Айзәрәнең бик ныҡ асыуы килде.
— Балам, йүнле әҙәм төн уртаһына тиклем урамда йөрөймө ни?! Һинең уҡыуың бар бит, быйыл — һуңғы класың. Аттестатыңа билдә ғүмерлеккә ҡуйыла, һуңынан төҙәтеп булмай, ә егеттәр ҡасмаҫ, — тине ул.
— Их, әсәй, гел әрләйһең инде. Үҙ әсәйем булһаң, орошмаҫ инең, — тип ҡуйҙы быға ҡаршы Гөлүсә.
— Нимә?! —тине лә Айзәрә башына һуғылған кеше шикелле миңрәүләнеп ҡалды. Бер аҙҙан ғына зиһенен йыйып, йән әрнеүе менән һорау бирҙе.
— Ниндәй һүҙ был, кем әйтә?
— Күптән беләм инде, күршеләр һөйләне, мине балалар йортонан алғанһың.
— Нимә һөйләгәнеңде аңлайһыңмы?! Һин — минең үҙ балам. Үҙ балам, белдеңме? Күршеләр беләме, әллә минме? Һин минең туғыҙ ай буйына йөрәгем аҫтында аҫраған үҙ емешем, белдеңме! — тип әсенде әсә.Утлы күмерҙе итәктә һаҡлап булмай шул, бер килеп яндырып сыға. Ҡыҙы менән күптән һөйләшәһе булған, шул сағында ғәйбәтселәрҙең әшәке һүҙҙәренә ышанып, балаҡайы эстән көйөп йөрөмәгән булыр ине. Борсоғоһо килмәне шул Гөлүсәһен, йәш баланың күңелен тормош әселәре менән йәмһеҙләргә теләмәне, ә ғәмәлдә киреһенсә килеп сыҡҡан, бала эстән генә һыҡрап йәшәй икән. Хәҙер ана нимә ти — һин минең әсәй түгел, имеш. Айзәрәнең был уйҙары икенселәренә ялғанды, бынан байтаҡ йыл элек булған ваҡиғалар теҙелешеп күҙ алдынан үтә башланы.
Был көндә дауаханаға ике кешене килтерҙеләр. Аварияға тарығандар икән. Ҡатыны шунда уҡ үлгән, ире операция ваҡытында йән бирҙе. Бына шуларҙың исем-фамилияларын белгәс, Айзәрә әллә нимә эшләне: көн сапты, төн сапты, түрәләрҙең ишектәрен ҡаҡты, кемгә инәлде, икенсегә аҡса төрттө, ләкин үҙенә кәрәген барыбер белде. Быларҙың ете йәшлек ҡыҙҙары етем ҡалған икән. Башҡа туғандары юҡ, тимәк, уны етемдәр йортона тапшыралар. Шунан инде Айзәрә ҡала ситендәге ҡойма аръяғында ултырған бинаға йөрөй башланы. “Был баланы бер кемгә лә бирмәгеҙ, документтарҙы әҙерләп килтергәнде көтөгөҙ инде, уны үҙемә алам”, — тип ҡат-ҡат иҫкәртте. Директор Мария Федоровна игелекле ҡатын булып сыҡты, тора-бара Айзәрә менән дуҫлашып та киттеләр. Шулай бер мәл һөйләшеп торғанда, Федоровна йәш дуҫына һорау бирҙе:
— Ни өсөн һин нәҡ бына уны алырға тырышаһың? Бала бөткәнме ни? Күп кеше малай юллай, ә һин беренсе килеүеңдә үк Гөлүсәне һораның, алдан белеп килдеңме әллә?
Айзәрәнең дә күңеле тулғайны, эс серҙәре менән уртаҡлашып, бушанып ҡалғыһы килә ине. Һәм ул, йомшарып китеп, кеше хәлен аңлай белгән өлкән йәштәге ҡатынға башынан кискән хәлдәрҙе бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.
Ауылдан килгән йәш ҡыҙ тормоштоң хәйлә, ялған, хыянат һымаҡ әсе тоҙҙары барлығын белмәй ине әле. Ләкин мөхәббәт даръяһы уны үҙ ҡоласында йотто, ә ул һис ҡарышмайынса уның тулҡындарына сумды. Рафаилды яратмайынса мөмкинме һуң? Исеме генә ни тора! Мөхәббәт тураһындағы Бразилия фильмдары геройы Рафаэлолар затынан тиерһең. Ләкин бәхетле көндәр оҙаҡҡа барманы, ҡыҙҙың ауырға ҡалыуын ишетеү менән егет юҡҡа сыҡты. Айзәрә уны эҙләп тә таба алманы. Бер бәлә икенсеһен тартып килтерҙе, ҡыҙ бала табыу йортона барып эләкмәне. Ҡыйын хәлдә ҡалған бисараға “ярҙам итергә” атлығып торған кешеләр ҙә табылды. Улар Айзәрәгә аңғартып, ҡотолоу әмәлен өйрәтте, хатта ҡурҡытып та алды.
— Үҙең уйла, туғаным, медицина училищеһының дөйөм ятағында йәшәйһең икән. Ирһеҙ бала тапҡаның өсөн һине унан ҡыуып сығарасаҡтар. Нимә, әллә башҡа ҡыҙҙарға үрнәк итеп ҡалдырырҙар тип уйлайһыңмы? Ауылға ла ҡайтып киттең ти, унда нишләйһең? Бында һин медик буласаҡһың, ә башҡаса ғүмер буйына йүнле эш табалмай аҡсаһыҙ ултырасаҡһың.
Шулай ҙа Айзәрәне иң ныҡ ҡурҡытҡаны былар түгел ине әле, ә бына уҡытыусы ҡыҙының ошо рәүешле бала табып ҡайтыуын күреп, ауыл халҡы ни тиер? Ай-һай-һай! Шаҡ ҡатасаҡтар. Әсәһе индерерме бындай хурлыҡты өйөнә? Өгөтләү дауам итте.
— Яңғыҙ бала үҫтерә алмайһың бит инде, сөнки һин бик йәш. Яҡшы кәңәште тыңла, һуңынан үҙең өсөн табырһың, бөтә тормошоң алда бит әле. Кейәүгә сығырһың, ауырға ҡалырһың... Бөтәһе лә ал да гөл булыр.
Бала – бәғер ите, тиһәләр ҙә, ирһеҙ ҡыҙ өсөн был хәл бәлә ине шул. Уны нисек үҫтерергә? Уҡыуҙы ташларға тура килә. Бер яҡтан ҡурҡыта, икенсе яҡтан, күңелде иретә торған уй ҙа баштан сыҡмай. Уйлап ҡарағанда, ошо ҡәҙәр аҡсаға бер бүлмәле фатир алып була. Ә уныһы булғас, ҡала кешеһенә әйләнә, рәхәтләнеп йәшәйәсәк. Аҙаҡ бала табырға ла мөмкин. Ҡыҫҡаһы, Айзәрә табиптар тәҡдименә риза булды.
Бына шулай. Айзәрәнең хәҙер инде йәшәр урыны, эше бар. Йәш саҡта гонаһ тигән нәмә бик уйландырмай, шулай ҙа ҡайһы саҡта ташлаған балам нисек үҫә, ул хәҙер ниндәй, һөйләшәме, кемгә әсәй тип әйтә икән һымаҡ һорауҙар зиһенгә килеп тора. Гәрсә был хәлдән ҡотолоу юлы ла бар — икенсе бала табыу. Айзәрә Василий исемле урыҫ менән таныш ине, шуға кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Матур ғына йәшәп киттеләр. Тик эскелек арҡаһында автосервис хужаһы бөлгөнлөккә төштө. Бик көйөндө ҡатын ире өсөн. Айзәрә уға ярҙам итергә булды. Хәҙер инде ул ҡайҙа барырға, кем менән һөйләшергә белә. Шулай итеп, үҙем өсөн табам, үҙем әсәй булам, тип йөрөгән ҡатын яҡты хыялынан баш тартты һәм ап-аҡ шалҡан һымаҡ балаһын аҡсаға әйләндереп ҡайтты. Василий бөтә бурыстарын түләне, яңы ҡорамалдар алды, дәртләнеп киткәс, эшен дә яйға һалды һәм... ҡатынына күптән әйтә алмай йөрөгән һүҙен дә әйтеп һалды:
— Ғәфү ит һин мине, Айзәрә, ләкин һинән китәм. Башҡа берәүҙе яратам. Хуш бул.
Кеше ни өсөн бер тырмаға ике тапҡыр баҫа? Ни өсөн уға аҡыл инмәй? Бер ҡатлы бәндә әленән-әле үҙ хатаһын ҡабатлап тора. Рафаилдан алданғанын онотоп, ни өсөн әле Айзәрә Василийға шул ҡәҙәр ышанды, уға булышам тип хатта ғәзиз балаһын һатып ебәрергә мәжбүр булды?
Бына шулай күҙ йәшен түгеп, зар илап йөрөгән көндәрҙә Айзәрә баш табип урынбаҫары Хәбибулла менән дуҫлашып киткән, имеш. “Имеш” тимәй нимә әйтәһең инде, бының нисек башланғанын, нисек булғанын ханым үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Күрәһең, кешенең күңеле тормош зилзиләләренә юлығып, тамам ватылып-ҡырылып төшкәндә, башты ташҡа орорҙай булғанда, бәндә ниндәйҙер таяныс эҙләй, бер яҡшы әҙәм осраһа, шуға ышанырға, яурынына баш ҡуйып иларға әҙер. Хатта үҙе ошондай мөмкинлек эҙләй түгелме икән? Дуҫлаштылар, ләкин өйләнешеү тураһында һүҙ ҙә юҡ ине, Хәбибулланың ғаиләһе бар. Бына ҡайҙа ул гонаһ, ҡатынлы ир менән йөрө лә шунан бала тап, имеш. Эйе, хәҙер инде Айзәрә елкенсәк ҡыҙ түгел ине, намыҫ, абруй тигән нәмәләрҙе лә аңлай башланы, унан һуң, был тормошта гел яңғыҙ ҡалырмынмы икән тигән ғәм дә башына ингәйне. Бар теләге – рәхәтләнеп бер бала үҫтереү, ҡәҙерләп яратыу ине ул. Тик, “кәкүк-әсә” булғаны өсөн Айзәрәгә күктәр яза ебәрмәнеме икән — әсәһе яман шеш менән сирләй башланы. Ғәзиз кешеңде нисек ярҙамһыҙ ҡалдыраһың, уның һарғайып, һүрелә барыуын ни йәнең менән ҡарап ултыраһың, дауаларға кәрәк. Шулай итеп, яҡшы табиптарға күрһәтергә, ҡиммәтле клиникаларҙа ятҡырырға тура килде. Тик файҙаһы ғына булманы, әсәйһеҙ ҙә, балаһыҙ ҙа ҡалды. Шулай ҙа, аҡылы етеп, Хәбибуллаға ялына-ялына, уның аша сабыйын кемдәр алыуын белде. Был факт уға бер ниндәй ҙә еңеллек бирмәй ине, әммә...
Һәм бына, аварияға тарып харап булған кешеләрҙең фамилияларын белгәс, Айзәрәнең йөрәге урынынан ҡупты. Бына, шулай итеп, ул етемдәр йортона йөрөр булды һәм күпте күргән, кеше күңелен аңлай белгән Мария Федоровнаға күңел серҙәрен сисергә йөрьәт итте.
— Гонаһтарыңды Аллаһ кисерһен инде, матурҡайым. Аңлайым мин һине, бөгөн үҙ хаталарыңды танып тәүбә итеүең, дөрөҫ юлға баҫыуың мөһим. Бала үҫтермәгән ҡатын ул ҡыҫыр сәскә кеүек. Хоҙай биргән ғүмерҙе бушҡа үткәреүгә тиң. Бигерәк тә үҙ балаңдың етемдәр йортонда үҫеүен белә тороп, нисек борсолмайһың инде. Мин һинең яҡлы, Айзәрә, бергә-бергә был ҡыйынлыҡты еңеп сығырбыҙ.
Эйе, бөтәһе лә бөгөнгөләй хәтерҙә, шулай алғайны ул Гөлүсәне бейек ҡойма аръяғындағы зар тулы йорттан. Хәҙер бына ун биш йәшлек ҡыҙ, йөрәк емеше, һин минең әсәйем түгел, тип ултыра. Нисек әрнемәйһең инде? Бала алыу өсөн ниндәй генә документтар кәрәкмәй, уларҙың һәр береһен юллап, аяҡ табандарыңды бөтөрәһең, быны үҙе ошо хәлгә төшкән кеше генә аңлай. Яңғыҙ ҡатындың быға аҡсаһы ла, мөмкинлеге лә етмәҫ ине, ярай әле Мария Федоровна менән Хәбибулла ныҡ булышты. Уларға рәхмәт. Ир кеше был ваҡытта инде дауахананың баш табибы ине, ул Айзәрә менән Гөлүсәнең яҙмышын хәл итеүгә бар тырышлығын һалды, сөнки ҡыҙҙың үҙенең балаһы икәнлеген бик яҡшы белә ине. Шулай итеп, барыбер үҙ теләктәренә өлгәштеләр — Гөлүсәнең метрикаһында атаһы Хәбибулла тип күрһәтелде.
Ауыр ине әсәй кешегә быларҙы яңынан иҫкә төшөрөп ултырыуы. Ләкин һөйләргә, аңлашырға кәрәк, юғиһә ун биш йәшлек ҡыҙға үҙен ата-әсәһеҙ балалар йортонан тип һанауы тағы ла ауырыраҡ. Һөйләшеү оҙаҡ һәм әкрен барҙы, нисәмә тапҡыр күҙ йәше менән бүленде, ләкин барыбер бер заман Айзәрәнең һүҙе бөттө, ул тымып ҡалды.
— Күпме ҡайғы кисергәнһең икән, әсәй, белмәй инем, — тип телгә килде балаһы.
— Арттағыһы ауыр түгел инде уның, алдағыһы булмаһын. Мин бит һинең өсөн ут йотам, балам. Һинең уҡыуың да, тәртипле, аҡыллы булыуың да үҙең өсөн кәрәк. Минең һымаҡ булма, бәхетле бул, тип тырышам бит.
— Әсәй, мин һине бик ныҡ яратам, тик бер аҙ ваҡыт бир барыһын да аңлар өсөн, — тине Гөлүсә һәм кейенеп урамға атланы...