Туҡһанда ла... сәхнәлә!11.11.2015
Йәй көндәрендә Мәндүҙә апайҙы өйөндә осратыу мөмкин түгел. Ҡаҙ бәпкәләрен Ҡаҫмарт йылғаһына ҡыуып төшөрөп, уларҙың һыуҙа йөҙөп, кинәнеп уйнағандарын рәхәтләнеп ҡарап тора. Бәпкәләрҙе йортҡа алып ҡайтырға булһа, “сип-сип” тип саҡырып тормай, йырлап ебәрһә, тегеләре уның янына йүгереп килә. Моңло тауышын, күрәһең, ҡош-ҡорт та ярата. Йәки тулы биҙрәләр менән быҙауҙарға һыу ташып эсерә. Кис, көтөү ҡайтҡанда, һарыҡ-кәзәләрен барлап ихатаға индерә, ҙур табағын тотоп, һыйыр-башмаҡтарын ҡаршы ала. Улар Мәндүҙә апайҙың ҡулынан ашарға ғәҙәтләнгән, аҙ ғына буш ваҡыты табылһа, дебеттән (кәзә мамығы) шәл бәйләргә тотона. Әйткәндәй, маҡтаулы “Ырымбур шәле” шул Мәндүҙә Йылҡыбаева кеүектәрҙең ҡул эше инде.
Апай — Сәғит ауылында абруйлы кеше, ике йылдан 90 йәшен билдәләйәсәк. Йортонан кеше өҙөлмәй, күптәр кәңәш һорап килә, хәйер килтереүселәр ҙә аҙ түгел, бәғзеләр вафат булғандарҙың яҡты рухына бағышлап аят уҡыта. Уның өҫтәлендә һәр ваҡыт самауыры ҡайнап ултыра, килгәндәрҙе сәй эсермәй сығармай — шулай ғәҙәтләнгән.
Мәндүҙә апай бала саҡтан атайһыҙ ҡала: Ғәлиәс ағай, өй төҙөгәндә фажиғәгә тарып, был донъяны ташлап китеп барҙы. Донъяның бөтә ауырлығы әсәһе Миңзифаға төштө. Ул урман-туғайҙан ҡайтып инмәне, колхоз эшендә лә бик әүҙем ҡатнашты. Дарыу үләндәре кәрәк булһа, ауыл халҡы уға йүгерер ине, сөнки дарыу үләндәренең һәр береһен айырым-айырым киптереп бәйләп ҡуя торғайны. Ул 100 йәшкә тиклем йәшәне, хатта шул саҡта ла өйҙә ултырманы, эш менән мәшғүл булды. Хеҙмәтте, эште яратыу Мәндүҙә апайға әсәһенән күскән булһа кәрәк.
Мәндүҙә апайҙың йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышына тура килде. Колхоздағы күп кенә ирҙәр башҡара торған ауыр эштәрҙе ул күтәрҙе. Ер һөрөү, тырматыу, иген йыйыу, көлтәнән эҫкерт өйөү, колхоз малдарына һалам-бесән ташыу — былар барыһы ла йәш ҡыҙҙың башынан үтте. Әммә аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр эш уны сүктерә алманы, рух байлығы ҡаҡшарға ирек бирмәне.
Ауыл халҡы Мәндүҙә апайҙың моңло һәм сағыу тауышлы йырҙарын, таҡмаҡтарын үтә яратты, үҙ итте. Донъяла төрлө саҡ була. Бер ваҡыт апайҙар Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһы янындағы башҡорт ауылына күсеп китте. Ауыл етемһерәп ҡалғандай, ҡот киткәндәй тойолдо. Йәштәр кисә ойоштороп ҡарай, ләкин сағыу тауышлы ойоштороусы етешмәй. Бәхеткә, Мәндүҙә апай ситтә оҙаҡ тормай, кире ҡайтып төштө. Ошо мәлдә ауылға йәм ингәндәй булды, уйын-көлкө яңы һулыш алды, илһам өҫтәлде. Уның сағыу тауыш менән көлөп ебәреүе лә йәштәрҙә дәрт уята ине.
Ул оҫта йырсы йәки таҡмаҡсы ғына булманы, төрлө ваҡиғаларға ҡарата үҙе лә таҡмаҡ сығара торғайны, тимәк, сәсәнлек сифаттары ла ярылып ятҡан. Мәҫәлән, һуғыш йылдарында йәрәхәт алып ҡайтыусылар йәки һуғыш тамамланғас, ауылға ҡайтып трофей ҡул сәғәттәре тағып йөрөүселәр бар ине. Уларға ҡарата:
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Сәғәҙәт.
Бөйөк Еңеү арҡаһында
Тағып алдығыҙ сәғәт, –
тип таҡмаҡлай ине ул.
Ауылда ҡушкөбәкле оҫта һунарсы һәм гармунсы, халыҡ араһында абруйлы, изге күңелле ауыл хужалығы продукцияһын йыйып дәүләткә тапшырыусы агент Таһир ағай Юланов йәшәне. 10—15 саҡрым ситтәрәк ятҡан Бурланай тип аталған ерҙә колхоздың малсылыҡ фермаһы булды. Тирә-яҡты урман уратып алған. Малдарға бүреләр тынғылыҡ бирмәй: эңер төшөү менән ферма эргәһенә килеп олой башлайҙар. Ҡарауылсы сығып, ағасҡа аҫып ҡуйған тимергә һуғып, тауыш та биреп ҡарай. Күрәһең, быға бүреләр күнегеп бөткән. Өҫтәүенә ҡарауылсы ла әҙәм балаһы, ҡурҡып килеп инә. Мылтығы менән Таһир ағайҙы саҡырғандар. Ул да төнөн бер-ике атып, тауыш биреп ҡарай. Бүреләр бер аҙ тынып тора ла тағы олой башлай. Таһир ағайға ятып ял итергә лә урын юҡ.
Мәндүҙә апай оҙаҡ уйлап тормай:
Бурсанайға Таһир килгән
Бүреләрҙе атырға.
Алты аяҡлы ҡандаланан
Ҡурҡып тора ятырға, –
тип таҡмаҡ сығарып ҡуя.
Билдәле булыуынса, кешеләр кисәгә нисек тә матурыраҡ кейенеп килергә тырыша, хатта күрше әхирәттәренән күлдәк-яулыҡ һорап тороу ғәҙәткә инә. Һуғыштан ҡайтҡан ир-егеттәр итек кейеп, уны таҙартып килергә өйрәнде. Уртала бейеп йөрөгән бер ағайға төбәп Мәндүҙә апай ҡысҡырып таҡмаҡ әйтә башланы:
Аяғыңдағы итектең
Табандары сакауай.
Үҙе былай һәйбәт кенә,
Бисәһе бесталкауай.
Халыҡ эсен тотоп көлә. Әлбиттә, ирекәй ҙә асыулана алманы, сөнки был уйын.
Йылдар үтә торҙо. Мәндүҙә апай Шакир исемле егетте һайланы. Бик матур тормош ҡороп ебәрҙе улар. Шакирҙың атаһы ике ҡатын менән йәшәгән. Ул вафат булғас, ҡатындары бер ихатала ике бәләкәй генә өйҙә айырым йәшәне, әммә Мәндүҙә апай уларҙы “бейем” тип бик ихтирам итте. “Үгәй бейем”де лә иртәнге сәйгә алып сығыр ине, төшкө һәм киске аш та бергә булды. Өҫтәүенә ике өйҙөң дә иҙәндәрен ҡырып матур итеп йыуып ҡуйҙы. Шуға күрә лә ике бейем дә, килендән уңдыҡ, тигән юғары баһа бирҙе, уны ҡыҙҙары һымаҡ яҡын күрҙе.
Мәндүҙә апай башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға бик яратты, белмәгәне булмағандыр. Яңыларын отоп алыу һәләте лә көслө ине.
Бала саҡтан йыр-моңға булған һөйөү бөгөн дә һүрелмәй, 90 йәшенә етеп килеүгә ҡарамаҫтан, ул йыш ҡына ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһай. Күрәһең, йыр-моң уға мәңгелек юлдаш булып ҡалған.
Миңә ҡалһа, тормош уға бөтә яҡшы сифаттарҙы йәлләмәй биргән. Әле улы һәм килене менән бергә йәшәй. Халыҡ иһә апайҙы “Мәрхәмәтле йырсы Мәндүҙә” тип йөрөтә. Тормоштоң әсе-сөсөһөн үҙ башынан үткәргән, бөгөн рәхәтлек кисергән ил инәһенең йәшәү тәжрибәһе күптәр өсөн өлгө булып тора. Ул үҙ бәхетен кешеләр менән уртаҡлаша белә, изге ниәттәре сәскә атып, хуш еҫтәре мөхиткә тарала.