Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһам ҡошо ҡунды иңдәргә
Илһам ҡошо ҡунды иңдәргә Благовещен районында “Әҙәби нағыш” марафонының төбәк этабы үтте. Байрам сараларында яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, шағир, бард, тәржемәсе Сергей Янаки, яҙыусы, “Бельские просторы” журналының яуаплы секретары Салауат Вахитов, шағир, тәржемәсе Владимир Денисов, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Василий Коровкин, шул уҡ баҫма хәбәрсеһе Александр Барановский, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Инна Соколова һәм башҡалар ҡатнашты.
Марафонсыларҙы үҙәк китапханала район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире Николай Осинский, биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Людмила Хван, китапхана мөдире Әлми­ра Миһранова ихлас ҡаршы алды. Бында Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған күргәҙмәләр менән таныштылар. Әҙиптәр автограф ҡалдырҙы, фотоға төштө.
Мәҙәниәт усағына Благовещен районы һәм ҡалаһынан уҡы­тыусылар, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар, әҙәбиәт һөйөүсе­ләр йыйылғайны. Өфө ҡунаҡ­та­ры һәм уларҙың ҡат­наш­лы­ғында “Әҙәби бәйлә­нештәр” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уны асҡанда Благовещен районы хакимиәте башлығының социаль мәсьә­лә­ләр буйынса урынбаҫары Илшат Дәүләтйәнов әҙәбиәт­тең йәмғиәттә мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
“Түңәрәк өҫтәл”дә хәҙерге әҙәби әҫәрҙәрҙең сифаты һәм художество кимәле түбән булыуы, йәштәрҙең китап уҡыма­уы, яҙыусыларҙың йәмғиәттәге статусы, мәктәптә әҙәбиәт дә­естәре, китап сығарыу кеүек проблемалар тураһында фе­кер алышыу булды. Йәнле һәм фәһемле һөйләшеүҙә әҙиптәр ҙә, китапханасылар ҙа, уҡы­тыу­сылар ҙа әүҙем ҡатнашты, теге йәки был мәсьәләгә үҙ ҡараштарын еткерҙе. Әңгәмә аҙағында унда ҡатнашыусылар яҡшы әҙәбиәтте һәм китап уҡыуҙы әүҙемләштерергә, по­пулярлаштырырға, был йүнә­леш­тә эшләгән ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың эшмә­кәрлеген киңерәк йәйелдерер­гә һәм берләш­терергә кәрәк тигән һығымтаға килде. Шунда уҡ Благовещен үҙәк район китапханаһының хеҙмәтләнде­реү бүлеге мөдире Ирина Соловьева “Илһам – Вдох­новение” шиғриәт һөйөү­селәр клу­бының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, баҫ­тырылған китаптарын күр­һәт­те. Был ойош­ма 2002 йылдан алып эшләй, бөгөн унда 20-нән ашыу кеше ағза булып тора.
Артабан төбәктәге йәш ижадсылар Асҡар Усманов, Алина Насретдинова, Владлена Солтанова, Яна Мосунова, Антон Антипин һәм Сергей Батуриндың ҡулъяҙ­малары тикшерелде. Әҙиптәр айырыуса Асҡар Усмановтың яҙмаларын ыңғай баһаланы, йәштәрҙең һәр береһенә яҡты теләктәрен еткерҙе.
Сара мәҙәниәт һарайында дауам итте. Марафондың символы – Йылъяҙма-китапты Бла­говещен районы хакимиәте башлығының социаль мәсьә­лә­ләр буйынса урынбаҫары Ил­шат Дәүләтйәнов Илеш ра­йо­ны хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Рубин Ғәлимовҡа тап­шырҙы. Тамашасылар алдында Әмир Әминев һәм Сергей Янаки сығыш яһаны. Ҡала мәҙәниәт һарайының “Отражение” театр студияһында шө­ғөл­ләнгән балалар “Ҡыш бул­мая­саҡ” (В. Ольшанский пьесаһы буйынса) спектаклен ҡуйҙы. Унда йәмғиәтебеҙҙәге киҫкен проб­лемалар яҡтыртылды.

Радмил АБДРАХМАНОВ,
Милли әҙәбиәт музейының күргәҙмәләр бүлеге мөдире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779