Милли әҙәбиәт музейы Шәйехзада Бабичтың биографияһындағы аҡ таптарҙы бөтөрөү, уның ижадын барлау йәһәтенән күп көс һала. Үткән йыл музей директоры Гөлдәр Моратова етәкселегендә бер төркөм хеҙмәткәрҙәр Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында ғилми экспедицияла булды. Был ерҙәрҙә Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Ғабдулла Туҡай, Шәйехзада Бабич йәшәп киткән, ижад иткән.Шундай һорау тыуа: юғары интеллектлы шағир, йәш кенә егет, виртуоз мандолинасы, етмәһә, шәп декламатор Шәйехзада Бабич, уҡыуын бөтөргәс, ни өсөн зыялылар, заманса ҡарашлылар менән аралашыу мөмкинлеге киң һәм әҙип өсөн мөһим булған төрлө матбуғат баҫмалары, китаптар нәшер ителгән Өфөлә ҡалмай, Ҡазанға, Ырымбурға бармай, ҡаҙаҡ далаһы менән сиктәш бәләкәй генә Троицк ҡалаһына китә? Өфөлә уның ынтылышын аңларға теләгән, ижадына төплө баһа бирерлек дуҫ-иштәре юҡ кимәлендә булдымы икән әллә? Быға асыҡ дәлил – шағирҙың “Көтәм” тигән шиғыры тураһында “Тормош” гәзите мөхәрририәтендә фекер алышыу. Был әҫәр Мәжит Ғафуриҙы, Сәғит Рәмиевте, Нәжип Думаиҙы, Сәғит Сүнчәләйҙе тетрәндерҙе, тип яҙа үҙенең хәтерләүҙәрендә Зариф Бәшири.
КөтәмЙөрөгән саҡта
башҡорт туғайҙарын,
Йәнем әллә ҡайҙа елкенә,
Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын,
Йөрәгемә моңдар бөркөлә.
Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,
Балҡый йәннәт нуры – гөлөстан,
Меҫкен башҡорт ауылын
килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем – гүрестан.
Ишеткәндәй булам әллә ҡайҙан
Ырыҫ, бәхет, өмөт йырҙарын;
Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән,
Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын.
Романтик характерлы, йөрәге халыҡ яҙмышы хаҡында әрнегән кешегә фекерҙәш табыу ауыр шул. Уны Өфөлә аңламайҙар. Шиғыр ул саҡта баҫылмай. Шәйехзада Бабич фекерҙәштәрҙе Троицкиҙа таба. Шағир шуларҙың бер нисәһен Троицкиҙың 3-сө мәсете янындағы мәҙрәсәһенә уҡытырға килә. Тарихи документтарҙан күренеүенсә, ул йорт 1863 йылда һалынған. Финанс яғынан тәүҙә сауҙагәр Абдулла Бакиров ярҙам иткән. Унан һуң – Яуышевтар. Мәсеттең тәүге имамы һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе итеп Шәрәфетдин Мәһәҙиев хәҙрәт тәғәйенләнгән, ләкин ул күберәк сауҙа менән шөғөлләнеп, үҙ бурысын үтәмәгән. 1872 йылда Троицкиҙың 3-сө мәхәлләһе мосолмандары йыйылыш үткәреп, Мөхәмәтйән Рахманғоловты икенсе мулла итеп һайлап ҡуйған, губерна идаралығы быны указ менән раҫлаған.
Бында тағы шуны әйтеп үтеү кәрәктер: Мөхәмәтйән хәҙрәт, уның ҡустыһы Әхмәт ахун хәҙрәт Рахманғоловтар һәм Зәйнулла Рәсүлев — бөйөк Аҡмулланың дуҫтары — уға һәр саҡ ярҙам иткән, аралашып йәшәгән.
Мөхәмәтйән хәҙрәттең Ғабдрахман, Зыяитдин, Шаһиәхмәт исемле өс улы һәм Зыяи исемле ҡыҙы булғаны билдәле. Улдары Мысыр, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә университеттарын тамамлап ҡайтып, Троицкиҙа эш башлаған.
Мөхәмәтйән хәҙрәт Рахманғолов 1900 йылда гүр эйәһе булғас, Ғабдрахман хәҙрәт 3-сө мәсеттең имамы һәм мөҙәрисе итеп тәғәйенләнә. Ул Шәйехзада Бабичты Троицк ҡалаһына саҡыртып килтерә лә инде. Ғабдрахман үҙенсәлекле шағир ҙа булған. Шиғырҙары төрлө псевдоним менән матбуғатта йыш баҫылған.
Ул йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнгән. Бөтә Рәсәй мосолмандары съездарында делегат булып ҡатнашып, мосолман балалары ла белем алыуға, төрлө һөнәр үҙләштереүгә тиң хоҡуҡлы булырға тейеш, тип етди мәсьәләләрҙе күтәргән. Фарсы, ғәрәп, төрөк, урыҫ шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Хатта Шәйехзада Бабичтың поезд вагонында бер ҡыҙға ғашиҡ булып яҙған шиғырын тиҙ генә урыҫсаға ауҙарып, ялҡынлы уҡып, һылыуҙың йөрәгендә мөхәббәт уты ҡабыҙған. Был хәл улар икәүләп Өфөгә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең 10 йыллығын байрам итергә китеп барғанда булған.
Алға китеп, тағы шуны өҫтәйек: Ғабдрахман хәҙрәт 1912 йылдың май-июнь айҙарында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙы Троицк ҡалаһына саҡырып, дачаһында башҡорт ҡымыҙы менән дауалай, бер нисә айға булһа ла уның ғүмерен оҙайта. Шуныһы үкенесле: Ғабдрахман хәҙрәттең тормош юлы фажиғәле тамамлана. Ул граждандар һуғышы мәлендә башҡорттарҙың милли азатлыҡ көрәшендә ҡатнаша. 1920 йылда Урта Азияға китеп, өс йыл тирәһе юғалып тора. 1924 йылда Троицкиға ҡайта, ә 1925 йылда уны һайлау хоҡуғынан мәхрүм итәләр, 1928 йылда иһә йортон конфискациялайҙар. Хәҙрәт төрлө кешеләрҙә, подвалдарҙа, землянкаларҙа йәшәргә мәжбүр була. 1937 йылда уны ҡулға алалар һәм репрессияға дусар итәләр.
Зыяитдин мулла Рахманғолов 1906 — 1920 йылдарҙа 3-сө мәсет ҡарамағындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе вазифаһын үтәй, Шәйехзада Бабич менән бергә балаларға белем бирә. Тарихи документтарға таянып, шуны әйтәйек: мәҙрәсәлә башланғыс (иптадан) класс ҡына була. 1913/14 уҡыу йылында 86 шәкерт белем ала. К. Вәлиуллин, Ш.Жаһалетдинов, С. Фәйзуллин, Ғ.Вилданов мөғәллим була. Ғәрәп, иҫке төрки телдәре, ислам дине нигеҙҙәре, тарих, арифметика, география фәндәре уҡытыла.
Зыяитдин мулла — дин нигеҙҙәрен, Шәйехзада Бабич ислам тарихын, география дәрестәрен алып барған, Шаһиәхмәт Рахманғолов иҫке төрки теленән дәрес биргән. Зыяитдин хәҙрәт Рахманғолов урыҫ, ғәрәп, фарсы, төрөк, француз, немец, инглиз телдәрен һәйбәт белгән. Революциянан һуң ике йыл Ташкентта дәүләт ойошмаларында тәржемәсе булып эшләгән. Аҙаҡ Троицкиға ҡайтып, эшһеҙ була, балалары ҡарамағында йәшәй. Өс улы ла 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Зыяитдин хәҙрәтте 1947 йылда Ырымбурҙағы йәмиғ мәсете имам-хатибы һәм Ырымбур өлкәһе мөхтәсибәте етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. 1952 йылда вафат була.
Мөхәмәтйән хәҙрәттең өсөнсө улы Шаһиәхмәт Рахманғолов проза әҫәрҙәре һәм пьесалар яҙа. Уның “Сыңғыҙхан” (1914), “Упҡын” (1925), “Һыу аҫтында тулҡын” (1926), “Йыһан тетрәгәндә” (1926), “Дегәнәк”, “Килмешәк” (1927), “Сафура”, “Шомло шәүләләр” (1928), “Ҡара күләгәләр” (1931) һәм башҡа пьесалары Троицк, Ырымбур, Ҡазан, Әстрхан ҡалаларында ҡуйылған. Әҙәби псевдонимы тәүҙә — Әхмәт-әл-Тажетдин, революциянан һуң Әхмәт Рахманҡолой була.
Ул да ағаһы Ғабдрахман менән бергә репрессияға эләгә. 1955 йылда төрмәнән сығып, күп тә үтмәҫтән мәрхүм була. Драматург Шаһиәхмәт Рахманғолов тураһында Башҡортостанда мәғлүмәт юҡ, ә Татарстанда бер аҙ беләләр.
Ғабдрахман, Зыяитдин һәм Шаһиәхмәттең әсәһе – Фәрзәнә абыстай. Ул — Минзәлә башҡорттары Мостафа Ғәбделкәрим һәм Дөлшат Тажетдин Иштирәкиҙең ҡыҙы. Тажетдин Иштирәки – мосолман донъяһында данлыҡлы имам, мөғәллим. Риза Фәхретдиновтың яҙмаларына күҙ һалһаҡ, уның үҙе яҙған 40-тан артыҡ китабы һәм шунса китаптарҙы күсереп яҙғаны билдәле. Риза Фәхретдинов, Тажетдин Иштирәкиҙең хеҙмәттәрен бергә йыйһаң, ҙур кәбән булыр ине, тип һоҡланған. Үҙ мәктәбендә Фәрзәнә абыстай Аҡмулла шиғырҙарынан һәр саҡ өҙөктәр әйтеп, йор һүҙ менән ҡыҙ балаларға белем биргән. Үҙе лә бәйеттәр сығарған. Шаһиәхмәт тә тәүге псевдоним итеп олатаһының исемен алған — Әхмәт-әл-Тажетдин.
Бөйөк шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла ла был ғаиләлә иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе булған. Уның хөрмәтенә өйҙәрендә һәр саҡ оло шиғыр байрамы ойошторғандар.
Шәйехзада Бабич Троицкиҙа йәшәгән осорҙа Силәбе өйәҙенең Әлмән ауылынан зәңгәр күҙле, бик сибәр, белемле шағир, тәржемәсе Ямалетдин Йомаев, журналист, тарихсы Ғәбделбарый Баттал, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Мәхмәт Бөдәйле, ҡаҙаҡ әҙәбиәте классигы, “Айҡап” журналын ойоштороусы һәм уның тәүге мөхәррире Мөхәметжан Сералин, ҡаҙаҡ халҡын белемгә, мәҙәниәткә ылыҡтырыу өсөн көнө-төнө хеҙмәт иткән Жиһанша һәм Жансултан Сейдалиндар — уның серҙәштәре.
Сейдалиндар тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы шуны өҫтәп ҡуяйыҡ: Сыңғыҙхан нәҫеленән, ҡаҙаҡтың бөйөк улы Абулхайыр хан тармағы, Нурали хандың бүләләре улар. Жиһаншаның атаһы Әлмөхәмәт солтан — Рәсәй империяһының статский советнигы, генерал-майор дәрәжәһендәге шәхес. Ҡустанай, Ырғыҙ, Аҡтүбә өйәҙҙәрендә хеҙмәт итә. Аҡмулланың дуҫы. Бөйөк шағирыбыҙ уларға бағышлап “Ибрай Теләүгә” тигән шиғыр яҙған. Жиһанша Сейдалин Санкт-Петербург университетының юридик факультетын Керенский менән бер партала уҡып тамамлаған. Шәйехзада Бабич Троицкиҙа йәшәгән йылдарҙа Жиһанша Сейдалин округ судында присяжный адвокат булып хеҙмәт иткән. Карл Маркс хеҙмәттәрен ҡаҙаҡ теленә тәржемә иткән. Троицкиҙа нәшерләнгән “Айҡап” журналында төрлө темаларға байтаҡ мәҡәләһе сыҡҡан. Граждандар һуғышы мәлендә ҡыҙылдар яғында булған.
Жансолтан Сейдалин статский советник дәрәжәһендә генерал-майор була, Троицк округ суды ағзаһы һәм бер үк ваҡытта Троицк ҡалаһында урынлашҡан Ҡустанай өйәҙе мировой суды ағзаһы хеҙмәтен башҡара. “Айҡап” журналында мәҡәләләре йыш күренә.
Жансолтандың Мәрйәм исемле ҡыҙы – шағирә. Шиғырҙары Троицкиҙа “Айҡап” журналында баҫыла. Ул Ш.Бабичҡа ғашиҡ булған. Граждандар һуғышы ваҡытында улар ҡыҙылдар яғында разведкала йөрөгән. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә был хаҡта яҙылған.
Сейдалиндар — бөтәһе лә Ғабдрахман хәҙрәт Рахманғоловтың мәсетенә, өйөнә килеп йөрөгән зыялылар.
Тимәк, Шәйехзада Бабич Троицкиҙа йәшәгәндә сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынған, әҙәбиәт һәм сәнғәткә яҡын кешеләр менән аралашып йәшәгән, тип әйтә алабыҙ.
ҺҮРӘТТӘ: Шәйехзада Бабич замандаштары менән.