәҫәлән, һуғыш йылдарында йәрәхәт алып ҡайтыусылар йәки һуғыш тамам­ланғас, ауылға ҡайтып трофей ҡул сәғәттәре тағып йөрөүселәр бар ине. Уларға ҡарата:
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Сәғәҙәт.
Бөйөк Еңеү арҡаһында
Тағып алдығыҙ сәғәт, –
тип таҡмаҡлай ине ул.
Ауылда ҡушкөбәкле оҫта һунарсы һәм гармунсы, халыҡ араһында абруйлы, изге күңелле ауыл хужалығы продукцияһын йыйып дәүләткә тапшырыусы агент Таһир ағай Юланов йәшәне. 10—15 саҡрым ситтәрәк ятҡан Бурланай тип аталған ерҙә колхоздың малсылыҡ фермаһы булды. Тирә-яҡты урман уратып алған. Малдарға бүреләр тынғылыҡ бирмәй: эңер төшөү менән ферма эргәһенә килеп олой башлайҙар. Ҡарауылсы сығып, ағасҡа аҫып ҡуйған тимергә һуғып, тауыш та биреп ҡарай. Күрәһең, быға бүреләр күнегеп бөткән. Өҫтәүенә ҡарауылсы ла әҙәм балаһы, ҡурҡып килеп инә. Мылтығы менән Таһир ағайҙы саҡырғандар. Ул да төнөн бер-ике атып, тауыш биреп ҡарай. Бүреләр бер аҙ тынып тора ла тағы олой башлай. Таһир ағайға ятып ял итергә лә урын юҡ.
Мәндүҙә апай оҙаҡ уйлап тормай:
Бурсанайға Таһир килгән
Бүреләрҙе атырға.
Алты аяҡлы ҡандаланан
Ҡурҡып тора ятырға, –
тип таҡмаҡ сығарып ҡуя.
Билдәле булыуынса, кешеләр кисәгә нисек тә матурыраҡ кейенеп килергә тырыша, хатта күрше әхирәттәренән күлдәк-яулыҡ һорап тороу ғәҙәткә инә. Һуғыштан ҡайтҡан ир-егеттәр итек кейеп, уны таҙартып килергә өйрәнде. Уртала бейеп йөрөгән бер ағайға төбәп Мәндүҙә апай ҡысҡырып таҡмаҡ әйтә башланы:
Аяғыңдағы итектең
Табандары сакауай.
Үҙе былай һәйбәт кенә,
Бисәһе бесталкауай.
Халыҡ эсен тотоп көлә. Әлбиттә, ирекәй ҙә асыулана алманы, сөнки был уйын.
Йылдар үтә торҙо. Мәндүҙә апай Шакир исемле егетте һайланы. Бик матур тормош ҡороп ебәрҙе улар. Ша­кирҙың атаһы ике ҡатын менән йәшәгән. Ул вафат булғас, ҡатындары бер ихатала ике бәләкәй генә өйҙә айырым йәшәне, әммә Мәндүҙә апай уларҙы “бейем” тип бик ихтирам итте. “Үгәй бейем”де лә иртәнге сәйгә алып сығыр ине, төшкө һәм киске аш та бергә булды. Өҫтәүенә ике өйҙөң дә иҙән­дәрен ҡырып матур итеп йыуып ҡуйҙы. Шуға күрә лә ике бейем дә, килендән уңдыҡ, тигән юғары баһа бирҙе, уны ҡыҙҙары һымаҡ яҡын күрҙе.
Мәндүҙә апай башҡорт халыҡ йыр­ҙарын башҡарырға бик яратты, белмә­гәне булмағандыр. Яңыларын отоп алыу һәләте лә көслө ине.
Бала саҡтан йыр-моңға булған һөйөү бөгөн дә һүрелмәй, 90 йәшенә етеп килеүгә ҡарамаҫтан, ул йыш ҡына ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһай. Күрәһең, йыр-моң уға мәңгелек юлдаш булып ҡалған.
Миңә ҡалһа, тормош уға бөтә яҡшы сифаттарҙы йәлләмәй биргән. Әле улы һәм килене менән бергә йәшәй. Халыҡ иһә апайҙы “Мәрхәмәтле йырсы Мән­дүҙә” тип йөрөтә. Тормоштоң әсе-сөсө­һөн үҙ башынан үткәргән, бөгөн рә­хәт­лек кисергән ил инәһенең йәшәү тәжрибәһе күптәр өсөн өлгө булып тора. Ул үҙ бәхетен кешеләр менән уртаҡ­лаша белә, изге ниәттәре сәскә атып, хуш еҫтәре мөхиткә тарала.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782