Һәр шәхес, бигерәк тә ижадсы, иленең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Йәшәйештең туған милләтенә булған кире йоғонтоһона көйөнә, бөтөрөнә, ә халҡының бәләкәй генә уңыштары уға шатлыҡ килтерә. Бөтә күңелен биреп бошона һәм шатлана ул.Ихласлыҡ – этик категория булыуҙан бигерәк психологик һыҙат, минеңсә. Сөнки кеше шәхес кимәленең бейеклегенә ни тиклем юғары күтәрелһә, ихласлыҡ та шул тиклем үк үрҙә була. Ундайҙар ике йөҙлөлөктән, алдаҡсылыҡтан, нахаҡ йөрөтөүҙән азат. Әйтер һүҙен тура ҡарап әйтә, ҡурҡыуҙы, алан-йоланлыҡты үҙ итмәй. Бындай шәхестәр рухи ныҡлығы менән айырылып тора…
Бөгөн әйтер һүҙем шундай шәхестәрҙең береһе – билдәле шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина тураһында. Зөбәржәт апай үтә лә алсаҡ, күңелсәк, ихлас кеше ине. (Яратҡан кешем хаҡында үткән заманда һөйләгәндә күҙгә йәш тула). Әйтер һүҙе һәр ваҡыт ысын күңелдән булды. Кем менән аралашһа ла, алдан уйланған ниндәйҙер фекерҙәр менән түгел, ә объектив баһа биреп һөйләшә белде. Башҡаларҙа ла эскерһеҙлек, ихласлыҡ, тоғролоҡ сифаттарын хөрмәт итте.
Зөбәржәт Йәнбирҙина туған халҡы яҙмышы өсөн борсолоп йәшәне. Был хистәре, хәстәре ижадында туранан-тура сағылыш тапты:
Еҙ тырнағым менән ер
тырнаным
Алтын көнөң өсөн!
Ҡалды көсөм көрәш
майҙанында,
Халҡым, һинең өсөн!
Ошоға ауаздаш патриотик рух менән яҙылған шиғырҙары, поэмалары бихисап: “Бар хеҙмәтем булыр ғүмерһеҙ”, “Көйөргәҙе ере”, “Далам — далан»”, “Юшатырым”, “Ауылыма”, “Эстәрле ҡайындары”, “Нурлы ҡалам минең Эстәрлекәй” һ.б. шиғырҙары, “Һандал”, “Стәрле” поэмалары.
Оптимистик рух менән һуғарылған “Уйна, ҡурай!” шиғыры уҡыусыларҙа рух күтәренкелеге уята, киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыла:
… Уйна, ҡурай, данлап башҡорт илен,
Илаһи моң түгә күңелдәр.
Үҫеп килгән йәштәр бик тиҙ генә
Өнөн тыҡтырырлыҡ түгелдәр!
Уйна, ҡурай!
Күңел, тормош, йәшәйеш фәлсәфәһенә, эскерһеҙ дуҫлыҡҡа арналған юлдарға ҡат-ҡат туҡтала. “Яҡын дуҫҡа” шиғырынан:
Миңә ышанманы иң яҡын дуҫ…
Аһ, ғәйрәте көслө ғәйбәттең.
Ағасты ел, әҙәм башын борор
Һүҙ ҡеүәһе үҙен күрһәтте…
“Әрһеҙләмә мине былай, тормош!”:
Әрһеҙләмә мине былай, тормош,
Унһыҙ ҙа бит күңел көр түгел,
Арлы-бирле әйткән ҡылтым һүҙгә
Кителергә тора был күңел, — ти әҙибә.
“Һуңғы төргәк»”:
Һандыҡ төпкәйендә һуңғы төргәк,
Һуңғы юлға төргәк-төйөнсөк.
— Һин әҙерме? – тиеп әжәл килһә,
— Бына, — тиеп бирер һөйөнсөм.
“Тәүбәләргә ҡайттым” поэмаһында кеше яҙмышына бәйле һыҙланыуҙар, үкенеүҙәр, мөхәббәт тойғолары әрнеүле хистәр аша асып бирелә:
…Хыянат, хыянат, хыянат!
Тумалған түлдәрең ҡорорлоҡ!
Өҙөлгән үҙәкте өҙҙөрөп,
Баш бирмәй яфалай ғорурлыҡ.
Кисереү мөмкинме?! Йәнемдән
Айырып ташлайым үҙ йәнем.
Өҙөлөп һөйгәнде – һөймәҫкә,
Һөйөргә лә етмәй выжданым…
…Мең аҡыллы йоҙаҡ менән бикләп,
Тыйып ҡуям ярһыу йөрәгемде.
“Балаң өсөн йәшә, тормошоңда
Юғалтып та ҡуйма терәгеңде!..»”
Ауаздарын тоям йөрәгемдең.
Ысынлап та, Зөбәржәт апай бала йәнле кеше ине. Бәләкәй балалар менән аралашырға, ейәне Айбулаттың телгенәһенә һөйөнөп, йәм табып кинәнә ине. Балалар өсөн “Ҡолонсаҡ”, “Айбулатым-ейәнем” исемле китаптары донъя күрҙе. Бер бөртөк ҡыҙы Зәлидәне сикһеҙ ярата, ҡурсалай торғайны. Баламдың атайһыҙ үҫеүенә үҙем ғәйепле, тип тә үкенеп ҡуйҙы бер саҡ. Үҙ-үҙен тәнҡитләп, башҡаларға фәһем биреп, бына ни ти шағирә:
…Ир ҡәҙерен белмәҫ дыуамаллыҡ!
Сабырһыҙлыҡ төҫмө ҡатын-ҡыҙға?!
Ил-инәләй илаһилыҡ һалыр
Аҡылыңды барла, ҡаның ҡыҙһа…
…Ғаиләләрҙе тотор сабыр сатыр
Ҡатындарҙан икән ер йөҙөндә.
Эй, тәбиғәт, аяныслы яҙмыш,
Оло бурыс тоям мин үҙемдә…
Сая тәбиғәтле шағирәнең нескә күңелле, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас ғәм менән ижад ителгән шиғырҙары ла байтаҡ:
…Дүрткел һалма, уйға ғына һалма,
Тотонмаһын берүк ҡуштандар.
Дүрт яғымды ҡибла итә алыр,
Һалма һоғонорлоҡ дуҫтар бар…
«Рәнйетмәгеҙ»:
Шаяртҡанда белеп шаяртығыҙ,
Ир-егет түгел мин – йәтимәк.
Алдығыҙға килеп башым һалғас,
Башҡа сараларым юҡ, тимәк.
«Тәңремә бағам»:
Әллә, тимен, бәпесләгән сағым,
Ҡурҡыу-һөйөнөсөм ләззәте.
Аҙаҡ берҙе биштәй һөйләүҙәрем –
Бисәләрҙең холҡо-ғәҙәте!
Шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина тормошта ла, шиғриәттә лә үҙ булмышына тоғро ҡалды, туғандарын, ҡыҙын, ейәнен, милләттәштәрен ихлас яратты. Уның ҡурсалаусы тәбиғәтле, изге күңелле әсә икәнлеге күп шиғырҙарында сағыла.
“Ныҡ бул, ҡыҙым!”:
Баш осома сыраҡ кеүек баҫып,
Юғалтыуҙан башың эйелһә,
Ныҡ бул, ҡыҙым, эстән һына күрмә,
Алҡымыңа йәнең төйөлһә…
…Тәбиғәткә баҡ бер, ҡауландарға.
Иҫке ҡорой, йәше йәшәрә,
Ата-баба үткән тоҡом сәсеп –
Был ғүмерҙәр шулай йәшәлә…
Әҙибәнең тормошсан аҡылы, үҙ яҡынын ҡурсалауы, донъяның фанилығын ҡабул итеүелер был. Туған халҡын сикһеҙ яратты әҙибә:
Эй халҡымдың изге ихласлығы!
Күңел хазинаңа иҫ китә.
Донъя матур, ошо матурлыҡта
Татыу йәшәүҙәргә ни етә!.. – тип берҙәмлеккә өндәне ул.
Талантлы шағирә, хөрмәтле Зөбәржәт апай Йәнбирҙинаның рухы алдында башым эйәм. Донъялыҡта яҡшы кеше, һәләтле шәхес, ысын илһөйәр, өлгө булырлыҡ әсәй, өләсәй булып йәшәне. Арабыҙҙан бик иртә китте. Үкенесле.
Изге рухы, сағыу ижады ҡалды, балалары ғүмер усағын һүндермәй, ялҡын өҫтәп дөрләтә, ижадын яратыусы уҡыусылары бар. Беҙ, милләттәштәрең, дуҫ-иштәрең, һәр ваҡыт ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ һине, Зөбәржәт апай!...