Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ерҙән ут алып...
Тыуған ерҙән  ут алып... Әҙәм балаһы көршәктәге гөл түгел, уның тамырҙары тыуған еренә береккән. Бигерәк тә әҙип халҡының йөрәге ғәзиз төйәгенең бәрәкәтле тупрағынан һутлана.


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин күптән түгел тыуған яғында – Ишембай районы­ның Ҡолғона, Маҡар ауылдарында — булды. Әҙиптең тормошо һәм ижадының шишмә башы тыуған ере менән тығыҙ бәйләнгән. Ҡолғоналағы ете йыллыҡ мәктәптән һуң Маҡарҙа уҡый. X класты бөтөргәс, мөғәллим итеп ҡалдырыла. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлап, Маҡар район хакимиәтенең мәғариф идаралығында инспектор вазифаһын башҡара.
— Тыуған яғымды шул тиклем һағынып ҡайтам, – ти аҡһаҡал. – Яҡташтарым менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү – үҙе бер байрам! Уларҙың тормошо менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып йәшәйем, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Халҡыбыҙҙың эскерһеҙлеге, ҡунаҡсыллығы илһам ҡанаттары ҡуя.
Халыҡ яҙыусыһының байтаҡ әҫәре яҡташ­тарының яҙмышына ауаздаш. Бер-бер артлы донъя күргән “Ғорурлыҡ”, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Ауылым юлы”, “Кеше йылмая”, “Сәскәләр керпеген аса” тигән повестары, “Өҙәрем юл кешеләре” романын яҙҙы. Ә инде халыҡ һөйөүен яулаған “Һайлап алған яҙмыш” әҫәренең прототиптары Сәйфетдин менән немец ҡыҙы Зильда-Заһиҙәнең Ҡолғонанан ун ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡоҙаш тигән бәләкәй генә утарҙа йәшәгәне тураһында күптәр белмәйҙер, моғайын. Хәйер, әҙиптең “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан”, “Мәңгелек урман”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батыр һөйәге” һәм башҡа әҫәрҙәрендә лә уларҙың сағыу образдары йәшәй.
Ноғман Мусин яҡташтары менән ихлас аралашты, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы тураһында һөйләне.




Автор: С. ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779