“Халыҡ бесәйе”18.09.2015
(Әкиәт)
Бер урманда Бесәй йәшәгән. Уның бик маҡтаулы, дан-шөһрәтле булғыһы килгән. Кешеләр эргәһендә йәшәгән бесәйҙәрҙән үҙенең әрһеҙлеге менән айырылып торған, ти: нимә генә тимә, урманда ризыҡты үҙеңә табырға кәрәк, үҙенән эрерәк йәнлектәрҙән һаҡлана белеү ҙә зарур. Шул саҡ уның башына шәп фекер килгән: үҙеңде танытыу өсөн урман батшаһы Арыҫландың ҡеүәтләүе мөһим! Ошо тәҡдимен күңеленән мең ҡат уйлап, әйтәһе һәр һүҙен самалап, киткән Бесәй батшаға һәм былай тигән:
– Арыҫлан ғәли йәнәптәре! Мин урман йәнлеге түгел, әммә бына инде нисәмә йыл ошонда көн күрәм. Һалҡын ҡыштарҙы ла, ҡырыҫ көҙҙәрҙе лә һеҙҙең менән бергә кисерәм. Аңлап тораһығыҙ: бында мин – иң бәләкәй йәнлектәрҙән. Шулай ҙа һеҙ бит бесәйҙәр затынан. Хөрмәтле ханым, солтаным, һинән ярҙам һорайым: ҡурсала мине, үҙ ышығың аҫтына ал. Бүреләрҙең тешенән, төлкөләрҙең мәкеренән, хатта ҡуяндарҙың етеҙлегенән һаҡланыр өсөн миңә ҡеүәт кәрәк! Мин бит бында берҙән-бер! Әйт һин шуларға мине үҙеңдең туғаның тип, бәлки, тормош-көнкүрешем рәтләнеп китер?
Аптырашҡа ҡалған Арыҫлан. Үҙенә һис туған булмағанды ҡустым тип торһа, башҡаларҙың күҙенә нисек ҡарар? Алдашыуҙы, ялғанды был ҡырағай донъя ғәфү итмәҫ. Уйлап торған да Арыҫлан, былай тип һорап ҡуйған:
– Ә һин ниҙәр эшләй беләһең һуң, Бесәй замандаш?
– Мин ни теге ... таҡмаҡтар сығара беләм. Теләһәгеҙ, һеҙҙең хаҡта ла бер-ике юл әйтеп китә алам.
Ил башлығы Арыҫлан
Ана килә алыҫтан.
Бөтәһенән ул бөйөк,
Унан ҡурҡа бар кейек!
Шәп бит, ғәли йәнәптәре! – тип һамаҡлаған Бесәй.
– Улай телгә маһирлығың булғас, бәлки, һине илдә шағир тип танытырғалыр? – тигән Арыҫлан.
– Шағирҙар ни, урманда күп бит, Арыҫланым-солтаным. Ана бүреләрҙең һәр береһе шиғыр менән һөйләшә, төлкөләр ҙә уларҙан ҡалышмай. Улар мине шағир тип танымай ҙа хатта, бер маҡтаулы исемем дә юҡ бит хатта, – тип Бесәй хатта илап ебәргән.
– Нисек инде улай? Минеңсә, һинең шиғри һүҙгә оҫталығың бар, – тип йыуатыуға күскән Арыҫлан.
– Һеҙ ҙә шулай тиһегеҙме, Арыҫланым-солтаным? Ана, Сысҡан да, Ҡабан да маҡтай минең таҡмаҡтарҙы. Бәлки, һеҙгә урман халҡын йыйып, был хаҡта иғлан итергә кәрәктер, ханым? – тигән Бесәй, аҫтан ғына йылмайып.
– Улай тиҙ генә хәл ителә торған мәсьәлә түгелдер. Был хаҡта башҡаларҙың фекерен белеү кәрәк миңә! – тигән Арыҫлан.
– Ә бына-бына ул фекерҙәр, ханым-солтаным. Хатта Ташбаҡа менән Тәлмәрйен дә яҙып килтергәйне. Рәхим итеп ҡарап сығығыҙ! – йәһәт кенә ҡулындағы ҡағыҙҙарын тотторған Бесәй Арыҫланға. Ошо мәлдән алып ул батшаның эргәһенән китмәгән, хәл-әхүәлен белешеп, күстәнәстәр ташыған.
Көн артынан көндәр үтә торған. Бер мәл Арыҫлан урман халҡын йыйынға саҡырған һәм ҡаҙаныштары өсөн Бесәйҙе “Халыҡ бесәйе” тип иғлан иткән. Бөтә урман шау-гөр килгән, бүреләр үкерешкән, төлкөләр хахылдап көлгән, һайыҫҡандар мәрәкә хәбәрҙе бөтә тирә-йүнгә таратҡан. Ә бер бүре ғәрлегенән был урмандан тауҙарға киткән. “Халыҡ бесәйе” Арыҫлан янында йылы урын биләп алған да башҡаларҙы баһалай. Имеш...