Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрамдан һуң әҫәр тыуырмы?
Байрамдан һуң әҫәр тыуырмы? Әле бығаса ошо тиклем киң ҡоласлы, күмәк халыҡ йәлеп ителеп үткәрелгәне юҡ ине халыҡ-ара Аксаков байрамының. Быға, бәлки, юбилей датаһы – XXV тапҡыр ойошторолоуы – сәбәпсе булғандыр, әммә Өфөнөң Софья аллеяһынан Салауат Юлаев паркына табан һуҙылған ҡул эштәре, сәнғәт әһелдәре сығышы беҙҙе, әйтерһең, уҙған быуаттарға алып ҡайтты. Көнө лә бит әле ниндәйе тура килде: ҡояш алтын нурҙары менән бар донъяны балҡыта, алтын япраҡтар һибелгән аллея үҙе бер шиғри майҙанды хәтерләтә.


Салауат Юлаев паркына ингән урында Сергей Тимофеевич Аксаков образындағы артист килгән ҡунаҡ­тар­ҙы бөйөк яҙыусының тормош юлы менән таныштыра. Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова парк һуҡмаҡтары буйлап үтеп, һәр сығыш яһаусы янында айырым туҡтап, байрамда ҡатнашыусылар менән яҡын­дан танышты. Ошонда уҡ халыҡ ша­ғиры Рәшит Ниғмәтиҙең ҡәберенә сәскә лә һалды улар. Әйткәндәй, әҙип­тең тап С. Юлаев паркында ерләнеүе ниндәйҙер символик әһәмиәткә эйә төҫлө: шағир Салауаттың шиғыр­ҙа­рын башҡорт теленә Рәшит Ниғмәти ауҙарған. Бөгөнгө замандаш­тары­быҙ­ҙың күбеһе С. Юлаевтың шиғырҙары беҙгә урыҫ телендә килеп етеп, тап үткән быуат башында Р. Ниғмәти тәрже­мәһендә үҙ уҡыусыһын туған телендә тапҡанын белеп тә бөтмәйҙер әле.
Башҡортостан яҙыусыларының сығышына республика Башлығы айырым иғтибар бүлде. Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев С. Аксаковтың “Ауылға хат” әҫәрен баш­ҡортсаға тәржемә итеп яңғы­ратты. Әҙәби байрамда шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Зөфәр Вәлит, Рәмил Йәнбәк, Лилиә Ҡәйепова, Сергей Янаки, Зөһрә Фәйзуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рауил һәм Алмас Шаммасовтар, Кристина Андрианова, Рәшиҙә Бик, Гөлнара Хәлфетдинова, Венер Фәттах, Лариса Лазунова, Радик Хәкимйән, Марсель Сәлимов шиғриәт һөйөүселәрҙе үҙ әҫәрҙәре менән тәбрикләне. Шағир Владимир Денисов Аҡмулланың “Башҡорт­та­рым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырын урыҫса яңғыратты. Ана шулай ижади күперҙәр, күңелдәрҙән-күңелдәргә һа­лынған һуҡмаҡтар аша дуҫлыҡ, бер­ҙәм­лек, татыулыҡ, ватанға һөйөү той­ғоһо тәрбиәләнә лә инде. Шуныһы ҡыуаныслы булды: байрамда йәштәр ҙә ҡатнашты. Денис Ғилманов, Айгөл Ғәбитова, Айбулат Сәсәнбаев социаль селтәрҙәрҙә генә түгел, әҙәби кисәләрҙә лә ҡатнашып, үҙҙәренең ижадҡа ынтылышын, тоғролоғон күр­һәтә. Интернетта тултырып көнө-төнө шиғыр яҙып та, бер ижад кисәһенә лә йөрөмәгән ҡәләм тирбәтеүселәр аҙмы ни?!.
XXV Аксаков байрамы уңайынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантана ла үтте. Унда Өфө ҡала Советы тарафынан Аксаковтар ғаиләһенең тормошон, ижадын пропагандалаған эштәр өсөн махсус премиялар тапшырылды. Быйыл Аксаков бүләгенә Өфөнөң юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында белем алған Фаина Сәхәбетдинова, Лола Ергешева, Анастасия Муценэк, Елена Артюкова, Георгий Попов-Львов лайыҡ булды. Унан тыш, премия биреү комиссияһы студенттары ижади конкурстарҙа даими рәүештә еңеү яулаған ғилми етәксене тәбрик­ләргә ҡарар иткән. Ҡеүәтләү бүләге Башҡорт дәүләт университеты профессоры Светлана Саловаға тапшырылды.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы сығышында Рөстәм Хәмитов:
­– Аксаковтың исеме меңәрләгән кешене – әхлаҡлылыҡты, ғаилә тәрбиә­һе йолаларын, евразиялылыҡ идея­ларын тергеҙергә теләгәндәрҙе – берләштерә, – тине һәм З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтенә С. Аксаковтың иң шәп әҫәрҙәрен сағыу йыйынтыҡ итеп сығарыу эшен йөк­мәтте. Ә Мәғариф министрлығына “Багров ейәненең бала сағы” повесын кластан тыш уҡыу әҫәрҙәре исем­легенә индерергә ҡушылды.
Байрам сараһы ҙур концерт менән тамамланды. Ә республика Баш­лы­ғы­ның төбәк яҙыусыларына әйткән һүҙен тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп китәйек: “Бөгөн йәмғиәттең рухи тормошона, тел һәм мәҙәниәттең үҫе­шенә, йәштәрҙе юғары һүҙ сәнғәтенә йәлеп итеүгә, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә иғтибар арта. Беҙ яҙыу­сы­ларҙан изгелек, матурлыҡ, илһө­йәрлек, әхлаҡ һәм, әлбиттә, тыуған яғын яратҡан һәм уны йәмләү өсөн бөтәһен дә эшләгән замандашыбыҙ хаҡында яңы әҫәрҙәр көтәбеҙ”. Әҙә­биәт йылының аҙағы яҡынлаша, хөрмәтле ҡәләмдәштәр, тыуамы һуң яңы әҫәр­ҙәр? Ҡайҙа беҙҙең заман геройы?”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782