Кәкүк30.10.2015
Кәкүк Айзәрәнең бик ныҡ асыуы килде.
— Балам, йүнле әҙәм төн уртаһына тиклем урамда йөрөймө ни?! Һинең уҡыуың бар бит, быйыл — һуңғы класың. Аттестатыңа билдә ғүмерлеккә ҡуйыла, һуңынан төҙәтеп булмай, ә егеттәр ҡасмаҫ, — тине ул.
— Их, әсәй, гел әрләйһең инде. Үҙ әсәйем булһаң, орошмаҫ инең, — тип ҡуйҙы быға ҡаршы Гөлүсә.
— Нимә?! —тине лә Айзәрә башына һуғылған кеше шикелле миңрәүләнеп ҡалды. Бер аҙҙан ғына зиһенен йыйып, йән әрнеүе менән һорау бирҙе.
— Ниндәй һүҙ был, кем әйтә?
— Күптән беләм инде, күршеләр һөйләне, мине балалар йортонан алғанһың.
— Нимә һөйләгәнеңде аңлайһыңмы?! Һин — минең үҙ балам. Үҙ балам, белдеңме? Күршеләр беләме, әллә минме? Һин минең туғыҙ ай буйына йөрәгем аҫтында аҫраған үҙ емешем, белдеңме! — тип әсенде әсә.

Утлы күмерҙе итәктә һаҡлап булмай шул, бер килеп яндырып сыға. Ҡыҙы менән күптән һөй­лә­шәһе булған, шул сағында ғәйбәт­селәрҙең әшәке һүҙҙәренә ыша­нып, балаҡайы эстән көйөп йөрөмәгән булыр ине. Борсоғоһо килмәне шул Гөлүсәһен, йәш баланың күңелен тормош әселәре менән йәмһеҙләргә теләмәне, ә ғәмәлдә киреһенсә килеп сыҡҡан, бала эстән генә һыҡрап йәшәй икән. Хәҙер ана нимә ти — һин минең әсәй түгел, имеш. Айзә­рәнең был уйҙары икенселәренә ялғанды, бынан байтаҡ йыл элек булған ваҡиғалар теҙелешеп күҙ алдынан үтә башланы.
Был көндә дауаханаға ике кешене килтерҙеләр. Аварияға тарығандар икән. Ҡатыны шунда уҡ үлгән, ире операция ваҡы­тында йән бирҙе. Бына шуларҙың исем-фамилияларын белгәс, Ай­зә­рә әллә нимә эшләне: көн сап­ты, төн сапты, түрәләрҙең ишек­тәрен ҡаҡты, кемгә инәлде, икенсегә аҡса төрттө, ләкин үҙенә кәрәген барыбер белде. Бы­ларҙың ете йәшлек ҡыҙҙары етем ҡалған икән. Башҡа туғандары юҡ, тимәк, уны етемдәр йортона тапшыралар. Шунан инде Айзәрә ҡала ситендәге ҡойма аръяғында ултырған бинаға йөрөй башланы. “Был баланы бер кемгә лә бирмә­геҙ, документтарҙы әҙерләп кил­тергәнде көтөгөҙ инде, уны үҙемә алам”, — тип ҡат-ҡат иҫкәртте. Директор Мария Федоровна игелек­ле ҡатын булып сыҡты, то­ра-ба­ра Айзәрә менән дуҫлашып та кит­теләр. Шулай бер мәл һөйләшеп торғанда, Федоровна йәш дуҫына һорау бирҙе:
— Ни өсөн һин нәҡ бына уны алырға тырышаһың? Бала бөт­кәнме ни? Күп кеше малай юллай, ә һин беренсе килеүеңдә үк Гөлүсәне һораның, алдан белеп килдеңме әллә?
Айзәрәнең дә күңеле тулғайны, эс серҙәре менән уртаҡлашып, бушанып ҡалғыһы килә ине. Һәм ул, йомшарып китеп, кеше хәлен аң­лай белгән өлкән йәштәге ҡатынға башынан кискән хәлдәрҙе бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.
Ауылдан килгән йәш ҡыҙ тор­моштоң хәйлә, ялған, хыянат һы­маҡ әсе тоҙҙары барлығын бел­мәй ине әле. Ләкин мөхәббәт даръяһы уны үҙ ҡоласында йотто, ә ул һис ҡарышмайынса уның тулҡындарына сумды. Рафаилды яратмайынса мөмкинме һуң? Исеме генә ни тора! Мөхәббәт тураһындағы Бразилия фильм­дары геройы Рафаэлолар затынан тиерһең. Ләкин бәхетле көн­дәр оҙаҡҡа барманы, ҡыҙҙың ауырға ҡалыуын ишетеү менән егет юҡҡа сыҡты. Айзәрә уны эҙләп тә таба алманы. Бер бәлә икенсеһен тартып килтерҙе, ҡыҙ бала табыу йортона барып эләкмәне. Ҡыйын хәлдә ҡалған бисараға “ярҙам итергә” атлығып торған кешеләр ҙә табылды. Улар Айзәрәгә аңғартып, ҡотолоу әмәлен өйрәтте, хатта ҡурҡытып та алды.
— Үҙең уйла, туғаным, медицина училищеһының дөйөм ята­ғында йәшәйһең икән. Ирһеҙ бала тапҡаның өсөн һине унан ҡыуып сығарасаҡтар. Нимә, әллә башҡа ҡыҙҙарға үрнәк итеп ҡалдырырҙар тип уйлайһыңмы? Ауылға ла ҡайтып киттең ти, унда нишләйһең? Бында һин медик буласаҡһың, ә башҡаса ғүмер буйына йүнле эш табалмай аҡсаһыҙ ултырасаҡһың.
Шулай ҙа Айзәрәне иң ныҡ ҡурҡытҡаны былар түгел ине әле, ә бына уҡытыусы ҡыҙының ошо рәүешле бала табып ҡайтыуын күреп, ауыл халҡы ни тиер? Ай-һай-һай! Шаҡ ҡатасаҡтар. Әсәһе индерерме бындай хурлыҡты өйөнә? Өгөтләү дауам итте.
— Яңғыҙ бала үҫтерә алмай­һың бит инде, сөнки һин бик йәш. Яҡшы кәңәште тыңла, һуңынан үҙең өсөн табырһың, бөтә тормошоң алда бит әле. Кейәүгә сығырһың, ауырға ҡалырһың... Бөтәһе лә ал да гөл булыр.
Бала – бәғер ите, тиһәләр ҙә, ирһеҙ ҡыҙ өсөн был хәл бәлә ине шул. Уны нисек үҫтерергә? Уҡыу­ҙы ташларға тура килә. Бер яҡтан ҡурҡыта, икенсе яҡтан, күңелде иретә торған уй ҙа баштан сыҡ­май. Уйлап ҡарағанда, ошо ҡәҙәр аҡсаға бер бүлмәле фатир алып була. Ә уныһы булғас, ҡала кеше­һенә әйләнә, рәхәтләнеп йәшә­йәсәк. Аҙаҡ бала табырға ла мөмкин. Ҡыҫҡаһы, Айзәрә табиптар тәҡдименә риза булды.
Бына шулай. Айзәрәнең хәҙер инде йәшәр урыны, эше бар. Йәш саҡта гонаһ тигән нәмә бик уйландырмай, шулай ҙа ҡайһы саҡта ташлаған балам нисек үҫә, ул хәҙер ниндәй, һөйләшәме, кемгә әсәй тип әйтә икән һымаҡ һо­рауҙар зиһенгә килеп тора. Гәрсә был хәлдән ҡотолоу юлы ла бар — икенсе бала табыу. Айзәрә Василий исемле урыҫ менән таныш ине, шуға кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Матур ғына йәшәп киттеләр. Тик эскелек арҡаһында автосервис хужаһы бөлгөнлөккә төштө. Бик көйөндө ҡатын ире өсөн. Айзәрә уға ярҙам итергә булды. Хәҙер инде ул ҡайҙа барырға, кем менән һөйләшергә белә. Шулай итеп, үҙем өсөн табам, үҙем әсәй бу­лам, тип йөрөгән ҡатын яҡты хыялынан баш тартты һәм ап-аҡ шалҡан һымаҡ балаһын аҡсаға әйләндереп ҡайтты. Василий бөтә бурыстарын түләне, яңы ҡора­малдар алды, дәртләнеп киткәс, эшен дә яйға һалды һәм... ҡатынына күптән әйтә алмай йөрөгән һүҙен дә әйтеп һалды:
— Ғәфү ит һин мине, Айзәрә, ләкин һинән китәм. Башҡа бе­рәүҙе яратам. Хуш бул.
Кеше ни өсөн бер тырмаға ике тапҡыр баҫа? Ни өсөн уға аҡыл инмәй? Бер ҡатлы бәндә әленән-әле үҙ хатаһын ҡабатлап тора. Рафаилдан алданғанын онотоп, ни өсөн әле Айзәрә Василийға шул ҡәҙәр ышанды, уға булышам тип хатта ғәзиз балаһын һатып ебәрергә мәжбүр булды?
Бына шулай күҙ йәшен түгеп, зар илап йөрөгән көндәрҙә Айзәрә баш табип урынбаҫары Хәбибул­ла менән дуҫлашып киткән, имеш. “Имеш” тимәй нимә әйтәһең инде, бының нисек башланғанын, нисек булғанын ханым үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Күрәһең, кешенең күңеле тормош зилзиләләренә юлығып, тамам ватылып-ҡырылып төш­кән­дә, башты ташҡа орорҙай бул­ғанда, бәндә ниндәйҙер таяныс эҙләй, бер яҡшы әҙәм осраһа, шуға ышанырға, яурынына баш ҡуйып иларға әҙер. Хатта үҙе ошондай мөмкинлек эҙләй түгел­ме икән? Дуҫлаштылар, ләкин өйләнешеү тураһында һүҙ ҙә юҡ ине, Хәбибулланың ғаиләһе бар. Бына ҡайҙа ул гонаһ, ҡатынлы ир менән йөрө лә шунан бала тап, имеш. Эйе, хәҙер инде Айзәрә елкенсәк ҡыҙ түгел ине, намыҫ, абруй тигән нәмәләрҙе лә аңлай башланы, унан һуң, был тормош­та гел яңғыҙ ҡалырмынмы икән тигән ғәм дә башына ингәйне. Бар теләге – рәхәтләнеп бер бала үҫтереү, ҡәҙерләп яратыу ине ул. Тик, “кәкүк-әсә” булғаны өсөн Айзәрәгә күктәр яза ебәрмәнеме икән — әсәһе яман шеш менән сирләй башланы. Ғәзиз кешеңде нисек ярҙамһыҙ ҡалдыраһың, уның һарғайып, һүрелә барыуын ни йәнең менән ҡарап ултыраһың, дауаларға кәрәк. Шулай итеп, яҡшы табиптарға күрһәтергә, ҡим­мәтле клиникаларҙа ятҡырырға тура килде. Тик файҙаһы ғына булманы, әсәйһеҙ ҙә, балаһыҙ ҙа ҡалды. Шулай ҙа, аҡылы етеп, Хәбибуллаға ялына-ялына, уның аша сабыйын кемдәр алыуын белде. Был факт уға бер ниндәй ҙә еңеллек бирмәй ине, әммә...
Һәм бына, аварияға тарып харап булған кешеләрҙең фамилияларын белгәс, Айзәрәнең йөрәге урынынан ҡупты. Бына, шулай итеп, ул етемдәр йортона йөрөр булды һәм күпте күргән, кеше күңелен аңлай белгән Ма­рия Федоровнаға күңел серҙәрен сисергә йөрьәт итте.
— Гонаһтарыңды Аллаһ кисер­һен инде, матурҡайым. Аңлайым мин һине, бөгөн үҙ хаталарыңды танып тәүбә итеүең, дөрөҫ юлға баҫыуың мөһим. Бала үҫтермәгән ҡатын ул ҡыҫыр сәскә кеүек. Хо­ҙай биргән ғүмерҙе бушҡа үткә­реүгә тиң. Бигерәк тә үҙ балаңдың етемдәр йортонда үҫеүен белә тороп, нисек борсолмайһың инде. Мин һинең яҡлы, Айзәрә, бергә-бергә был ҡыйынлыҡты еңеп сығырбыҙ.
Эйе, бөтәһе лә бөгөнгөләй хәтерҙә, шулай алғайны ул Гөлү­сәне бейек ҡойма аръяғындағы зар тулы йорттан. Хәҙер бына ун биш йәшлек ҡыҙ, йөрәк емеше, һин минең әсәйем түгел, тип ултыра. Нисек әрнемәйһең инде? Бала алыу өсөн ниндәй генә документтар кәрәкмәй, уларҙың һәр береһен юллап, аяҡ табанда­рыңды бөтөрәһең, быны үҙе ошо хәлгә төшкән кеше генә аңлай. Яңғыҙ ҡатындың быға аҡсаһы ла, мөмкинлеге лә етмәҫ ине, ярай әле Мария Федоровна менән Хәбибулла ныҡ булышты. Уларға рәхмәт. Ир кеше был ваҡытта инде дауахананың баш табибы ине, ул Айзәрә менән Гөлүсәнең яҙмышын хәл итеүгә бар тырыш­лығын һалды, сөнки ҡыҙҙың үҙенең балаһы икәнлеген бик яҡшы белә ине. Шулай итеп, барыбер үҙ теләктәренә өлгәштеләр — Гөлүсәнең метрикаһында ата­һы Хәбибулла тип күрһәтелде.
Ауыр ине әсәй кешегә быларҙы яңынан иҫкә төшөрөп ултырыуы. Ләкин һөйләргә, аңлашырға кәрәк, юғиһә ун биш йәшлек ҡыҙға үҙен ата-әсәһеҙ балалар йортонан тип һанауы тағы ла ауырыраҡ. Һөй­ләшеү оҙаҡ һәм әкрен барҙы, нисәмә тапҡыр күҙ йәше менән бүленде, ләкин барыбер бер заман Айзәрәнең һүҙе бөттө, ул тымып ҡалды.
— Күпме ҡайғы кисергәнһең икән, әсәй, белмәй инем, — тип телгә килде балаһы.
— Арттағыһы ауыр түгел инде уның, алдағыһы булмаһын. Мин бит һинең өсөн ут йотам, балам. Һинең уҡыуың да, тәртипле, аҡыл­лы булыуың да үҙең өсөн кәрәк. Минең һымаҡ булма, бәхетле бул, тип тырышам бит.
— Әсәй, мин һине бик ныҡ яратам, тик бер аҙ ваҡыт бир барыһын да аңлар өсөн, — тине Гөлүсә һәм кейенеп урамға атланы...






Вернуться назад