Әҙәм балаһы көршәктәге гөл түгел, уның тамырҙары тыуған еренә береккән. Бигерәк тә әҙип халҡының йөрәге ғәзиз төйәгенең бәрәкәтле тупрағынан һутлана.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин күптән түгел тыуған яғында – Ишембай районының Ҡолғона, Маҡар ауылдарында — булды. Әҙиптең тормошо һәм ижадының шишмә башы тыуған ере менән тығыҙ бәйләнгән. Ҡолғоналағы ете йыллыҡ мәктәптән һуң Маҡарҙа уҡый. X класты бөтөргәс, мөғәллим итеп ҡалдырыла. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлап, Маҡар район хакимиәтенең мәғариф идаралығында инспектор вазифаһын башҡара.
— Тыуған яғымды шул тиклем һағынып ҡайтам, – ти аҡһаҡал. – Яҡташтарым менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү – үҙе бер байрам! Уларҙың тормошо менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып йәшәйем, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Халҡыбыҙҙың эскерһеҙлеге, ҡунаҡсыллығы илһам ҡанаттары ҡуя.
Халыҡ яҙыусыһының байтаҡ әҫәре яҡташтарының яҙмышына ауаздаш. Бер-бер артлы донъя күргән “Ғорурлыҡ”, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Ауылым юлы”, “Кеше йылмая”, “Сәскәләр керпеген аса” тигән повестары, “Өҙәрем юл кешеләре” романын яҙҙы. Ә инде халыҡ һөйөүен яулаған “Һайлап алған яҙмыш” әҫәренең прототиптары Сәйфетдин менән немец ҡыҙы Зильда-Заһиҙәнең Ҡолғонанан ун ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡоҙаш тигән бәләкәй генә утарҙа йәшәгәне тураһында күптәр белмәйҙер, моғайын. Хәйер, әҙиптең “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан”, “Мәңгелек урман”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батыр һөйәге” һәм башҡа әҫәрҙәрендә лә уларҙың сағыу образдары йәшәй.
Ноғман Мусин яҡташтары менән ихлас аралашты, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы тураһында һөйләне.