Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙыусының бурысы бармы?
Әҙәбиәт йылы ла аҙағына табан атлай. Район­дар буйлап ойошторолған “Әҙәби нағыш” республика марафоны яңы исемдәр аса, халыҡ менән рухи бәйләнеш булдыра. Ә шулай ҙа...

Бөгөнгө әҙип тәғәйенләнгән йылды дөрөҫ файҙаланамы һуң? “Башҡортостан” гәзитенең хаттар папкаһына күҙ һалам. Шиғырҙар менән шкафтар тулы, ә бына мәҡәләләр, әҙәби процесс хаҡында фекер йөрөтөү, әҙәбиәттең кимәле, киң ҡатламға йоғонтоһо, китап уҡыусылар һаны тураһында уйланыуҙар менән һуғарылған бер мәҡәлә лә юҡ. Эйе, баҫма “түңәрәк өҫтәл” дә ойоштороп ҡараны, әҙиптәргә заказ да бирҙе, әммә әлегә ләм-мим. Был нимә: һайлаған юлдан ваз кисеүме? Яҙыусыларға иғтибар итмәйҙәр, тип сираттағы зарланыумы? Хөкүмәтте, китап уҡыусыны, халыҡты һүккәнсе, беҙҙең һәр беребеҙ яңырыуҙы үҙенән башларға тейеш икәнен күптән төшөнгәнбеҙҙер, тигән фекерҙә инем. Әммә әҙиптәр Мөхәммәт тауға бармаһа, тау үҙе килер, тип көтәбеҙме?
Әллә күпме әҙип халыҡ яҙыусыһы исеменә дәғүә итә икән. Ҡайһы берҙәренең кандидатураһы Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ултырышында ҡаралды. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың был хаҡта мәҡәләһе лә бар. Ул үҙе был исемгә лайыҡ булғас, ниндәй ҙур мәғәнәле булыуын аңлата унда. Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтөүсенең ижадында ошо республика яҙмышы, халыҡтың тын алышы тойолорға, ул һүҙ сәнғәте әҫәре ижад итергә тейеш! Әҙиптең бурысы бының менән дә сикләнеп бөтмәй әле. Төбәктәге йәшәйеш киҫкен мәлдәргә килеп терәлгәндә, ҡәүемде икеләнеүҙәр, бошоноуҙар баҫҡанда, тап шәхестәр кәрәкле һүҙен әйтергә бурыслы. Радио-телевидение аша булһынмы, матбуғат баҫмаларын файҙаланыпмы – әммә әҙип үҙ ваҡытында әйтергә тейеш һүҙен. Публицистик мәҡәлә яҙған авторҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына түгел, юҡ кимәлендә бит! Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғы­рындағыса, ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа! Республикала милли мәктәптәр кәмене, балалар баҡсаһында туған телдәге төркөмдәр аҙайҙы, әммә хәлде өйрәнеп мәҡәлә, кәрәкле фекер әйтеүселәр ҡайҙа? Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәктәп директорҙарының үҙ балаларын Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гим­назияһына уҡырға биреп, аҙаҡ ауылдағы белем усағы ябылыуы тураһында яр һалыуы хаҡында ла хәбәрҙар халыҡ.
Әйткәндәй, ҡулайлаштырыуға бәйле Татарстанда ла ошондай уҡ хәл. Иҡтисади көрсөк – тотош донъяуи кү­ренеш. Зарланыуҙан файҙа юҡ, хөрмәтле ҡәләмдәш. Заман, ваҡыт, дәүләт беҙгә һынылышлы шарттар тәҡдим итһә лә, беҙгә әҙәбиәттең төп бурысы хаҡында оноторға ярамай. “Урал батыр” эпосында әйтелгән ул васыят – “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ! Кеше булһын затығыҙ!” Һүҙ сәнғәтенең бурысы – әллә ниндәй иҡтисади, рухи көрсөктәр ябырылғанда ла, өмөт усағын һүндермәү, изгелеккә, яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыш. Замандаштарыбыҙ күңеленә матурлыҡ орлоҡтарын сәсеү. Әллә бәхәс­ләшәбеҙме?






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Райля
    Райля от 09.10.2015, 22:04
    Мәҡәләләр яҙып торабыҙ, тик үткер мәҡәләләрҙе баҫтырмайҙар. "Башҡортостан" гәзитенә 2013 йылда "ӘҘӘБИӘТ МӘҘӘНИӘТТЕҢ НИГЕҘЕ" иСЕМЛЕ, 2014 ЙЫЛДА "СУБЦИДИЯ, ИПОТЕКА, ШАТЛАНЫУҘАР ҺӘМ АЛДАНЫУҘАР" һ.б мәҡәләләрем баҫылманы. Көнүҙәк темаға яҙылған.

  2. Radik
    Radik от 09.10.2015, 22:53
    Шул тиклем хаталы яҙыуығыҙға ҡарағанда, мәҡәләләрегеҙҙең ни өсөн баҫылмағаны бик яҡшы аңлашыла. Аналитиканы журналистар үҙҙәре лә яҙа ала, ә һеҙҙән, әгәр әҙип икәнһегеҙ, хикәйәләр, повестар, башҡа жанрҙағы сәсмә әҫәрҙәр талап ителә. Интернетта яҙышығыҙ, әгәр ҡәләм тибрәтмәй тора алмаһағыҙ.

  3. Рияз
    Рияз от 10.10.2015, 09:27
    Mister Radik, автор шағирә журналист Лариса һылыу, "Шиғырҙар менән шкафтар тулы, ә бына мәҡәләләр, әҙәби процесс хаҡында фекер йөрөтөү, әҙәбиәттең кимәле, киң ҡатламға йоғонтоһо, китап уҡыусылар һаны тураһында уйланыуҙар менән һуғарылған бер мәҡәлә лә юҡ", ти бит. Етәр инде ижтимағи-сәйәси гәзиттә хикәйәләр һәм шиғырҙар баҫтырыу! Әҙәби баҫмалар бар бит - шунда баҫтырығыҙ. Ә беҙгә, Рәйлә ханым раҫ яҙа, ҡыйыу реаль позитив аналитик мәҡәләләр зарур!
    Башҡорт телендәге гәзиттәрҙе бөтөнләй уҡымайҙар, бигерәк тә йәштәр. Сөнки уларға ярашлы гәзиттәрҙә материалдар юҡ. Мин йәштәр хаҡында, йәштәр хәрәкәте тарихы тураһында ифрат күп материалдар ебәрәм, ләкин баҫтырмайҙар. Сөнки ысынбарлыҡ мөхәррирҙәрҙе ҡурҡыта, улар түрәләр ни әйтә шуны ғына баҫтыралар. "Кеҫә" гәзиттәре, ҡыҫҡаһы, "Йәшлек" гәзитенән башҡа...
    Ә әҙәби процесс турһында яҙмайҙар, сөнки бында ла ҡурҡыныс. Әгәр дөрөҫлөктө яҙ?аң, күп кенә яһалма авторитеттарҙың ҡолауы мөмкин... Ана "Ағиҙел"дә ҡайһы-бер ҡыйыу ағайҙар халыҡ яҙыусыһы һәм шағирҙарының диктатураһын фашлағандар ине, тиҙ генә шымдырҙылар...






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779