Журналист булараҡ, республикабыҙҙың 53 районына аяҡ баҫҡан бар, әммә бер төбәккә юл төшмәй ҙә ҡуя. Ул да булһа – Шаран районы. Бына, ниһайәт, “Тиле йәшлек”, “Бажалар” сәхнә әҫәрҙәре, “Ҡояш байымай ҙа байымай”, “Тол ҡатындар иламай” романдары менән башҡорт әҙәбиәте классиктары исемлегенә ингән Ибраһим Абдуллиндың, яҡты рухлы шағирә, “Аҡсарлаҡлы күл” йырының авторы Зарема Әхмәтйәнованың, ирекле шиғри формала ижад иткән Лилиә Сәғиҙуллинаның тыуған яғын барып күрергә лә насип булды. Автобус тәҙрәһенә ҡар ҡатыш ямғыр бәреп торһа ла, был яҡ тәбиғәтенең үҙенсәлегенә иғтибар итмәү мөмкин түгел: нимәһе менәндер тайганы хәтерләткән шырлыҡтар, ҡуйы урмандар ҡара көҙҙә лә үҙ йәмен юғалтмаған әле.“Китап биттәре аша әҙәби сәйәхәт” тип аталған ижади аллея Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы ғына түгел, район халҡын да ошо яҡта тыуған шәхестәр, тап Әҙәбиәт йылында юбилейын билдәләгән Рәсәй яҙыусылары менән таныштырҙы. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән йылда К. Симонов, М. Йәлил, Ф. Кәрим кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәренә мөрәжәғәт иткән мәктәп уҡыусылары. Шулай уҡ фашистарға ҡаршы алышҡан фронтовик-яҙыусы Ибраһим Абдуллиндың “Атай-әсәй өйҙә юҡта” пьесаһы (һүрәттә), Зарема Әхмәтйәнованың ижадына арналған Сергей Есениндың әҫәрҙәренән торған шиғри композиция, мари яҙыусылары Дәүләт Исламов, Шард Булат, тәбиғәтте өйрәнеүсе Юрий Косоуровтың ижадтарына арналған күргәҙмәләр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ә инде аллеяның осонда Вицин, Никулин, Моргунов кеүек СССР-ҙың бөйөк артистары төп ролдәрҙе башҡарған “Ҡафтау тотҡоно” фильмынан өҙөк сәхнәләштерелә башлағайны, ирекһеҙҙән барыһы ла йылмайып ебәрҙе. Хатта килештерҙе ҡатын-ҡыҙҙар юмор оҫталары булып уйнағанда! Бына бит нисек ул ижади мөхиттә – унда арабыҙҙан киткән классиктар үҙҙәре, уларҙың геройҙары ғына түгел, ә Әҙәбиәт йылы менән Рәсәй киноһы йылы ла осраша!
Мәҙәниәт һарайында Шаран районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Ильвера Ғәзизова иң изге теләктәрен еткереп, Туймазы районы хакимиәтендә эшләгән коллегаһы Сергей Подоприхинға марафон символы – Йылъяҙма-китапты тапшырҙы. Артабан арҙаҡлы яҙыусы Ибраһим Абдуллиндың әҫәрҙәре донъяһына сәйәхәт башланды. Балалар уның китаптарынан өҙөктәр ҙә ятлаған, сәхнә әҫәрҙәрен дә әҙерләгән. Быныһы аңлашыла ла – уҡымлы романдары, халыҡ күңелендә урын алған пьесалары менән хәтергә уйылып ҡалған И. Абдуллиндың тыуыуына 95 йыл тулды. Ошо уңайҙан райондың һәр мәктәбе әҙиптең ижадына мөрәжәғәт итеп, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, ятлау, сәхнәләштереү буйынса ярышҡан. Иң уңышлылары Әҙәбиәт йылына бәйле төп сарала сәхнә түренә менде. Был ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы күрергә һәм хатта ым-ишаралары аша ла әҫәр эстәлеген еткереүҙәрен тойорға кәрәк! Афарин, мәктәп уҡыусылары!
Милли әҙәбиәт музейының баш һаҡлаусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альмира Шәрипова мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Филология фәндәре докторы, шағир Риф Әхмәҙиев өсөн был төбәк ят түгел икән, уның хәләл ефете – ошо яҡ ҡыҙы, шуға ла ул район халҡына туғандарса мөрәжәғәт итеп, шиғри күстәнәс менән һыйланы.
Алда әйткәнемсә, “Тол ҡатындар иламай”, “Ҡояш байымай ҙа байымай” романдары, “Тиле йәшлек” пьесаһы менән танылыу яулаған Ибраһим Абдуллин кеүек заман һулышын яҙған прозаиктар бик һирәк. Зарема Әхмәтйәнованың йылылыҡ бөркөп торған шиғриәте күңелемә яҡын минең. Бер мәл мәктәптә уҡығанда уны хатта Дәүләкәнгә осрашыуға килә тинеләр. Яҙ көттөк, йәйен дә булманы осрашыу. Көҙөн беҙ Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индек. Моғайын, берәй әҙәби осрашыуҙа күреп ҡалырмын әле үҙен, тинем. Тормошҡа ашманы был хыял. Ҡаты ауырыған Зарема апай октябрь башында яҡты донъя менән хушлашты. Үҙе башҡарған “Аҡсарлаҡлы күл” йырын радионан ишетеп, тауышына ғашиҡ булғаным да хәтерҙә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева ла З. Әхмәтйәнованың “Аҡбуҙат” журналы сыға башлаған осорҙа ҡағыҙ менән ярҙам итеп ебәргәнен һөйләгәне бар. Булған бит замандар – әгәр баҫманы сығарырға ҡағыҙ юҡ икән, уның нәшер ителеүҙән туҡтауы ихтимал булған. Кем белә, бәлки, ана шунда ул ихлас ярҙам ҡулы һуҙмаһа, “Аҡбуҙат” кеүек балалар баҫмаһы бөгөн донъя күрмәгән дә булыр ине. Барҙы юҡ итеүе генә рәхәт бит ул, ә бына булған нәмәне һаҡлауы – тап ана шул үҙ эше оҫталарының, ҡаһармандарҙың эше.
“Тыуған яҡ буйлап сәйәхәт: талант һәм илһам” тип атағандар шарандар төбәк ижадсыларының ҡулъяҙмаларын тикшереү салонын. Өс телдә ижад итеүселәрҙең эштәренә фән докторы Риф Әхмәҙиев, шағирә Лилиә Сәғиҙуллина, “Истоки” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре Светлана Ғәфүрова баһа бирҙек, сарала шулай уҡ З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың баш библиографы Гөлфиә Әхмәҙиева ҡатнашты. Баһа бирҙек, йәш таланттар эҙләнек, тип әйткән һүҙҙәр ғәмәлдә нимәгә ҡайтып ҡала һуң? Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу кемдеңдер ҡулына һуғып, нишләп яҙаһығыҙ ул, тип әйтеү хоҡуғын бирмәй. Киреһенсә, “Әҙәби нағыш” республика марафоны сиктәрендә төбәктәге йәштәр, башлап яҙыусылар менән осрашыусылар йөрәктәрҙән йөрәктәргә күпер һалыуҙы, китап уҡыусыны һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейеш, минеңсә. Өҙәрем юл сатында иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы тап ана шул емерелгән күперҙәрҙе нығытыуҙы, һис булмаһа, яңыһын һала башлауға нигеҙ ҡалдырырға тейештер. Садина Вәлиева, Венера Филиппова, Сәмәрә Әхмәтшина, Фирҙәт Вәлиев, Дания Шәрифуллина, Зиләрә Рафиҡова, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ижад эшенә тотонған. Уларҙың күбеһе шәхси тормошонда тәрән кисерештәр үткәреп, ҡулына ҡәләм алған. Ошо ғына күренеш тә шиғриәттең бәндә күңеленә ышыҡ, психотерапия булыуы хаҡында һөйләй түгелме һуң?! Эйе, альбом шиғырҙары, айырым кешеләр, ғаилә, төбәк өсөн генә яҙылған шиғырҙар ҙа юҡ түгел өлкәндәр ижадында, әммә әгәр улар шиғриәт аша үҙ йәндәренә таяныс таба икән, был һис насар түгел. Был осраҡта, әлбиттә, һүҙ сәнғәте әҫәре тураһында һүҙ алып барып та булмай, әммә халҡыбыҙ борондан сәсән телле һәм кисерештәрен шиғри юлға һалырға ынтыла икән, был да – милли күренеш. Физура Ғатауллина инәй ҙә үҙенең бала сағын ҡобайыр рәүешендәге шиғри формаға һалған. Урыҫ телендә яҙышҡан Ольга Петрова менән Таисия Нагибина ижадына ла халыҡсанлыҡ хас. Ябай ғына тел менән тыуған яғы картиналарын ана нисек улар оҫта һүрәтләгән! Руслан Хафизов та урыҫ телендә яҙа, шуға күрә уның шиғри балҡыштары күҙгә ташланып торһа ла, төп һүҙҙе әйтеүҙе Светлана Ғәфүроваға ҡалдырҙыҡ. Нимә генә тимә, әгәр беҙ башҡорт телендә яҙабыҙ, фекерләйбеҙ икән, беҙгә табыш күренгән образдарҙың башҡа тел нормаларына бөтөнләй тап килмәүе лә ихтимал. Шиғыр – ул шул уҡ тауар, тик рухи тауар, шуға күрә уның сифаты юғары булырға тейеш, тип әйткәнем генә түгел, әллә нисәмәләр тапҡыр яҙып сыҡҡаным бар. Әгәр классик стилдә яҙабыҙ икән, ғәфү ит, ҡулына ҡәләм алыусы, уның бит ритмикаһы ла, рифмаһы ла булырға тейеш. Русландың шундай сағыу табыштары бар, әммә ул әҫәрҙәрен ҡабат уҡып тормай, ахырыһы. Шулай ҙа уға донъяны үҙенсә ҡабул итеү, танып белеү ят түгел.
Һәр төбәктә ижад итеүсе өлкән быуын вәкилдәре күп, шулай ҙа беҙ барыбер йәштәргә (һүрәттә) күберәк иғтибар бүләбеҙ, уларҙан яңы һүҙ көтәбеҙ. Эльнара Зиннурова, Зарина Туҡбаева, Ильмира Төхвәтшина, Артур Әбделмәнов, Илина Сабанаева, Самира Солтанова, Радмир Кашапов, Диана Ғиләжетдинова кеүек башлап яҙыусыларҙың шиғырҙарында ижади ем бар, әлеге лә баяғы үҫтерергә, шиғыр төҙөлөшө, образ хаҡында фекер алыша алырлыҡ етәксе, анализ яһаған кеше кәрәк. Ләйсән Ғабдрахманова – ул әҙер шағирә. Урыҫ телендә яҙған аҡ шиғырҙары үҙенең генә түгел, тотош уратып алған донъяның картинаһын тыуҙыра алған. Шағирә Лилиә Сәғиҙуллина ла уның яҙғандарын юғары баһаланы. Фән докторы булараҡ, Риф Әхмәҙиев йәштәрҙең поэтик табыштары хаҡында һүҙ алып барҙы. Шуныһы ҡыҙыҡлы: яҙышҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар бик күп. Өфөнән әллә ни алыҫ ятмаһа ла, Шаран хаҡында мәркәздә һүҙ бик йыш сыҡмай. Әммә ошо урман шырлыҡтарындағы шиғырҙы тоя, уҡый белә башлап яҙыусылар.
Проза яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Карина Зарифуллина, мәҫәлән, һүҙ менән эш итә белә һәм әҫәрҙең сюжет линияһы булырға тейешлеге хаҡында ла хәбәрҙар. Ләйсән Диярова әҫәрҙәрен Лола Уколова псевдонимы аҫтында тәҡдим иткән. Үҙе лә проза яҙған яҙыусы булараҡ, Светлана Ғәфүрова Ләйсәнде әҙер прозаик тип атаны. Ысынлап та, уҡымлы әҫәр яҙыуға өлгәшә алған. Әйткәндәй, уның хикәйәләрен һәм повесын “Бельские просторы” журналына тәҡдим иттек. Кем белә, бәлки, ул проза жанры буйынса “Әҙәби нағыш”тың иң ҙур табышы булыр.