Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүләк яуаплылыҡ өҫтәй
Бүләк яуаплылыҡ өҫтәй Байрам алдынан республикабыҙҙа билдәле ижадсыларҙы бүләкләү күркәм йолаға әүерелде. Был юлы ла Хөкүмәт йортонда үҙ хеҙмәте менән йәмәғәтселеккә файҙа килтергән ҡәләм әһелдәрен, сәнғәт оҫталарын тәбрикләнеләр.
Тантананы асып, Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов бүләкләнеүселәрҙе ҡотланы.
– Бөгөн был залда тәүге тапҡыр халҡы­быҙ­ҙың ике оло шәхесе Шәһит Хоҙайбирҙин менән Шәйехзада Бабич исе­мендәге пре­миялар тапшырыла, – тине ул. – Уларҙы иле­нә-еренә мөхәббәт тойғоһо берләштерә. Ошо бүләккә тап уларҙың рухы һеңгән ижад­сы­ларҙың лайыҡ булыуы мәртәбәле. Был пре­миялар һеҙҙе артабан да республика мән­фәғәтенә емешле хеҙмәт итергә дәртлән­дер­һен.
Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға – 21, ә Шәйехзада Бабич исе­мен­дәге премияға 27 кеше дәғүә итте, шуға ла иң лайыҡлыларҙы һайлау еңел бирелмәне.
Бүләк яуаплылыҡ өҫтәйМатбуғат өлкәһендәге уңыш­тары өсөн Шә­һит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт пре­мия­һына “Труд” гәзитенең бүлек мөхәррире Гүзәл Агишева, “Урал” гәзитенең хәбәрсеһе (Белорет районы) Рәмилә Мусина, “Авыл тормышы” гәзитенең (Стәрлетамаҡ) фото­хәбәр­сеһе Юрий Нестеренко лайыҡ булды.
Ә инде әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкә­һендәге ҡаҙаныш­тары өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхә­мә­товҡа, Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллинға, рәссамдар Айгөл Ишбирҙина менән Вера Фроловаға тапшырылды.
Хеҙмәттәшебеҙ Айгиз Ғиззәт улы “Ҡал­дыр­ма, әсәй!”, “Не оставляй, мама!” тигән китаптары өсөн эйә булды мәртәбәле бүләккә. Салауат Тәлғәт улы, уны ҡотлап:
– Һеҙ 26 йәштә генә ошондай уңышҡа өл­гәш­тегеҙ. Уның Әҙәбиәт йылына тап килеүе айырыуса ҡыуаныслы. Башҡорт әҙәбиәте бай, һәм уның күркәм традициялары бар. Оло әҙип­тәрҙән үрнәк алып, киләсәктә әҙәбиәте­беҙҙе яңы биҙәктәр менән байытырһығыҙ тип ышанам, – тине.
– Мин дәүләт бүләге алыр өсөн күп һәм яҡшы яҙырға тырышманым. Ә премия миңә күп һәм яҡшы яҙырға яуаплылыҡ өҫтәйәсәк, – тип яуапланы Айгиз Ғиззәт улы.



Автор: В. ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779