Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Ғиниәт Ҡунафиндың “Аҡмулланың шиғри йәйғоро” тигән үҙенсәлекле китабы донъя күрҙе. Был хеҙмәтендә ғалим Аҡмулла шиғриәтендәге поэтика мәсьәләләренә байҡау яһай, әҫәрҙәренә өр-яңыса күҙ һала. Автор тәү башлап Аҡмулла поэзияһын жанр йәһәтенән классификациялап, уның образ-деталдәр системаһын, художестволы төҙөлөшөн, пафосын асыҡлауҙа ҡыҙыҡлы ғына тикшереүҙәр үткәрә.
Ғалимдың күҙәтеүҙәренән асыҡ күренеүенсә, М. Аҡмулла аң-белем, мәҙәниәт, әхлаҡ һәм хеҙмәт тәрбиәһе аша йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу, тигеҙ тормош төҙөү теләге менән янған. Шуға өлгәшеүҙә ялҡынлы һәм төплө фекерле нәфис һүҙҙең көсөнә инанған шағир ҡобайыр, традицион мәдхиә, мәрҫиә жанрҙарына йышыраҡ мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрә. Быны автор М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Егетлек хасиәте — мәғрифәттә”, “Борадәргә” (“Ағай-энегә”), “Йырау”, “Замана ғалимдарына”, “Урыным — зиндан”, “Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе”, “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Билдәһеҙ”, “Атайыма хат” һәм башҡа әҫәрҙәрен анализлау аша күрһәтеп бирә. Ул мәғрифәтсе-шағир ижадының ижтимағи тормош, ысынбарлыҡ күренештәрен идея-эстетик яҡтан баһалауҙа күп яҡлы төҫ алыуын, уларҙың героик-романтик, драматик, сатирик пафостар менән үрелеп килеүен төплө яҡтырта. Һәр нәмәгә иғтибарлы, күҙәтеүсән, тәжрибәле ғалим Аҡмулланың гражданлыҡ, инанғанлыҡ, тормошто раҫлау һәм тәнҡит рухы менән һуғарылған әҫәрҙәренең киң Рәсәйҙәге төрки халыҡтарҙы туплаусы көскә эйә үҙенсәлекле идея-эстетик күренеш булыуын сағыу асып бирә. Ғалим арҙаҡлы шағир биографияһындағы бер ни тиклем аңлашылмаған мәлдәргә лә асыҡлыҡ индереп китә. Мәҫәлән, М. Аҡмулланың тормошона һәм ижадына арналған ҡайһы бер хеҙмәттәрҙә әйтелеүенсә, ул Троицкиҙа “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә түгел, ә киләсәктә шул мәҙрәсәне асасаҡ, ҙур ғалим-педагог һәм теолог булып таныласаҡ Зәйнулла Рәсүлев менән бергә Әхмәтшаһ әл-Мәңгәрәй мәҙрәсәһендә уҡый. 1859 йылда уны тамамлап, Өфөлә Диниә назаратында муллалыҡҡа һынау тотоуы, һуңынан танытма алып тыуған ауылына ҡайтыуы, был ваҡытта быға тиклем үк белем алған кеше булараҡ, атаһының ғаиләһе иҫәбендә тороуы, субъектив сәбәптәр арҡаһында был иҫәптән төшөп, тыуған ауылынан китеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр — быға асыҡ миҫал. Шағирҙың “Атайыма хат” исемле мәктүбенең тап ошо ваҡиғанан һуң 13 йыл үткәс, 1872 йылда ижад ителеүе тураһындағы белешмә лә үрҙә әйтелгәндәрҙе раҫлай.
Ғөмүмән, профессор Ғиниәт Ҡунафин яңы мәғлүмәттәргә, фекер-күҙәтеүҙәргә бай һәм заманса китап яҙған. Уның республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың ғына түгел, бөтә Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын байытыуҙа, дуҫлыҡ, туғанлыҡ тойғоларын һәм, әлбиттә, башҡорт әҙәбиәт ғилемен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә буласағына шик юҡ.
Фәнилә ӘБЕЛҒУЖИНА-САЛАУАТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.