Яҙыусының бурысы бармы?09.10.2015
Әҙәбиәт йылы ла аҙағына табан атлай. Район­дар буйлап ойошторолған “Әҙәби нағыш” республика марафоны яңы исемдәр аса, халыҡ менән рухи бәйләнеш булдыра. Ә шулай ҙа...

Бөгөнгө әҙип тәғәйенләнгән йылды дөрөҫ файҙаланамы һуң? “Башҡортостан” гәзитенең хаттар папкаһына күҙ һалам. Шиғырҙар менән шкафтар тулы, ә бына мәҡәләләр, әҙәби процесс хаҡында фекер йөрөтөү, әҙәбиәттең кимәле, киң ҡатламға йоғонтоһо, китап уҡыусылар һаны тураһында уйланыуҙар менән һуғарылған бер мәҡәлә лә юҡ. Эйе, баҫма “түңәрәк өҫтәл” дә ойоштороп ҡараны, әҙиптәргә заказ да бирҙе, әммә әлегә ләм-мим. Был нимә: һайлаған юлдан ваз кисеүме? Яҙыусыларға иғтибар итмәйҙәр, тип сираттағы зарланыумы? Хөкүмәтте, китап уҡыусыны, халыҡты һүккәнсе, беҙҙең һәр беребеҙ яңырыуҙы үҙенән башларға тейеш икәнен күптән төшөнгәнбеҙҙер, тигән фекерҙә инем. Әммә әҙиптәр Мөхәммәт тауға бармаһа, тау үҙе килер, тип көтәбеҙме?
Әллә күпме әҙип халыҡ яҙыусыһы исеменә дәғүә итә икән. Ҡайһы берҙәренең кандидатураһы Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ултырышында ҡаралды. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың был хаҡта мәҡәләһе лә бар. Ул үҙе был исемгә лайыҡ булғас, ниндәй ҙур мәғәнәле булыуын аңлата унда. Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтөүсенең ижадында ошо республика яҙмышы, халыҡтың тын алышы тойолорға, ул һүҙ сәнғәте әҫәре ижад итергә тейеш! Әҙиптең бурысы бының менән дә сикләнеп бөтмәй әле. Төбәктәге йәшәйеш киҫкен мәлдәргә килеп терәлгәндә, ҡәүемде икеләнеүҙәр, бошоноуҙар баҫҡанда, тап шәхестәр кәрәкле һүҙен әйтергә бурыслы. Радио-телевидение аша булһынмы, матбуғат баҫмаларын файҙаланыпмы – әммә әҙип үҙ ваҡытында әйтергә тейеш һүҙен. Публицистик мәҡәлә яҙған авторҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына түгел, юҡ кимәлендә бит! Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғы­рындағыса, ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа! Республикала милли мәктәптәр кәмене, балалар баҡсаһында туған телдәге төркөмдәр аҙайҙы, әммә хәлде өйрәнеп мәҡәлә, кәрәкле фекер әйтеүселәр ҡайҙа? Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәктәп директорҙарының үҙ балаларын Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гим­назияһына уҡырға биреп, аҙаҡ ауылдағы белем усағы ябылыуы тураһында яр һалыуы хаҡында ла хәбәрҙар халыҡ.
Әйткәндәй, ҡулайлаштырыуға бәйле Татарстанда ла ошондай уҡ хәл. Иҡтисади көрсөк – тотош донъяуи кү­ренеш. Зарланыуҙан файҙа юҡ, хөрмәтле ҡәләмдәш. Заман, ваҡыт, дәүләт беҙгә һынылышлы шарттар тәҡдим итһә лә, беҙгә әҙәбиәттең төп бурысы хаҡында оноторға ярамай. “Урал батыр” эпосында әйтелгән ул васыят – “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ! Кеше булһын затығыҙ!” Һүҙ сәнғәтенең бурысы – әллә ниндәй иҡтисади, рухи көрсөктәр ябырылғанда ла, өмөт усағын һүндермәү, изгелеккә, яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыш. Замандаштарыбыҙ күңеленә матурлыҡ орлоҡтарын сәсеү. Әллә бәхәс­ләшәбеҙме?





Вернуться назад