Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халыҡ бесәйе”
(Әкиәт)
Бер урманда Бесәй йәшәгән. Уның бик маҡтаулы, дан-шөһрәт­ле булғыһы килгән. Кешеләр эргә­һен­дә йәшәгән бесәйҙәрҙән үҙе­нең әрһеҙлеге менән айырылып торған, ти: нимә генә тимә, ур­манда ризыҡты үҙеңә табырға кәрәк, үҙенән эрерәк йәнлектәрҙән һаҡлана белеү ҙә зарур. Шул саҡ уның башына шәп фекер килгән: үҙеңде танытыу өсөн урман бат­ша­һы Арыҫландың ҡеүәтләүе мө­һим! Ошо тәҡдимен күңеленән мең ҡат уйлап, әйтәһе һәр һүҙен самалап, киткән Бесәй батшаға һәм былай тигән:
– Арыҫлан ғәли йәнәптәре! Мин урман йәнлеге түгел, әммә бына инде нисәмә йыл ошонда көн кү­рәм. Һалҡын ҡыштарҙы ла, ҡырыҫ көҙҙәрҙе лә һеҙҙең менән бергә кисерәм. Аңлап тораһығыҙ: бында мин – иң бәләкәй йәнлектәрҙән. Шулай ҙа һеҙ бит бесәйҙәр затынан. Хөрмәтле ханым, солтаным, һинән ярҙам һорайым: ҡурсала мине, үҙ ышығың аҫтына ал. Бү­ре­ләрҙең тешенән, төлкөләр­ҙең мәкеренән, хатта ҡуяндарҙың етеҙ­легенән һаҡланыр өсөн миңә ҡеүәт кәрәк! Мин бит бында бер­ҙән-бер! Әйт һин шуларға мине үҙеңдең туғаның тип, бәлки, тормош-көнкүрешем рәтләнеп китер?
Аптырашҡа ҡалған Арыҫлан. Үҙенә һис туған булмағанды ҡус­тым тип торһа, башҡаларҙың кү­ҙе­нә нисек ҡарар? Алдашыуҙы, ялғанды был ҡырағай донъя ғәфү итмәҫ. Уйлап торған да Арыҫлан, былай тип һорап ҡуйған:
– Ә һин ниҙәр эшләй беләһең һуң, Бесәй замандаш?
– Мин ни теге ... таҡмаҡтар сы­ға­ра беләм. Теләһәгеҙ, һеҙҙең хаҡ­та ла бер-ике юл әйтеп китә алам.
Ил башлығы Арыҫлан
Ана килә алыҫтан.
Бөтәһенән ул бөйөк,
Унан ҡурҡа бар кейек!
Шәп бит, ғәли йәнәптәре! – тип һамаҡлаған Бесәй.
– Улай телгә маһирлығың бул­ғас, бәлки, һине илдә шағир тип танытырғалыр? – тигән Арыҫлан.
– Шағирҙар ни, урманда күп бит, Арыҫланым-солтаным. Ана бүре­ләр­ҙең һәр береһе шиғыр менән һөйләшә, төлкөләр ҙә уларҙан ҡа­лышмай. Улар мине шағир тип танымай ҙа хатта, бер маҡтаулы исемем дә юҡ бит хатта, – тип Бесәй хатта илап ебәргән.
– Нисек инде улай? Минеңсә, һинең шиғри һүҙгә оҫталығың бар, – тип йыуатыуға күскән Арыҫлан.
– Һеҙ ҙә шулай тиһегеҙме, Арыҫ­ланым-солтаным? Ана, Сысҡан да, Ҡабан да маҡтай минең таҡ­маҡ­тарҙы. Бәлки, һеҙгә урман хал­ҡын йыйып, был хаҡта иғлан итергә кә­рәктер, ханым? – тигән Бесәй, аҫтан ғына йылмайып.
– Улай тиҙ генә хәл ителә тор­ған мәсьәлә түгелдер. Был хаҡта баш­ҡаларҙың фекерен белеү кәрәк миңә! – тигән Арыҫлан.
– Ә бына-бына ул фекерҙәр, ханым-солтаным. Хатта Ташбаҡа менән Тәлмәрйен дә яҙып килтер­гәйне. Рәхим итеп ҡарап сығығыҙ! – йәһәт кенә ҡулындағы ҡағыҙ­ҙа­рын тотторған Бесәй Арыҫланға. Ошо мәлдән алып ул батшаның эргәһенән китмәгән, хәл-әхүәлен белешеп, күстәнәстәр ташыған.
Көн артынан көндәр үтә торған. Бер мәл Арыҫлан урман халҡын йыйынға саҡырған һәм ҡаҙаныш­та­ры өсөн Бесәйҙе “Халыҡ бесә­йе” тип иғлан иткән. Бөтә урман шау-гөр килгән, бүреләр үкереш­кән, төл­көләр хахылдап көлгән, һа­йыҫ­ҡандар мәрәкә хәбәрҙе бө­тә тирә-йүнгә таратҡан. Ә бер бү­ре ғәрлегенән был урмандан тау­ҙарға киткән. “Ха­лыҡ бесәйе” Арыҫлан янында йылы урын биләп алған да башҡаларҙы баһалай. Имеш...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780