Байрам алдынан республикабыҙҙа билдәле ижадсыларҙы бүләкләү күркәм йолаға әүерелде. Был юлы ла Хөкүмәт йортонда үҙ хеҙмәте менән йәмәғәтселеккә файҙа килтергән ҡәләм әһелдәрен, сәнғәт оҫталарын тәбрикләнеләр.Тантананы асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов бүләкләнеүселәрҙе ҡотланы.
– Бөгөн был залда тәүге тапҡыр халҡыбыҙҙың ике оло шәхесе Шәһит Хоҙайбирҙин менән Шәйехзада Бабич исемендәге премиялар тапшырыла, – тине ул. – Уларҙы иленә-еренә мөхәббәт тойғоһо берләштерә. Ошо бүләккә тап уларҙың рухы һеңгән ижадсыларҙың лайыҡ булыуы мәртәбәле. Был премиялар һеҙҙе артабан да республика мәнфәғәтенә емешле хеҙмәт итергә дәртләндерһен.
Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға – 21, ә Шәйехзада Бабич исемендәге премияға 27 кеше дәғүә итте, шуға ла иң лайыҡлыларҙы һайлау еңел бирелмәне.
Матбуғат өлкәһендәге уңыштары өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына “Труд” гәзитенең бүлек мөхәррире Гүзәл Агишева, “Урал” гәзитенең хәбәрсеһе (Белорет районы) Рәмилә Мусина, “Авыл тормышы” гәзитенең (Стәрлетамаҡ) фотохәбәрсеһе Юрий Нестеренко лайыҡ булды.
Ә инде әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтовҡа, Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллинға, рәссамдар Айгөл Ишбирҙина менән Вера Фроловаға тапшырылды.
Хеҙмәттәшебеҙ Айгиз Ғиззәт улы “Ҡалдырма, әсәй!”, “Не оставляй, мама!” тигән китаптары өсөн эйә булды мәртәбәле бүләккә. Салауат Тәлғәт улы, уны ҡотлап:
– Һеҙ 26 йәштә генә ошондай уңышҡа өлгәштегеҙ. Уның Әҙәбиәт йылына тап килеүе айырыуса ҡыуаныслы. Башҡорт әҙәбиәте бай, һәм уның күркәм традициялары бар. Оло әҙиптәрҙән үрнәк алып, киләсәктә әҙәбиәтебеҙҙе яңы биҙәктәр менән байытырһығыҙ тип ышанам, – тине.
– Мин дәүләт бүләге алыр өсөн күп һәм яҡшы яҙырға тырышманым. Ә премия миңә күп һәм яҡшы яҙырға яуаплылыҡ өҫтәйәсәк, – тип яуапланы Айгиз Ғиззәт улы.