Благовещен районында “Әҙәби нағыш” марафонының төбәк этабы үтте. Байрам сараларында яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, шағир, бард, тәржемәсе Сергей Янаки, яҙыусы, “Бельские просторы” журналының яуаплы секретары Салауат Вахитов, шағир, тәржемәсе Владимир Денисов, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Василий Коровкин, шул уҡ баҫма хәбәрсеһе Александр Барановский, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Инна Соколова һәм башҡалар ҡатнашты.Марафонсыларҙы үҙәк китапханала район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире Николай Осинский, биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Людмила Хван, китапхана мөдире Әлмира Миһранова ихлас ҡаршы алды. Бында Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған күргәҙмәләр менән таныштылар. Әҙиптәр автограф ҡалдырҙы, фотоға төштө.
Мәҙәниәт усағына Благовещен районы һәм ҡалаһынан уҡытыусылар, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылғайны. Өфө ҡунаҡтары һәм уларҙың ҡатнашлығында “Әҙәби бәйләнештәр” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уны асҡанда Благовещен районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Дәүләтйәнов әҙәбиәттең йәмғиәттә мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
“Түңәрәк өҫтәл”дә хәҙерге әҙәби әҫәрҙәрҙең сифаты һәм художество кимәле түбән булыуы, йәштәрҙең китап уҡымауы, яҙыусыларҙың йәмғиәттәге статусы, мәктәптә әҙәбиәт дәестәре, китап сығарыу кеүек проблемалар тураһында фекер алышыу булды. Йәнле һәм фәһемле һөйләшеүҙә әҙиптәр ҙә, китапханасылар ҙа, уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты, теге йәки был мәсьәләгә үҙ ҡараштарын еткерҙе. Әңгәмә аҙағында унда ҡатнашыусылар яҡшы әҙәбиәтте һәм китап уҡыуҙы әүҙемләштерергә, популярлаштырырға, был йүнәлештә эшләгән ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерергә һәм берләштерергә кәрәк тигән һығымтаға килде. Шунда уҡ Благовещен үҙәк район китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Ирина Соловьева “Илһам – Вдохновение” шиғриәт һөйөүселәр клубының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, баҫтырылған китаптарын күрһәтте. Был ойошма 2002 йылдан алып эшләй, бөгөн унда 20-нән ашыу кеше ағза булып тора.
Артабан төбәктәге йәш ижадсылар Асҡар Усманов, Алина Насретдинова, Владлена Солтанова, Яна Мосунова, Антон Антипин һәм Сергей Батуриндың ҡулъяҙмалары тикшерелде. Әҙиптәр айырыуса Асҡар Усмановтың яҙмаларын ыңғай баһаланы, йәштәрҙең һәр береһенә яҡты теләктәрен еткерҙе.
Сара мәҙәниәт һарайында дауам итте. Марафондың символы – Йылъяҙма-китапты Благовещен районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Дәүләтйәнов Илеш районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рубин Ғәлимовҡа тапшырҙы. Тамашасылар алдында Әмир Әминев һәм Сергей Янаки сығыш яһаны. Ҡала мәҙәниәт һарайының “Отражение” театр студияһында шөғөлләнгән балалар “Ҡыш булмаясаҡ” (В. Ольшанский пьесаһы буйынса) спектаклен ҡуйҙы. Унда йәмғиәтебеҙҙәге киҫкен проблемалар яҡтыртылды.
Радмил АБДРАХМАНОВ,
Милли әҙәбиәт музейының күргәҙмәләр бүлеге мөдире.