Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғыр телендә һөйләшә Шаран
Шиғыр телендә һөйләшә Шаран Журналист булараҡ, республикабыҙҙың 53 райо­нына аяҡ баҫҡан бар, әммә бер төбәккә юл төшмәй ҙә ҡуя. Ул да булһа – Шаран районы. Бына, ниһайәт, “Тиле йәшлек”, “Бажалар” сәхнә әҫәрҙәре, “Ҡояш байымай ҙа байымай”, “Тол ҡатындар иламай” романдары менән башҡорт әҙәбиәте классиктары исемлегенә ингән Ибраһим Абдуллиндың, яҡты рухлы шағирә, “Аҡсарлаҡлы күл” йырының авторы Зарема Әхмәтйәнованың, ирекле шиғри формала ижад иткән Лилиә Сәғиҙуллинаның тыуған яғын барып күрергә лә насип булды. Автобус тәҙрәһенә ҡар ҡатыш ямғыр бәреп торһа ла, был яҡ тәбиғәтенең үҙенсәлегенә иғтибар итмәү мөмкин түгел: нимәһе менәндер тайганы хәтерләткән шырлыҡтар, ҡуйы урмандар ҡара көҙҙә лә үҙ йәмен юғалтмаған әле.
Шиғыр телендә һөйләшә Шаран“Китап биттәре аша әҙәби сәйә­хәт” тип аталған ижади аллея Өфө­нән килгән ҡунаҡтарҙы ғына түгел, район халҡын да ошо яҡта тыу­ған шәхес­тәр, тап Әҙәбиәт йылында юбилейын билдәләгән Рә­сәй яҙыусылары менән та­ныш­тырҙы. Бөйөк Ватан һу­ғы­шын­да Еңеүҙең 70 йыллығын бил­дәлә­гән йылда К. Симонов, М. Йә­лил, Ф. Кәрим ке­үек әҙиптәрҙең әҫәр­ҙә­ре­нә мөрә­жәғәт иткән мәктәп уҡыу­сылары. Шулай уҡ фашис­тар­ға ҡар­шы алышҡан фронтовик-яҙыусы Ибраһим Аб­дул­лин­дың “Атай-әсәй өйҙә юҡта” пьесаһы (һүрәттә), Зарема Әхмәтйә­нова­ның ижадына арналған Сергей Есениндың әҫәр­ҙәренән тор­ған шиғри композиция, мари яҙыусы­лары Дәүләт Исламов, Шард Бу­лат, тәбиғәтте өйрәнеүсе Юрий Косоуровтың ижадтарына арнал­ған күргәҙмәләр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ә инде ал­леяның осонда Вицин, Никулин, Моргунов кеүек СССР-ҙың бөйөк артистары төп ролдәрҙе башҡарған “Ҡафтау тотҡоно” фильмынан өҙөк сәхнәләштерелә башлағайны, ирек­һеҙҙән барыһы ла йылмайып ебәрҙе. Хатта ки­леш­терҙе ҡатын-ҡыҙҙар юмор оҫталары булып уйнағанда! Бына бит нисек ул ижади мөхиттә – унда арабыҙҙан киткән классиктар үҙҙәре, уларҙың геройҙары ғына түгел, ә Әҙәбиәт йылы менән Рәсәй киноһы йылы ла осраша!
Мәҙәниәт һарайында Шаран ра­йо­нының хакимиәт башлығы урын­ба­ҫары Ильвера Ғәзизова иң изге те­ләктәрен еткереп, Туймазы районы хакимиәтендә эшләгән кол­легаһы Сергей Подоприхинға марафон символы – Йылъяҙма-китапты тап­шыр­ҙы. Артабан ар­ҙаҡ­лы яҙыусы Ибра­­һим Аб­дул­линдың әҫәрҙәре донъя­­һы­на сәйәхәт башланды. Балалар уның китаптарынан өҙөктәр ҙә ят­лаған, сәхнә әҫәрҙәрен дә әҙер­ләгән. Быныһы аңлашыла ла – уҡымлы романдары, халыҡ күңе­лендә урын алған пьесалары менән хәтергә уйылып ҡалған И. Абдул­линдың тыуыуына 95 йыл тулды. Ошо уңайҙан райондың һәр мәктәбе әҙиптең ижадына мөрәжәғәт итеп, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, ятлау, сәхнәләштереү бу­йын­са ярышҡан. Иң уңышлылары Әҙәбиәт йылына бәйле төп сарала сәхнә түренә менде. Был ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы күрер­гә һәм хатта ым-ишаралары аша ла әҫәр эстәлеген еткереүҙәрен тойорға кәрәк! Афарин, мәктәп уҡыусылары!
Милли әҙәбиәт музейының баш һаҡлаусыһы, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альмира Шәрипова мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡот­лау сәләмдәрен еткерҙе. Фи­ло­логия фәндәре докторы, шағир Риф Әхмәҙиев өсөн был төбәк ят түгел икән, уның хәләл ефете – ошо яҡ ҡыҙы, шуға ла ул район халҡына туғандарса мөрә­жәғәт итеп, шиғри күстәнәс менән һыйланы.
Алда әйткәнемсә, “Тол ҡатын­дар иламай”, “Ҡояш байымай ҙа байымай” романдары, “Тиле йәш­лек” пьесаһы менән танылыу яулаған Ибраһим Абдуллин кеүек заман һулышын яҙған прозаиктар бик һирәк. Зарема Әхмәт­йә­но­ваның йылылыҡ бөркөп торған шиғриәте күңелемә яҡын минең. Бер мәл мәк­тәптә уҡығанда уны хатта Дәүләкәнгә осрашыуға килә тинеләр. Яҙ көттөк, йәйен дә булманы осрашыу. Көҙөн беҙ Баш­ҡорт дәүләт университетына уҡыр­ға индек. Моғайын, берәй әҙәби осрашыуҙа күреп ҡалыр­мын әле үҙен, тинем. Тормошҡа ашманы был хыял. Ҡаты ауы­ры­ған Зарема апай октябрь башын­да яҡты донъя менән хуш­лашты. Үҙе башҡарған “Аҡ­сар­лаҡ­лы күл” йырын радионан ишетеп, тауышына ғашиҡ бул­ғаным да хәтерҙә. Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева ла З. Әхмәт­йәно­ваның “Аҡбуҙат” журналы сыға башлаған осорҙа ҡағыҙ ме­нән ярҙам итеп ебәргәнен һөйләгәне бар. Булған бит замандар – әгәр баҫманы сығарырға ҡағыҙ юҡ икән, уның нәшер ите­леүҙән туҡтауы ихтимал булған. Кем белә, бәлки, ана шунда ул ихлас ярҙам ҡулы һуҙмаһа, “Аҡ­бу­ҙат” кеүек балалар баҫмаһы бөгөн донъя күрмәгән дә булыр ине. Барҙы юҡ итеүе генә рәхәт бит ул, ә бына булған нәмәне һаҡлауы – тап ана шул үҙ эше оҫталарының, ҡаһармандарҙың эше.
“Тыуған яҡ буйлап сәйәхәт: талант һәм илһам” тип атағандар ша­рандар төбәк ижадсыларының ҡулъяҙма­ларын тикшереү салонын. Өс телдә ижад итеүселәрҙең эштәренә фән докторы Риф Әх­мә­ҙиев, шағирә Лилиә Сәғи­ҙул­лина, “Истоки” гәзите редак­цияһы хеҙмәткәре Светлана Ғәфүрова баһа бирҙек, сарала шулай уҡ З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың баш библиографы Гөлфиә Әхмәҙиева ҡатнашты. Ба­һа бирҙек, йәш таланттар эҙләнек, тип әйткән һүҙҙәр ғәмәлдә нимәгә ҡайтып ҡала һуң? Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу кемдеңдер ҡулына һуғып, нишләп яҙаһығыҙ ул, тип әйтеү хоҡуғын бирмәй. Киреһенсә, “Әҙәби на­ғыш” республика марафоны сик­тә­рендә төбәктәге йәштәр, баш­лап яҙыусылар менән осра­шыу­сылар йөрәктәрҙән йөрәк­тәр­гә күпер һалыуҙы, китап уҡыу­сы­ны һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейеш, минеңсә. Өҙәрем юл сатында иғлан ителгән Әҙә­биәт йылы тап ана шул емерелгән күперҙәрҙе нығытыуҙы, һис бул­маһа, яңыһын һала башлауға нигеҙ ҡалдырырға тейештер. Садина Вәлиева, Венера Филиппова, Сәмәрә Әхмәтшина, Фирҙәт Вәлиев, Дания Шәрифуллина, Зиләрә Рафиҡова, өлкән йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, ижад эшенә тотонған. Уларҙың күбеһе шәхси тормошонда тәрән кисе­рештәр үткәреп, ҡулына ҡәләм алған. Ошо ғына күренеш тә шиғ­риәттең бәндә күңеленә ышыҡ, психотерапия булыуы хаҡында һөйләй түгелме һуң?! Эйе, альбом шиғырҙары, айырым кеше­ләр, ғаилә, төбәк өсөн генә яҙыл­ған шиғырҙар ҙа юҡ түгел өлкәндәр ижадында, әммә әгәр улар шиғриәт аша үҙ йәндәренә таяныс таба икән, был һис насар түгел. Был осраҡта, әлбиттә, һүҙ сәнғәте әҫәре тураһында һүҙ алып барып та булмай, әммә халҡыбыҙ борондан сәсән телле һәм кисерештәрен шиғри юлға һалырға ынтыла икән, был да – милли күренеш. Физура Ғатаул­лина инәй ҙә үҙенең бала сағын ҡобайыр рәүешендәге шиғри формаға һалған. Урыҫ телендә яҙышҡан Ольга Петрова менән Таисия Нагибина ижадына ла халыҡсанлыҡ хас. Ябай ғына тел менән тыуған яғы картиналарын ана нисек улар оҫта һүрәтләгән! Руслан Хафизов та урыҫ телендә яҙа, шуға күрә уның шиғри бал­ҡыштары күҙгә ташланып торһа ла, төп һүҙҙе әйтеүҙе Светлана Ғәфүроваға ҡалдырҙыҡ. Нимә генә тимә, әгәр беҙ башҡорт телендә яҙабыҙ, фекерләйбеҙ икән, беҙгә табыш күренгән образдарҙың башҡа тел нормаларына бөтөнләй тап килмәүе лә ихтимал. Шиғыр – ул шул уҡ тауар, тик рухи тауар, шуға күрә уның сифаты юғары булырға тейеш, тип әйткәнем генә түгел, әллә нисә­мәләр тапҡыр яҙып сыҡҡаным бар. Әгәр классик стилдә яҙабыҙ икән, ғәфү ит, ҡулына ҡәләм алыусы, уның бит ритмикаһы ла, рифмаһы ла булырға тейеш. Русландың шундай сағыу табыштары бар, әммә ул әҫәрҙәрен ҡабат уҡып тормай, ахырыһы. Шулай ҙа уға донъяны үҙенсә ҡабул итеү, танып белеү ят түгел.
Һәр төбәктә ижад итеүсе өлкән быуын вәкилдәре күп, шулай ҙа беҙ барыбер йәштәргә (һүрәттә) күберәк иғтибар бүләбеҙ, уларҙан яңы һүҙ көтәбеҙ. Эльнара Зиннурова, Зарина Туҡбаева, Ильмира Төхвәт­шина, Артур Әбделмәнов, Илина Сабанаева, Самира Солтанова, Радмир Кашапов, Диана Ғилә­жетдинова кеүек башлап яҙыу­сыларҙың шиғырҙарында ижа­ди ем бар, әлеге лә баяғы үҫтерергә, шиғыр төҙөлөшө, об­раз хаҡында фекер алыша алыр­лыҡ етәксе, анализ яһаған кеше кәрәк. Ләйсән Ғабдрахманова – ул әҙер шағирә. Урыҫ телендә яҙған аҡ шиғыр­ҙа­ры үҙенең генә түгел, тотош уратып алған донъяның картинаһын тыуҙыра алған. Шағи­рә Лилиә Сәғиҙуллина ла уның яҙғандарын юғары баһаланы. Фән докторы булараҡ, Риф Әхмәҙиев йәштәр­ҙең поэтик табыштары ха­ҡында һүҙ алып барҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ­лы: яҙышҡан ҡыҙҙар һәм ма­лайҙар бик күп. Өфөнән әллә ни алыҫ ятмаһа ла, Шаран хаҡын­да мәркәздә һүҙ бик йыш сыҡмай. Әммә ошо урман шырлыҡ­та­рын­дағы шиғырҙы тоя, уҡый белә башлап яҙыусылар.
Проза яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Карина Зарифуллина, мәҫәлән, һүҙ менән эш итә белә һәм әҫәр­ҙең сюжет линияһы булырға тейешлеге хаҡында ла хәбәрҙар. Ләйсән Диярова әҫәрҙәрен Лола Уколова псевдонимы аҫтында тәҡдим иткән. Үҙе лә проза яҙған яҙыусы булараҡ, Светлана Ғәфү­рова Ләйсәнде әҙер прозаик тип атаны. Ысынлап та, уҡымлы әҫәр яҙыуға өлгәшә алған. Әйткәндәй, уның хикәйәләрен һәм повесын “Бельские просторы” журналына тәҡдим иттек. Кем белә, бәлки, ул проза жанры буйынса “Әҙәби нағыш”тың иң ҙур табышы булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782