Әле бығаса ошо тиклем киң ҡоласлы, күмәк халыҡ йәлеп ителеп үткәрелгәне юҡ ине халыҡ-ара Аксаков байрамының. Быға, бәлки, юбилей датаһы – XXV тапҡыр ойошторолоуы – сәбәпсе булғандыр, әммә Өфөнөң Софья аллеяһынан Салауат Юлаев паркына табан һуҙылған ҡул эштәре, сәнғәт әһелдәре сығышы беҙҙе, әйтерһең, уҙған быуаттарға алып ҡайтты. Көнө лә бит әле ниндәйе тура килде: ҡояш алтын нурҙары менән бар донъяны балҡыта, алтын япраҡтар һибелгән аллея үҙе бер шиғри майҙанды хәтерләтә. Салауат Юлаев паркына ингән урында Сергей Тимофеевич Аксаков образындағы артист килгән ҡунаҡтарҙы бөйөк яҙыусының тормош юлы менән таныштыра. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова парк һуҡмаҡтары буйлап үтеп, һәр сығыш яһаусы янында айырым туҡтап, байрамда ҡатнашыусылар менән яҡындан танышты. Ошонда уҡ халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ҡәберенә сәскә лә һалды улар. Әйткәндәй, әҙиптең тап С. Юлаев паркында ерләнеүе ниндәйҙер символик әһәмиәткә эйә төҫлө: шағир Салауаттың шиғырҙарын башҡорт теленә Рәшит Ниғмәти ауҙарған. Бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың күбеһе С. Юлаевтың шиғырҙары беҙгә урыҫ телендә килеп етеп, тап үткән быуат башында Р. Ниғмәти тәржемәһендә үҙ уҡыусыһын туған телендә тапҡанын белеп тә бөтмәйҙер әле.
Башҡортостан яҙыусыларының сығышына республика Башлығы айырым иғтибар бүлде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев С. Аксаковтың “Ауылға хат” әҫәрен башҡортсаға тәржемә итеп яңғыратты. Әҙәби байрамда шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Зөфәр Вәлит, Рәмил Йәнбәк, Лилиә Ҡәйепова, Сергей Янаки, Зөһрә Фәйзуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рауил һәм Алмас Шаммасовтар, Кристина Андрианова, Рәшиҙә Бик, Гөлнара Хәлфетдинова, Венер Фәттах, Лариса Лазунова, Радик Хәкимйән, Марсель Сәлимов шиғриәт һөйөүселәрҙе үҙ әҫәрҙәре менән тәбрикләне. Шағир Владимир Денисов Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырын урыҫса яңғыратты. Ана шулай ижади күперҙәр, күңелдәрҙән-күңелдәргә һалынған һуҡмаҡтар аша дуҫлыҡ, берҙәмлек, татыулыҡ, ватанға һөйөү тойғоһо тәрбиәләнә лә инде. Шуныһы ҡыуаныслы булды: байрамда йәштәр ҙә ҡатнашты. Денис Ғилманов, Айгөл Ғәбитова, Айбулат Сәсәнбаев социаль селтәрҙәрҙә генә түгел, әҙәби кисәләрҙә лә ҡатнашып, үҙҙәренең ижадҡа ынтылышын, тоғролоғон күрһәтә. Интернетта тултырып көнө-төнө шиғыр яҙып та, бер ижад кисәһенә лә йөрөмәгән ҡәләм тирбәтеүселәр аҙмы ни?!.
XXV Аксаков байрамы уңайынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантана ла үтте. Унда Өфө ҡала Советы тарафынан Аксаковтар ғаиләһенең тормошон, ижадын пропагандалаған эштәр өсөн махсус премиялар тапшырылды. Быйыл Аксаков бүләгенә Өфөнөң юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында белем алған Фаина Сәхәбетдинова, Лола Ергешева, Анастасия Муценэк, Елена Артюкова, Георгий Попов-Львов лайыҡ булды. Унан тыш, премия биреү комиссияһы студенттары ижади конкурстарҙа даими рәүештә еңеү яулаған ғилми етәксене тәбрикләргә ҡарар иткән. Ҡеүәтләү бүләге Башҡорт дәүләт университеты профессоры Светлана Саловаға тапшырылды.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы сығышында Рөстәм Хәмитов:
– Аксаковтың исеме меңәрләгән кешене – әхлаҡлылыҡты, ғаилә тәрбиәһе йолаларын, евразиялылыҡ идеяларын тергеҙергә теләгәндәрҙе – берләштерә, – тине һәм З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә С. Аксаковтың иң шәп әҫәрҙәрен сағыу йыйынтыҡ итеп сығарыу эшен йөкмәтте. Ә Мәғариф министрлығына “Багров ейәненең бала сағы” повесын кластан тыш уҡыу әҫәрҙәре исемлегенә индерергә ҡушылды.
Байрам сараһы ҙур концерт менән тамамланды. Ә республика Башлығының төбәк яҙыусыларына әйткән һүҙен тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп китәйек: “Бөгөн йәмғиәттең рухи тормошона, тел һәм мәҙәниәттең үҫешенә, йәштәрҙе юғары һүҙ сәнғәтенә йәлеп итеүгә, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә иғтибар арта. Беҙ яҙыусыларҙан изгелек, матурлыҡ, илһөйәрлек, әхлаҡ һәм, әлбиттә, тыуған яғын яратҡан һәм уны йәмләү өсөн бөтәһен дә эшләгән замандашыбыҙ хаҡында яңы әҫәрҙәр көтәбеҙ”. Әҙәбиәт йылының аҙағы яҡынлаша, хөрмәтле ҡәләмдәштәр, тыуамы һуң яңы әҫәрҙәр? Ҡайҙа беҙҙең заман геройы?”