Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡалды көсөм көрәш майҙанында, халҡым, һинең өсөн!”
“Ҡалды көсөм көрәш майҙанында, халҡым, һинең өсөн!” Һәр шәхес, бигерәк тә ижадсы, иленең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Йәшәйештең туған милләтенә булған кире йоғонтоһона көйөнә, бөтөрөнә, ә халҡының бәләкәй генә уңыштары уға шатлыҡ килтерә. Бөтә күңелен биреп бошона һәм шатлана ул.


Ихласлыҡ – этик категория булыуҙан бигерәк психологик һыҙат, минеңсә. Сөнки кеше шәхес кимәленең бейеклегенә ни тиклем юғары күтәрелһә, ихласлыҡ та шул тиклем үк үрҙә була. Ундайҙар ике йөҙлөлөктән, алдаҡсылыҡтан, нахаҡ йөрөтөүҙән азат. Әйтер һүҙен тура ҡарап әйтә, ҡурҡыуҙы, алан-йоланлыҡты үҙ итмәй. Бындай шәхестәр рухи ныҡлығы менән айырылып тора…
Бөгөн әйтер һүҙем шундай шәхестәрҙең береһе – билдәле шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина тураһында. Зөбәржәт апай үтә лә алсаҡ, күңелсәк, ихлас кеше ине. (Яратҡан кешем хаҡында үткән заманда һөйләгәндә күҙгә йәш тула). Әйтер һүҙе һәр ваҡыт ысын күңелдән булды. Кем менән аралашһа ла, алдан уйланған ниндәйҙер фекерҙәр менән түгел, ә объектив баһа биреп һөйләшә белде. Башҡаларҙа ла эскерһеҙлек, ихласлыҡ, тоғролоҡ сифаттарын хөрмәт итте.
Зөбәржәт Йәнбирҙина туған хал­ҡы яҙмышы өсөн борсолоп йәшәне. Был хистәре, хәстәре ижадында туранан-тура сағылыш тапты:
Еҙ тырнағым менән ер
тырнаным
Алтын көнөң өсөн!
Ҡалды көсөм көрәш
майҙанында,
Халҡым, һинең өсөн!
Ошоға ауаздаш патриотик рух менән яҙылған шиғырҙары, поэмалары бихисап: “Бар хеҙмәтем булыр ғүмерһеҙ”, “Көйөргәҙе ере”, “Далам — далан»”, “Юшатырым”, “Ауылыма”, “Эстәрле ҡайын­да­ры”, “Нурлы ҡалам минең Эстәр­лекәй” һ.б. шиғырҙары, “Һандал”, “Стәрле” поэмалары.
Оптимистик рух менән һуға­рыл­ған “Уйна, ҡурай!” шиғыры уҡыусыларҙа рух күтәренкелеге уята, киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыла:
… Уйна, ҡурай, данлап башҡорт илен,
Илаһи моң түгә күңелдәр.
Үҫеп килгән йәштәр бик тиҙ генә
Өнөн тыҡтырырлыҡ түгелдәр!
Уйна, ҡурай!
Күңел, тормош, йәшәйеш фәлсәфәһенә, эскерһеҙ дуҫлыҡҡа арналған юлдарға ҡат-ҡат туҡтала. “Яҡын дуҫҡа” шиғырынан:
Миңә ышанманы иң яҡын дуҫ…
Аһ, ғәйрәте көслө ғәйбәттең.
Ағасты ел, әҙәм башын борор
Һүҙ ҡеүәһе үҙен күрһәтте…
“Әрһеҙләмә мине былай, тормош!”:
Әрһеҙләмә мине былай, тормош,
Унһыҙ ҙа бит күңел көр түгел,
Арлы-бирле әйткән ҡылтым һүҙгә
Кителергә тора был күңел, — ти әҙибә.
“Һуңғы төргәк»”:
Һандыҡ төпкәйендә һуңғы төргәк,
Һуңғы юлға төргәк-төйөнсөк.
— Һин әҙерме? – тиеп әжәл килһә,
— Бына, — тиеп бирер һөйөнсөм.
“Тәүбәләргә ҡайттым” поэмаһында кеше яҙмышына бәйле һыҙланыуҙар, үкенеүҙәр, мөхәббәт тойғолары әрнеүле хистәр аша асып бирелә:
…Хыянат, хыянат, хыянат!
Тумалған түлдәрең ҡорорлоҡ!
Өҙөлгән үҙәкте өҙҙөрөп,
Баш бирмәй яфалай ғорурлыҡ.

Кисереү мөмкинме?! Йәнемдән
Айырып ташлайым үҙ йәнем.
Өҙөлөп һөйгәнде – һөймәҫкә,
Һөйөргә лә етмәй выжданым…

…Мең аҡыллы йоҙаҡ менән бикләп,
Тыйып ҡуям ярһыу йөрәгемде.
“Балаң өсөн йәшә, тормошоңда
Юғалтып та ҡуйма терәгеңде!..»”
Ауаздарын тоям йөрәгемдең.
Ысынлап та, Зөбәржәт апай бала йәнле кеше ине. Бәләкәй балалар менән аралашырға, ейәне Айбулаттың телгенәһенә һөйөнөп, йәм табып кинәнә ине. Балалар өсөн “Ҡолонсаҡ”, “Айбулатым-ейәнем” исемле китаптары донъя күрҙе. Бер бөртөк ҡыҙы Зәлидәне сикһеҙ ярата, ҡурсалай торғайны. Баламдың атайһыҙ үҫеүенә үҙем ғәйепле, тип тә үкенеп ҡуйҙы бер саҡ. Үҙ-үҙен тәнҡитләп, башҡаларға фәһем биреп, бына ни ти шағирә:
…Ир ҡәҙерен белмәҫ дыуамаллыҡ!
Сабырһыҙлыҡ төҫмө ҡатын-ҡыҙға?!
Ил-инәләй илаһилыҡ һалыр
Аҡылыңды барла, ҡаның ҡыҙһа…

…Ғаиләләрҙе тотор сабыр сатыр
Ҡатындарҙан икән ер йөҙөндә.
Эй, тәбиғәт, аяныслы яҙмыш,
Оло бурыс тоям мин үҙемдә…
Сая тәбиғәтле шағирәнең нескә күңелле, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас ғәм менән ижад ителгән шиғырҙары ла байтаҡ:
…Дүрткел һалма, уйға ғына һалма,
Тотонмаһын берүк ҡуштандар.
Дүрт яғымды ҡибла итә алыр,
Һалма һоғонорлоҡ дуҫтар бар…
«Рәнйетмәгеҙ»:
Шаяртҡанда белеп шаяртығыҙ,
Ир-егет түгел мин – йәтимәк.
Алдығыҙға килеп башым һалғас,
Башҡа сараларым юҡ, тимәк.
«Тәңремә бағам»:
Әллә, тимен, бәпесләгән сағым,
Ҡурҡыу-һөйөнөсөм ләззәте.
Аҙаҡ берҙе биштәй һөйләүҙәрем –
Бисәләрҙең холҡо-ғәҙәте!
Шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина тормошта ла, шиғриәттә лә үҙ булмышына тоғро ҡалды, туғандарын, ҡыҙын, ейәнен, милләттәштәрен ихлас яратты. Уның ҡурсалаусы тәбиғәтле, изге күңелле әсә икәнлеге күп шиғырҙарында сағыла.
“Ныҡ бул, ҡыҙым!”:
Баш осома сыраҡ кеүек баҫып,
Юғалтыуҙан башың эйелһә,
Ныҡ бул, ҡыҙым, эстән һына күрмә,
Алҡымыңа йәнең төйөлһә…

…Тәбиғәткә баҡ бер, ҡауландарға.
Иҫке ҡорой, йәше йәшәрә,
Ата-баба үткән тоҡом сәсеп –
Был ғүмерҙәр шулай йәшәлә…
Әҙибәнең тормошсан аҡылы, үҙ яҡынын ҡурсалауы, донъяның фанилығын ҡабул итеүелер был. Туған халҡын сикһеҙ яратты әҙибә:
Эй халҡымдың изге ихласлығы!
Күңел хазинаңа иҫ китә.
Донъя матур, ошо матурлыҡта
Татыу йәшәүҙәргә ни етә!.. – тип берҙәмлеккә өндәне ул.
Талантлы шағирә, хөрмәтле Зөбәржәт апай Йән­бирҙинаның рухы алдында башым эйәм. Донъя­лыҡта яҡшы кеше, һәләтле шәхес, ысын илһөйәр, өлгө булырлыҡ әсәй, өләсәй булып йәшәне. Арабыҙҙан бик иртә китте. Үкенесле.
Изге рухы, сағыу ижады ҡалды, балалары ғүмер усағын һүндермәй, ялҡын өҫтәп дөрләтә, ижадын яратыусы уҡыусылары бар. Беҙ, милләттәштәрең, дуҫ-иштәрең, һәр ваҡыт ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ һине, Зөбәржәт апай!...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782