Тәнҡитсе күҙлегенән бигерәк, сәхнәнең юғары миссияһы – рухи таҙарыныу аша камиллыҡа ынтылыш менән түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса йөрөйбөҙ театрҙарға. Әллә кемдәр маҡтап та, юғары һүҙен әйтеп тә, халыҡ күңеленә ятмаған спектаклдәр аҙмы ни? Т. Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы Президент гранты ярҙамы менән сәхнәгә сыға тигәс тә, әҙибәнең оҫталығында шикләнмәһәм дә, ашҡынып барырға тартындым. Эпостан театрҙа ҡарарлыҡ әҫәр яһауы еңел түгел бит: эпик жанрҙың –үҙ талабы, ә сәхнә ҡанундары әҙәбиәтте лә, фольклорҙы ла үҙенә буйһондорорға ярата. Театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов йәш быуын актерҙарын үҙенсә, яңыса аса алған, тип ҡыуандым “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ны барып ҡарағас. Ә инде торараҡ Руслан Хайсаров, Урал Әминев һәм Ирада Фазлаеваның Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүен ишеткәс, ҡеүәтләү һүҙен әйтмәү мөмкин түгеллеген аңлаған бер мин генә булмағанмындыр.
Ҡарағыҙ әле һеҙ Ҡара юрғаға! Кешеме ул, әллә ысын атмы? Ике сәғәттән ашыу барған тамашала ул һәр саҡ хәрәкәттә, һәр саҡ тамашасыны үҙе теҙгендә тота. Артист Руслан Хайсаровты быға тиклем дә үҙен эшенең оҫтаһы, бөгөн театрҙың төп йөгөн тартыр артистарҙың береһе тип белә инем. Н. Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди” әҫәрендә Тунджер Байҡара, М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй”ендә Сураҡай, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендә Аҡъегет, Х. Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” әҫәрендә Азат ролдәре аша ул сәхнәнең тоғро хеҙмәтсеһе булып танылды. Күп ижади образдар сығарҙы ул тамашасы хөкөмөнә. Иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: уның өсөн бәләкәй, төп, ҙур роль юҡ, Руслан һәр геройҙы үҙенең эске тойомлауына, йөрәгенә һалып аса. Бына, әйтерһең, артист эсенә шул образ инеп ултыра ла уның сүрәтендә йәшәй башлай. “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ның тәьҫир итеү көсө лә Ҡара юрғаның сәхнәнән урғылған көслө яҡты энергетикаһына, артистың профессиональ оҫталығына бәйле. Афарин, Ҡара юрға, афарин, егет! Бары тик ихласлыҡ, ышаныс, тәрән һөйөү генә беҙҙә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыр көс уята!
Артист Урал Әминев хаҡында ла оҙон-оҙаҡ монолог тоторға була. Тәүге сәхнә әҫәрҙәренән үк ул үҙен юғары профессионал итеп танытты. Булмышын тулыһынса сәхнәгә арнаған артист һәр образы менән спектаклдәргә йән өрөп ебәрә, ҡайһы дәүер геройын сәхнәләштереүенә ҡарамаҫтан, уның менән бергә шул осор ҙа тамашасы алдына сыҡҡандай. М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”, А. Абушахмановтың “Руди-Never Off” спектаклдәрен күргәндәр мине аңлар: Урал – образының нескәлектәрен тойоп, геройҙы ыңғай, кире яҡтары менән аса белгән артист. Ул, әйтерһең, образдары аша үҙе өсөн “Кеше күңеле асылы” тигән китап уҡый. ”Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ла Мәсем хан образы – үҙен көйләтергә яратҡан, көйәҙ холоҡло, әммә халыҡтың нескә юморы менән һуғарылған герой.
Урал тамашасыға телевизион фильмдарҙа ҡатнашҡан артист, бейеүсе булараҡ та танылып өлгөрҙө. Данлыҡлы бейеүсе, бейеүҙәр һалыусы Сулпан Асҡарова ҡуйған “Бабич ялҡыны” бейеүендә Уралдың хореографик оҫталығы ғына түгел, артист ҡомары ла асыҡ сағыла.
Актриса Ирада Фазлаеваны тәүге тапҡыр М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй” спектаклендә күрҙем. Мәскәүҙә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап ҡайтҡан йәштәр тамашасыларҙа ҙур өмөт уятты, сөнки халҡыбыҙҙың рухи Мәккәһенә әйләнгән академтеатрҙың данлыҡлы артистарына лайыҡлы алмаш килеүен көттөк, бындағы сағыу тамашаларҙан тыш көнөбөҙҙө күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын кеүек ине. Ирада ла, үҙенең башҡа һабаҡташтары кеүек үк, тамашасы иғтибарын йәлеп итә алды. Н. Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди” әҫәрендәге Лале, Х. Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы”ндағы Зөһрә, Т. Ғарипованың ”Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”һында төп героиня уның ижади багажын арттырҙы. Киләсәктә лә Ираданан яңы асыштар көтөп ҡалабыҙ.
Өсөһө өс төрлө характерҙағы, үҙенсәлекле, театрҙың төп йөгөн тартырға әҙер был артистар, тамашасы алдында һынауҙы уңышлы тотоп, яңы үрҙәргә артылырға тора. Ҡанат ҡуяйыҡ уларға. Бабичтың яҡты рухына арналған премия уларҙы дәртләндерер, ижади офоҡтарын баҙыҡландырыр. Академтеатрҙа яңы спектакль сәхнәгә сыҡҡанда, “Унда кемдәр ҡатнаша?” тип һорайым мин һәр тамашасы һымаҡ. Руслан Хайсаров, Урал Әминев, Ирада Фазлаева уйнаған спектаклдәргә мотлаҡ барырға тырышасаҡмын. Беләм, улар мине ялған тойғолар менән, аҡырып-ҡысҡырып, сәхнә буйлап йүгереп, ҡыланып алдамаясаҡ. Осрашҡанға тиклем яңы бейеклектәрҙә!