Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғлүмәткә бай һәм заманса
Мәғлүмәткә бай һәм замансаЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Ғиниәт Ҡунафиндың “Аҡмулланың шиғри йәйғоро” тигән үҙенсәлекле китабы донъя күрҙе. Был хеҙмәтендә ғалим Аҡмулла шиғриәтендәге поэтика мәсьәләләренә байҡау яһай, әҫәрҙәренә өр-яңыса күҙ һала. Автор тәү башлап Аҡмулла поэзияһын жанр йәһәтенән классификациялап, уның образ-деталдәр системаһын, художестволы төҙөлөшөн, пафосын асыҡлауҙа ҡыҙыҡлы ғына тикшереүҙәр үткәрә.
Ғалимдың күҙәтеүҙәренән асыҡ күренеүенсә, М. Аҡмулла аң-белем, мәҙәниәт, әхлаҡ һәм хеҙмәт тәрбиәһе аша йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу, тигеҙ тормош төҙөү теләге менән янған. Шуға өлгәшеүҙә ялҡынлы һәм төплө фекерле нәфис һүҙҙең көсөнә инанған шағир ҡобайыр, традицион мәдхиә, мәрҫиә жанрҙарына йышыраҡ мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрә. Быны автор М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Егетлек хасиәте — мәғрифәттә”, “Борадәргә” (“Ағай-энегә”), “Йырау”, “Замана ғалимдарына”, “Урыным — зиндан”, “Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе”, “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Билдәһеҙ”, “Атайыма хат” һәм башҡа әҫәрҙәрен анализлау аша күрһәтеп бирә. Ул мәғрифәтсе-шағир ижадының ижтимағи тормош, ысынбарлыҡ күренештәрен идея-эстетик яҡтан баһалауҙа күп яҡлы төҫ алыуын, уларҙың героик-романтик, драматик, сатирик пафостар менән үрелеп килеүен төплө яҡтырта. Һәр нәмәгә иғтибарлы, күҙәтеүсән, тәжрибәле ғалим Аҡмулланың гражданлыҡ, инанғанлыҡ, тормошто раҫлау һәм тәнҡит рухы менән һуғарылған әҫәрҙәренең киң Рәсәйҙәге төрки халыҡтарҙы туплаусы көскә эйә үҙенсәлекле идея-эстетик күренеш булыуын сағыу асып бирә. Ғалим арҙаҡлы шағир биографияһындағы бер ни тиклем аңлашылмаған мәлдәргә лә асыҡлыҡ индереп китә. Мәҫәлән, М. Аҡмулланың тормошона һәм ижадына арналған ҡайһы бер хеҙмәттәрҙә әйтелеүенсә, ул Троицкиҙа “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә түгел, ә киләсәктә шул мәҙрәсәне асасаҡ, ҙур ғалим-педагог һәм теолог булып таныласаҡ Зәйнулла Рәсүлев менән бергә Әхмәтшаһ әл-Мәңгәрәй мәҙрәсәһендә уҡый. 1859 йылда уны тамамлап, Өфөлә Диниә назаратында муллалыҡҡа һынау тотоуы, һуңынан танытма алып тыуған ауылына ҡайтыуы, был ваҡытта быға тиклем үк белем алған кеше булараҡ, атаһының ғаиләһе иҫәбендә тороуы, субъектив сәбәптәр арҡаһында был иҫәптән төшөп, тыуған ауылынан китеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр — быға асыҡ миҫал. Шағирҙың “Атайыма хат” исемле мәктүбенең тап ошо ваҡиғанан һуң 13 йыл үткәс, 1872 йылда ижад ителеүе тураһындағы белешмә лә үрҙә әйтелгәндәрҙе раҫлай.
Ғөмүмән, профессор Ғиниәт Ҡунафин яңы мәғлүмәттәргә, фекер-күҙәтеүҙәргә бай һәм заманса китап яҙған. Уның республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың ғына түгел, бөтә Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын байытыуҙа, дуҫлыҡ, туғанлыҡ тойғоларын һәм, әлбиттә, башҡорт әҙәбиәт ғилемен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә буласағына шик юҡ.
Фәнилә ӘБЕЛҒУЖИНА-САЛАУАТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779