Бабич эҙҙәре буйлап11.11.2015
Бабич эҙҙәре буйлап Милли әҙәбиәт музейы Шәйехзада Бабичтың биографияһындағы аҡ таптарҙы бөтөрөү, уның ижадын барлау йәһәтенән күп көс һала. Үткән йыл музей директоры Гөлдәр Моратова етәкселегендә бер төркөм хеҙмәткәрҙәр Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында ғилми экспедицияла булды. Был ерҙәрҙә Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Ғабдулла Туҡай, Шәйехзада Бабич йәшәп киткән, ижад иткән.

Шундай һорау тыуа: юғары интеллектлы шағир, йәш кенә егет, виртуоз мандолинасы, етмәһә, шәп декламатор Шәйехзада Бабич, уҡыуын бөтөргәс, ни өсөн зыялылар, заманса ҡарашлылар менән аралашыу мөмкинлеге киң һәм әҙип өсөн мөһим булған төрлө матбуғат баҫмалары, китаптар нәшер ителгән Өфөлә ҡалмай, Ҡазанға, Ырымбурға бармай, ҡаҙаҡ далаһы менән сиктәш бәләкәй генә Троицк ҡалаһына китә? Өфөлә уның ынтылышын аңларға теләгән, ижадына төплө баһа бирерлек дуҫ-иштәре юҡ кимәлендә булдымы икән әллә? Быға асыҡ дәлил – шағирҙың “Көтәм” тигән шиғыры тура­һында “Тормош” гәзите мөхәрририә­тендә фекер алышыу. Был әҫәр Мәжит Ғафуриҙы, Сәғит Рәмиевте, Нәжип Ду­маиҙы, Сәғит Сүнчәләйҙе тетрәндерҙе, тип яҙа үҙенең хәтерләүҙәрендә Зариф Бәшири.

Көтәм

Йөрөгән саҡта
башҡорт туғайҙарын,
Йәнем әллә ҡайҙа елкенә,
Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын,
Йөрәгемә моңдар бөркөлә.
Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,
Балҡый йәннәт нуры – гөлөстан,
Меҫкен башҡорт ауылын
килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем – гүрестан.
Ишеткәндәй булам әллә ҡайҙан
Ырыҫ, бәхет, өмөт йырҙарын;
Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән,
Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын.

Романтик характерлы, йөрәге халыҡ яҙмышы хаҡында әрнегән кешегә фекерҙәш табыу ауыр шул. Уны Өфөлә аңламайҙар. Шиғыр ул саҡта баҫыл­май. Шәйехзада Бабич фекерҙәштәрҙе Троицкиҙа таба. Шағир шуларҙың бер нисәһен Троицкиҙың 3-сө мәсете янындағы мәҙрәсәһенә уҡытырға килә. Тарихи документтарҙан күренеүенсә, ул йорт 1863 йылда һалынған. Финанс яғынан тәүҙә сауҙагәр Абдулла Бакиров ярҙам иткән. Унан һуң – Яуышевтар. Мәсеттең тәүге имамы һәм мәҙрә­сәнең мөҙәрисе итеп Шәрә­фетдин Мәһәҙиев хәҙрәт тәғәйен­ләнгән, ләкин ул күберәк сауҙа менән шөғөлләнеп, үҙ бурысын үтәмәгән. 1872 йылда Троицкиҙың 3-сө мәхәлләһе мосолмандары йыйылыш үткәреп, Мөхәмәтйән Рахманғоловты икенсе мулла итеп һайлап ҡуйған, губерна идаралығы быны указ менән раҫлаған.
Бында тағы шуны әйтеп үтеү кәрәк­тер: Мөхәмәтйән хәҙрәт, уның ҡустыһы Әхмәт ахун хәҙрәт Рахманғоловтар һәм Зәйнулла Рәсүлев — бөйөк Аҡмул­ланың дуҫтары — уға һәр саҡ ярҙам иткән, аралашып йәшәгән.
Мөхәмәтйән хәҙрәттең Ғабдрахман, Зыяитдин, Шаһиәхмәт исемле өс улы һәм Зыяи исемле ҡыҙы булғаны бил­дәле. Улдары Мысыр, Сәғүд Ғәрәб­станы, Төркиә университеттарын та­мам­лап ҡайтып, Троицкиҙа эш баш­лаған.
Мөхәмәтйән хәҙрәт Рахманғолов 1900 йылда гүр эйәһе булғас, Ғабдрахман хәҙрәт 3-сө мәсеттең имамы һәм мөҙәрисе итеп тәғәйенләнә. Ул Шәйехзада Бабичты Троицк ҡалаһына саҡыртып килтерә лә инде. Ғабдрахман үҙенсәлекле шағир ҙа булған. Шиғырҙары төрлө псевдоним менән матбуғатта йыш баҫылған.
Ул йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнгән. Бөтә Рәсәй мосолмандары съездарында делегат булып ҡатнашып, мосолман балалары ла белем алыуға, төрлө һөнәр үҙләште­реүгә тиң хоҡуҡлы булырға тейеш, тип етди мәсьәләләрҙе күтәргән. Фарсы, ғәрәп, төрөк, урыҫ шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Хатта Шәйехзада Бабичтың поезд вагонында бер ҡыҙға ғашиҡ булып яҙған шиғырын тиҙ генә урыҫсаға ауҙарып, ялҡынлы уҡып, һылыуҙың йөрәгендә мөхәббәт уты ҡабыҙған. Был хәл улар икәүләп Өфөгә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең 10 йыл­лығын байрам итергә китеп барғанда булған.
Алға китеп, тағы шуны өҫтәйек: Ғабдрахман хәҙрәт 1912 йылдың май-июнь айҙарында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙы Троицк ҡалаһына саҡырып, дачаһында башҡорт ҡымыҙы менән дауалай, бер нисә айға булһа ла уның ғүмерен оҙайта. Шуныһы үке­несле: Ғабдрахман хәҙрәттең тормош юлы фажиғәле тамамлана. Ул граждандар һуғышы мәлендә башҡорттарҙың милли азатлыҡ көрәшендә ҡатнаша. 1920 йылда Урта Азияға китеп, өс йыл тирәһе юғалып тора. 1924 йылда Троицкиға ҡайта, ә 1925 йылда уны һайлау хоҡуғынан мәхрүм итәләр, 1928 йылда иһә йортон конфискациялайҙар. Хәҙрәт төрлө кешеләрҙә, подвалдарҙа, землянкаларҙа йәшәргә мәжбүр була. 1937 йылда уны ҡулға алалар һәм репрессияға дусар итәләр.
Зыяитдин мулла Рахманғолов 1906 — 1920 йылдарҙа 3-сө мәсет ҡарама­ғындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе вазифа­һын үтәй, Шәйехзада Бабич менән бергә балаларға белем бирә. Тарихи документтарға таянып, шуны әйтәйек: мәҙрәсәлә башланғыс (иптадан) класс ҡына була. 1913/14 уҡыу йылында 86 шәкерт белем ала. К. Вәлиуллин, Ш.Жа­һалетдинов, С. Фәйзуллин, Ғ.Вил­данов мөғәллим була. Ғәрәп, иҫке төрки телдәре, ислам дине нигеҙҙәре, тарих, арифметика, география фән­дәре уҡытыла.
Зыяитдин мулла — дин нигеҙҙәрен, Шәйехзада Бабич ислам тарихын, география дәрестәрен алып барған, Шаһиәхмәт Рахманғолов иҫке төрки теленән дәрес биргән. Зыяитдин хәҙрәт Рахманғолов урыҫ, ғәрәп, фарсы, төрөк, француз, немец, инглиз телдә­рен һәйбәт белгән. Революциянан һуң ике йыл Ташкентта дәүләт ойошмаларында тәржемәсе булып эшләгән. Аҙаҡ Троицкиға ҡайтып, эшһеҙ була, балалары ҡарамағында йәшәй. Өс улы ла 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Зыяитдин хәҙ­рәтте 1947 йылда Ырымбурҙағы йәмиғ мәсете имам-хатибы һәм Ырымбур өл­кә­һе мөхтәсибәте етәксеһе итеп тәғә­йенләйҙәр. 1952 йылда вафат була.
Мөхәмәтйән хәҙрәттең өсөнсө улы Шаһиәхмәт Рахманғолов проза әҫәр­ҙәре һәм пьесалар яҙа. Уның “Сың­ғыҙхан” (1914), “Упҡын” (1925), “Һыу аҫтында тулҡын” (1926), “Йыһан тетрәгәндә” (1926), “Дегәнәк”, “Кил­мешәк” (1927), “Сафура”, “Шомло шәүләләр” (1928), “Ҡара күләгәләр” (1931) һәм башҡа пьесалары Троицк, Ырымбур, Ҡазан, Әстрхан ҡалала­рында ҡуйылған. Әҙәби псевдонимы тәүҙә — Әхмәт-әл-Тажетдин, революциянан һуң Әхмәт Рахманҡолой була.
Ул да ағаһы Ғабдрахман менән бергә репрессияға эләгә. 1955 йылда төрмәнән сығып, күп тә үтмәҫтән мәр­хүм була. Драматург Шаһиәхмәт Рах­манғолов тураһында Башҡортостанда мәғлүмәт юҡ, ә Татарстанда бер аҙ беләләр.
Ғабдрахман, Зыяитдин һәм Шаһиәх­мәттең әсәһе – Фәрзәнә абыстай. Ул — Минзәлә башҡорттары Мостафа Ғәбдел­кәрим һәм Дөлшат Тажетдин Иштирәкиҙең ҡыҙы. Тажетдин Ишти­рәки – мосолман донъяһында дан­лыҡлы имам, мөғәллим. Риза Фәх­ретдиновтың яҙмаларына күҙ һалһаҡ, уның үҙе яҙған 40-тан артыҡ китабы һәм шунса китаптарҙы күсереп яҙғаны билдәле. Риза Фәхретдинов, Тажетдин Иштирәкиҙең хеҙмәттәрен бергә йыйһаң, ҙур кәбән булыр ине, тип һоҡланған. Үҙ мәктәбендә Фәрзәнә абыстай Аҡмулла шиғырҙарынан һәр саҡ өҙөктәр әйтеп, йор һүҙ менән ҡыҙ балаларға белем биргән. Үҙе лә бәйеттәр сығарған. Шаһиәхмәт тә тәүге псевдоним итеп олатаһының исемен алған — Әхмәт-әл-Тажетдин.
Бөйөк шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла ла был ғаиләлә иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе булған. Уның хөрмәтенә өйҙәрендә һәр саҡ оло шиғыр байрамы ойошторғандар.
Шәйехзада Бабич Троицкиҙа йәшә­гән осорҙа Силәбе өйәҙенең Әлмән ауылынан зәңгәр күҙле, бик сибәр, белемле шағир, тәржемәсе Ямалетдин Йома­ев, журналист, тарихсы Ғәбдел­барый Баттал, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Мәхмәт Бөдәйле, ҡаҙаҡ әҙәбиәте классигы, “Айҡап” журналын ойоштороусы һәм уның тәүге мөхәр­рире Мөхәметжан Сералин, ҡаҙаҡ халҡын белемгә, мәҙәниәткә ылыҡ­тырыу өсөн көнө-төнө хеҙмәт иткән Жиһанша һәм Жансултан Сейдалиндар — уның серҙәштәре.
Сейдалиндар тураһында һүҙ сыҡ­ҡас, тағы шуны өҫтәп ҡуяйыҡ: Сыңғыҙхан нәҫеленән, ҡаҙаҡтың бөйөк улы Абулхайыр хан тармағы, Нурали хандың бүләләре улар. Жиһаншаның атаһы Әлмөхәмәт солтан — Рәсәй империяһының статский советнигы, генерал-майор дәрәжәһендәге шәхес. Ҡустанай, Ырғыҙ, Аҡтүбә өйәҙҙәрендә хеҙмәт итә. Аҡмулланың дуҫы. Бөйөк шағирыбыҙ уларға бағышлап “Ибрай Теләүгә” тигән шиғыр яҙған. Жиһанша Сейдалин Санкт-Петербург универси­тетының юридик факультетын Керенский менән бер партала уҡып тамам­­лаған. Шәйехзада Бабич Троицкиҙа йәшәгән йылдарҙа Жиһанша Сейдалин округ судында присяжный адвокат булып хеҙмәт иткән. Карл Маркс хеҙмәттәрен ҡаҙаҡ теленә тәржемә иткән. Троицкиҙа нәшерләнгән “Айҡап” журналында төрлө темаларға байтаҡ мәҡәләһе сыҡҡан. Граждандар һуғышы мәлендә ҡыҙылдар яғында булған.
Жансолтан Сейдалин статский советник дәрәжәһендә генерал-майор була, Троицк округ суды ағзаһы һәм бер үк ваҡытта Троицк ҡалаһында урынлашҡан Ҡустанай өйәҙе мировой суды ағзаһы хеҙмәтен башҡара. “Айҡап” журналында мәҡәләләре йыш күренә.
Жансолтандың Мәрйәм исемле ҡыҙы – шағирә. Шиғырҙары Троицкиҙа “Айҡап” журналында баҫыла. Ул Ш.Бабичҡа ғашиҡ булған. Граждандар һуғышы ваҡытында улар ҡыҙылдар яғында разведкала йөрөгән. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә был хаҡта яҙылған.
Сейдалиндар — бөтәһе лә Ғабдрахман хәҙрәт Рахманғоловтың мәсетенә, өйөнә килеп йөрөгән зыялылар.
Тимәк, Шәйехзада Бабич Троицкиҙа йәшәгәндә сәйәсәт менән ҡыҙыҡ­һынған, әҙәбиәт һәм сәнғәткә яҡын кешеләр менән аралашып йәшәгән, тип әйтә алабыҙ.



ҺҮРӘТТӘ: Шәйехзада Бабич замандаштары менән.


Вернуться назад