Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәгә йондоҙ яуған мәл
Сәхнәгә йондоҙ яуған мәл Тәнҡитсе күҙлегенән бигерәк, сәхнәнең юғары миссияһы – рухи таҙарыныу аша камиллыҡа ынтылыш менән түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса йөрөйбөҙ театрҙарға. Әллә кемдәр маҡтап та, юғары һүҙен әйтеп тә, халыҡ күңеленә ятмаған спектаклдәр аҙмы ни? Т. Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы Президент гранты ярҙамы менән сәхнәгә сыға тигәс тә, әҙибәнең оҫталығында шикләнмәһәм дә, ашҡынып барырға тартындым. Эпос­тан театрҙа ҡарарлыҡ әҫәр яһауы еңел түгел бит: эпик жанрҙың –үҙ талабы, ә сәхнә ҡанундары әҙәбиәтте лә, фольклорҙы ла үҙенә буйһондорорға ярата.


Театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов йәш быуын актерҙарын үҙенсә, яңыса аса алған, тип ҡыуандым “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ны барып ҡарағас. Ә инде торараҡ Руслан Хайсаров, Урал Әминев һәм Ирада Фазлаеваның Ш. Бабич исе­мендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүен ишеткәс, ҡеүәтләү һүҙен әйтмәү мөмкин түгеллеген аңлаған бер мин генә булмағанмындыр.
Ҡарағыҙ әле һеҙ Ҡара юрғаға! Кешеме ул, әллә ысын атмы? Ике сәғәттән ашыу барған тамашала ул һәр саҡ хәрәкәттә, һәр саҡ тамашасыны үҙе теҙгендә тота. Артист Руслан Хайсаровты быға тиклем дә үҙен эшенең оҫтаһы, бөгөн театрҙың төп йөгөн тартыр артистарҙың береһе тип белә инем. Н. Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди” әҫәрендә Тунджер Байҡара, М. Буран­ғоловтың “Шәүрәкәй”ендә Сураҡай, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” спек­таклендә Аҡъегет, Х. Мөҙә­рисованың “Бәхет хаҡы” әҫәрендә Азат ролдәре аша ул сәхнәнең тоғро хеҙмәтсеһе булып танылды. Күп ижади образдар сығарҙы ул тамашасы хөкөмөнә. Иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: уның өсөн бәләкәй, төп, ҙур роль юҡ, Руслан һәр геройҙы үҙенең эске тойомлауына, йөрәгенә һалып аса. Бына, әйтерһең, артист эсенә шул образ инеп ултыра ла уның сүрәтендә йәшәй башлай. “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ның тәьҫир итеү көсө лә Ҡара юрғаның сәхнәнән урғылған көслө яҡты энергетикаһына, артистың профессиональ оҫталығына бәйле. Афарин, Ҡара юрға, афарин, егет! Бары тик ихласлыҡ, ышаныс, тәрән һөйөү генә беҙҙә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыр көс уята!
Артист Урал Әминев хаҡында ла оҙон-оҙаҡ монолог тоторға була. Тәүге сәхнә әҫәрҙәренән үк ул үҙен юғары профессионал итеп танытты. Булмышын тулыһынса сәхнәгә арнаған артист һәр образы менән спектаклдәргә йән өрөп ебәрә, ҡайһы дәүер геройын сәхнәләштереүенә ҡарамаҫтан, уның менән бергә шул осор ҙа тамашасы алдына сыҡҡандай. М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”, А. Абушахмановтың “Руди-Never Off” спектаклдәрен күргән­дәр мине аңлар: Урал – обра­зының нескәлектәрен тойоп, геройҙы ыңғай, кире яҡтары менән аса белгән артист. Ул, әйтерһең, образдары аша үҙе өсөн “Кеше күңеле асылы” тигән китап уҡый. ”Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ла Мәсем хан образы – үҙен көйләтергә яратҡан, көйәҙ холоҡло, әммә халыҡтың нескә юморы менән һуғарылған герой.
Урал тамашасыға телевизион фильм­дарҙа ҡатнашҡан артист, бейеүсе булараҡ та танылып өлгөрҙө. Данлыҡлы бейеүсе, бейеүҙәр һалыусы Сулпан Асҡарова ҡуйған “Бабич ялҡыны” бейеүендә Уралдың хореографик оҫталығы ғына түгел, артист ҡомары ла асыҡ сағыла.
Актриса Ирада Фазлаеваны тәүге тапҡыр М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй” спектаклендә күрҙем. Мәскәүҙә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап ҡайтҡан йәштәр тама­шасы­ларҙа ҙур өмөт уятты, сөнки халҡы­быҙ­ҙың рухи Мәккәһенә әйләнгән ака­дем­театрҙың данлыҡлы артистарына лайыҡлы алмаш килеүен көттөк, бындағы сағыу тамашаларҙан тыш көнөбөҙҙө күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын кеүек ине. Ирада ла, үҙенең баш­ҡа һабаҡташтары кеүек үк, тамаша­сы иғтибарын йәлеп итә алды. Н. Асан­баевтың “Әхмәтзәки Вәлиди” әҫә­рен­дәге Лале, Х. Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы”ндағы Зөһрә, Т. Ғари­пованың ”Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”һында төп героиня уның ижади багажын арттырҙы. Киләсәктә лә Ираданан яңы асыштар көтөп ҡалабыҙ.
Өсөһө өс төрлө характерҙағы, үҙен­сәлекле, театрҙың төп йөгөн тартырға әҙер был артистар, тамашасы алдында һынауҙы уңышлы тотоп, яңы үрҙәргә артылырға тора. Ҡанат ҡуяйыҡ уларға. Бабичтың яҡты рухына арналған премия уларҙы дәртләндерер, ижади офоҡ­тарын баҙыҡландырыр. Академтеатрҙа яңы спектакль сәхнәгә сыҡҡанда, “Унда кемдәр ҡатнаша?” тип һорайым мин һәр тамашасы һымаҡ. Руслан Хайсаров, Урал Әминев, Ирада Фазлаева уйнаған спектаклдәргә мотлаҡ барырға тыры­шасаҡмын. Беләм, улар мине ялған тойғолар менән, аҡырып-ҡысҡырып, сәхнә буйлап йүгереп, ҡыланып алдамаясаҡ. Осрашҡанға тиклем яңы бейеклектәрҙә!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782