Уҙған быуаттың туҡһанынсы йыл баштарында, Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты хаҡында декларация ҡабул ителгәс, “Аҡ тирмә” клубы йыйынында Рәшит Шәкүр башҡорт халҡы алдына ошондай йәшәү программаһы ҡуйғайны.
Егерме биш йыллап ғүмер үтте, нимәгә өлгәштек беҙ? Башҡорттар Рәсәйҙә ике миллионға яҡынлашты, илдә милек эйәһе алмашынды, йәмғиәт ҡоролошо үҙгәрҙе. Әлбиттә, ҡалаларыбыҙ үҫте, күккә ҡалҡты, ә халыҡ етеш йә мул йәшәйме? Колхоз, совхоздарыбыҙ юҡҡа сыҡты, милләттәштәребеҙҙең күбеһе эшһеҙ ҡалды йә, аҡсалы урын эҙләп, Себер яҡтарына сығып китте.Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең эҙемтәһе үҙен әле оҙаҡ, бик оҙаҡ һиҙҙереп торасаҡ. Рухи өлкәгә килгәндә, шиғырҙар яҙыла, йырҙар йырлана: башҡорт — шағир халыҡ, йырсы халыҡ. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, башҡорт һунарсы ла, яугир ҙә булараҡ танылған бит. Яңы заманда уның был сифаттары кәрәкмәй булып сығамы? Һунарсылыҡ, осҡорлоҡ капитализмда кәрәкмәйме ни, яҙмыш яланын иңләгәндә ҡыйғыр бөркөт ише табышыңды аңдыу, ҡулға эләктереү һымаҡ сифаттар бушҡа булып сығамы?
Хәҙер шундай хәлгә дусар булдыҡ. Әлбиттә, был яңылыҡ түгел, һәр бер “яңы” тигән нәмә иҫкенең яңыса һынланышы ғына булып сыға. Әүәл Мәскәү дворяндары, генералдары тегенән тороп ҡына Башҡортостанды “имеп” ятҡан, Аксаков алпауыт ише меңәр дисәтинә уңдырышлы ер биләгән; бында уларҙың “эше”н приказчиктары алып барған – бөгөн иһә республикабыҙҙағы күҙгә күренерлек бар предприятиелар мәскәүҙәр ҡулында: хатта данлыҡлы шәкәр, май-һөт заводтары үҙләштерелде. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө капитализм осоронда башҡорттоң үҙенең йүнле-башлы байы ла юҡ ул. Шуға улар (булғандары ла) мәҙәниәткә ярҙам итеп бармай йә бай тип тауыш сығарыуҙан ҡурҡа.
Ә тирә-яғыбыҙҙа хәл-әхүәлдәр шул саҡлы етеҙ үҙгәрә. Ҡарағыҙ күршеләребеҙгә, ҡарағыҙ илдәге байҙарға! Рәсәй ни арала икегә айырылды: бер сиктә — сереп байығандар, милләттәштәренән ун дүрт тапҡырға шәп йәшәүселәр, балаларын сит илдәрҙә уҡытыусылар, үҙҙәре Канар утрауында, башҡа курорттарҙа ял итеүселәр... Рәсәй байҙары бөтәһен дә уҙҙыра, ә беҙ... Ул әҙәмдәр беҙҙең илде, илебеҙҙең йәмғиәт милкен талап байыған бит.
Батып барған карапты башҡалар ташлап ҡаса: союздаш республикалар шул арала үҙаллылыҡ яуларға, мөстәҡил йәшәргә ынтылды. Ҡарағыҙ, Ҡаҙағстан ҡайһылай үҫте, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан... Хатта тауҙар араһында ятҡан Тажикстанда аҫаба халыҡ күпмегә артты?! Иҫ-аҡыл китмәле: өсәр-дүртәр тапҡырға артты уларҙың халҡы, ә беҙ...
Кеше һанының артыуы — милләттең сәләмәт үҫешенең төп күрһәткестәренең береһе. Әлбиттә, күршеләге Татарстан һәм Чечен республикалары беҙҙең ише үҙаллылыҡ яулай алманы, әммә тау иле халыҡтарында хәҙер — иң юғары үрсем, ут күршеләребеҙҙең парламентында татар теле – рәсми тел. Был асыҡ күренеп тора һәм һоҡланыу, көнләшеү хисе уята. Татарстандың бөтә вуздарында ла татар телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәләр, ә беҙҙә... Татарстандың бөтә мәктәптәрендә... Йәнә: хәҙер “Татарстан”ды “Татария” тип әйтеп ҡара... Ә беҙҙең баш ҡалабыҙҙа хатта магазин ҡыйыҡтарына “Башкирия” тип яҙып ҡуялар.
Уҙған егерме биш йыл дәүерҙә ниндәй йырҙар йырланыҡ, ниндәй әҫәрҙәр яҙҙыҡ? Әлбиттә, халҡыбыҙҙың булмышы, менталитеты ла тип ебәрәләр – шағирлыҡ. Ул боронғо сәсәндәр, импровизаторҙар рухынан килә. Беҙҙә халыҡ үлмәгәндә шиғриәт йәшәйәсәк, ә әҙәбиәтебеҙҙең өлгөргәнлеген күрһәткән драматургия менән проза әҫәрҙәре ни эшләр? Дөрөҫөн әйткәндә, һәр әҙәбиәттең өлгөргәнлеген проза менән драматургияның үҫеше билдәләй бит. Бөтә донъя әҙәбиәте миҫал быға. Әлеге көндә беҙ үҫешкән донъя әҙәбиәттәре менән ярыша алабыҙмы? Үҫешкән әҙәбиәте булһын өсөн шул халыҡтың эстетикаһы, йәғни әҙәбиәт фәне, мәҙәниәт тураһындағы тәғлимәте лә, фәлсәфәһе, тарих фәне лә үҫешкән булырға тейеш... Әлбиттә, асыҡлыҡ йылдарында, үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә башҡорт тарих фәне ныҡ көсәйҙе, элекке тарихи ваҡиғаларға яңы күҙлектән баһа бирелде, әммә эстетика, философия үҫешенең күрһәткесе булған әҙәби тәнҡит ныҡ үҫешә алдымы? Әҙәби тәнҡит әҫәрҙәре йыш баҫылдымы, уларға түләү – гонорар арттымы? “Юҡ” тип яуап бирергә тура килә.
Башҡортостан “Китап” нәшриәте уҙған йылдарҙа бер ҙә мандып эшләп китә алманы (ул бюджет иҫәбенә йәшәй), йылдан-йыл республикала әҙәби баҫмалар, дәреслектәр сығарыуға сығымдар әҙәйә бара. Әле совет заманында ла Башҡортостанда китап сығарыу еңелерәк ине, совет башҡорт яҙыусылары шул яҡтан иркенерәк йәшәне. Ә китап сығарыуҙан алған аҡса – яҙыусының төп гонорары, йәшәү сығанағы бит.
Егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫҡас, башҡорт яҙыусылары араһында (аңында) шундай ҡалып нығынды: биш йыл үтмәй тороп китап нәшриәтенә яҡын барма, китабымды үҙ дәүләтем иҫәбенә сығарам тип өмөт тотма!
2014 йылда Төркиәлә ҡаҙаҡ әҙиптәре менән осрашырға тура килде. Ҡәрҙәштәребеҙ егерме кеше килгән, ә Башҡортостандан – өс әҙип. Улар күкрәк киреп йөрөй, әҙиптәр менән бергә Төркиәгә министрын да ебәргәндәр, Ҡаҙағстан —ТӨРКСОЙ ойошмаһына иң күп аҡса индереүсе ил. “Беҙҙә унлаған китап нәшер итеү ойошмаһы бар, Интернетта – үҙаллы портал”, – тип һөйләйҙәр. Бик алға китте ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ, һоҡланабыҙ, көнләшәбеҙ. Ҡасан ғына әле беҙ үҙебеҙҙе улар менән бер тиң милләт тип һанап йөрөй инек...
Хәҙер ҡаҙаҡтарҙың ҡойроҡтарын да тоторлоҡ түгел. Шуға нисек йәнең әрнемәҫ тә бәғерең теленмәҫ. Беҙ бүтәндәрҙән бик артта ҡалдыҡ. Хәҙер донъя бик тиҙ үҙгәреүсән, төрлө яҡҡа юлдар асыҡ, хатта оло был Ер шары ла бәләкәй генә кеүек күренә башлай. Теләгәндәр Вашингтонға барып етә, Мичиган штатын һә тигәнсе урап ҡайта. Ошо үҙгәреүсән донъяла юғалмаҫҡа, артта ҡалмаҫҡа, үҙ асылыбыҙға хыянат итмәҫкә ине. Ә беҙ “китап сығарыуға аҡса юҡ” тип илап ултырабыҙ. Көлкө.
Эйе, аҡса бар ул. Полицияны, армияны тотоуға миллиардлап һум тотонола, ә бары тик башҡорт китабына, башҡорт телендә сыҡҡан уҡыу әсбаптарына аҡса йәлләйҙәр.
Башҡорт таш түшәһен, урман киҫһен, урам һеперһен – аҡса бар, тик ул уҡымаһын, китаплы булмаһын! Шулай килеп сығамы?
Яңыраҡ Санкт-Петербург ҡалаһында булырға яҙҙы. Петергофҡа барҙыҡ. Бында Петр I, уның вариҫтарының йәйге резиденцияһы урынлашҡан. Петергоф — данлы фонтандар иле. “Ошонда күпме аҡса өйөрөлә, ә һиңә – башҡорт китабына — аҡса юҡ”, – тип үҙемде эстән үсекләйем, бында, Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында, ысын туризм индустрияһы сәскә ата. Әйткәндәй, хәҙерге заманда ҡайһы бер илдәр бары туризм иҫәбенә йәшәй. Был тармаҡ иҫ киткес аҡса, табыш килтерә, ә беҙҙең Башҡортостанда “туризмды үҫтерергә кәрәк” тип күпме һөйләйбеҙ — йөк һаман урынында.
Өфөбөҙҙөң Ленин урамында “Ете ҡыҙ” фонтаны ҡоролғас, халыҡ “Ҡайҙа ул фонтан, ниндәй урамда?” тип эҙләп йөрөй башланы. Афарин шул һәйкәлде ҡойған кешеләргә, етәкселәргә! Афарин Өфөлә тәүләп түләүле туризм ойошторған ойошмаларға! (Бында мин Салауат Юлаев майҙанындағы башҡорт тирмәләре майҙансығын күҙ уңында тотам).
...Бөтәһе лә финансҡа барып тоташа. Санкт-Петербургтағы мөһабәт һәйкәлдәрҙе күрҙек, Эрмитажға, Екатерина һарайы тигән музейға барҙыҡ. Уларҙың барыһы ла Санкт-Петербург ҡаҙнаһын байыта. Ә шулай аҡса эшләгәнсе улар үҙҙәре күпме һәйкәлде һалған, музейҙарҙы һуғыштан һуң яңынан ҡорған... Әлбиттә, финанс, аҡса ярҙамында... Әлбиттә, элекке Ленинградҡа — бөтә совет кешеләре, Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Петербургка ла тотош ил халҡы ярҙам иткән. Бындағы йәшмә таштар беҙҙең Уралдан ташылған һәм экскурсоводтар хәҙер “ул таштар беҙҙеке, беҙҙең Уралдан килтерелгән” тип һөйләй.
Бөтәһе лә финансҡа бәйле. Мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт финанстан башҡа барлыҡҡа килә алмай. Бөтәһе лә дөрөҫ, әммә һуңғы сиктә барыһы ла халыҡ һанына барып бәйләнә. Бөгөн ҡаҙаҡтар нисә миллион булһа, шул миллиондың ҡулына барыбер миллионлап байлыҡ барып инә. Бына ни өсөн беҙгә Башҡортостан байлығын үҙ ҡулыбыҙҙа тотоу өсөн миллионлап халыҡ кәрәк! Рәсәйҙең Европа яғы менән сағыштырғанда, республикабыҙҙа халыҡ ул саҡлы тығыҙ ултырған тип әйтә алмайбыҙ. Иген баҫыуҙарыбыҙ буш ята, ауылдарыбыҙ ҡорой – ҡайҙа булып бөтөп барабыҙ беҙ, башҡорттар? Ниңә илебеҙҙең ауыл, ҡалаларын тултырмайбыҙ? Башҡорт үҙ илендә йәшәмәй, ул Себер сығып киткән, ул Ямалда, Төмәндә, Нижневартовскиҙа!
Бына ни өсөн Рәшит Шәкүр халҡыбыҙға оран һалды: үрсергә, үрсергә һәм үрсергә! Һуңғы сиктә барыбер халыҡтың һан нисбәте генә бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Рәсәйҙә һәр ваҡыт “демократик централизм” принцибы өҫтөнлөк итте. Йәғни күпселектең тауышы еңә. Рәсәйҙә күпселек, әлбиттә, улар яғында... Шуның өсөн дә ғалимыбыҙҙың был оранын күптәр ыңғай ҡабул итте: беҙгә үрсергә кәрәк, ишәйергә! Беҙгә тиңдәр араһында тиң булып баҫырға морат итте! Нисә быуат инде, ниндәй замандарҙы ғына алмайыҡ, мәсьәләне күпселек хәл иткән. Бигерәк тә бөгөн, Рәсәй Федерацияһында төрлө халыҡтар тығылышып, бер-береһе менән тығыҙ аралашып йәшәгән заманда! Беҙгә үрсергә, ишәйергә, көстәрҙе бергә тупларға кәрәк! Тупланырға, берләшергә, бер-беребеҙҙе күтәрешергә, ҡеүәтләшергә!
Ошо тәңгәлдә бынан егерме биш йыл әүәл Рәшит Солтангәрәев яҙған “Ике дуҫтың береһе ҡол була” тигән мәҡәлә иҫкә төшә. Уны күптәр, Төркиә менән бигүк яҡынлашмаҫҡа кәрәк беҙгә, тип аңланы, ә, минеңсә, мәғәнәһе тәрәнерәк ине: беҙгә үҙебеҙҙең көстәрҙе тарҡатмаҫҡа кәрәк, беҙ бүтәндәр — күпселектәр кеүек — бигүк бай түгелбеҙ. Йәштәребеҙҙе Төркиәгә уҡырға ебәреп, уларҙан мәңгегә ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ ихтимал. Төркиәлә, сит илдә уҡыған балаларыбыҙ һуңынан ярлы Башҡортостанға әйләнеп ҡайтмаясаҡ, тип шөбһәләнде олуғ әҙибебеҙ. Ул хаҡлы ине: Төркиәлә уҡығандар, әлбиттә, унда бик ҡалманы, ә бына Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта белем алғандар Башҡортостанға ҡайтырға бик атлығып бармай, республикабыҙ үҙе лә уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай. Бында уларға яраҡлы эш тә, хеҙмәт хаҡы ла юҡ. Йәштәребеҙ Мәскәүҙә ҡала, Мәскәү мәрйәләренә өйләнә, әлеге быуынында булмаһа, киләһе быуынында башҡорт булыуҙан туҡтай. Шунан һуң инде ниндәй фекергә киләһең: йәштәрҙе баш ҡалаға ебәрергә, Мәскәүҙә уҡытып, уларҙың башын ватмаҫҡа мәжбүр булырһың да.
Әүәл дә, әле лә беҙ йәштәребеҙ ситтә уҡый тип маҡтанабыҙ, ә файҙаһы — ташҡа үлсәйем. Ауылда ҡалған, ата-әсәһен ҡараған тракторсы малай Мәскәүҙә профессор булған башҡорттан мең артыҡ! Сөнки ул Мәскәү профессорының башҡортҡа файҙаһы, милләткә мәртәбәһе ҡом бөртөгө саҡлы ғына. Ҡоро исем өсөн, ҡоро маҡтаныу өсөн: балам Мәскәү профессоры булды, ҡыҙым французға кейәүгә сыҡты, немец менән бай донъя көтә! Башҡорт милләте өсөн уларҙың булғанынан булмағаны...
Шулай итеп, беҙ күпме башҡортто юғалтабыҙ. “Баламды уҡытып боҙҙом” тигәндәре шул була инде. Башҡорт, ысынын әйткәндә, үҙ илендә генә башҡорт. Ул үҙ иленә кәрәк, ситтә ул – олтораҡ.
Шуның өсөн, башҡорттар, үҙ илебеҙҙә бер-беребеҙгә һырығып йәшәйек, ситтә беҙҙе берәмтекләп тарҡатасаҡтар, ситтә беҙ – ҡом өҫтөндәге тамсы... Үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ, үҙ илебеҙҙе нығытайыҡ. Бында, Башҡортостаныбыҙҙа, сит бауырҙар дәрәжә биләгәндә, башҡортто ҡыйырһытҡанда, ҡыҫҡанда күмәк булайыҡ үҙ илебеҙҙә. Күбәйәйек үҙ илебеҙҙә, үрсейек, ишәйәйек үҙ еребеҙҙә.
...Егерме биш йыл үтеп китте. Тағы ла, яңынан-яңы ҡат аңыбыҙҙа “Беҙ был осорҙа нимәгә өлгәштек?” тигән һорау ҡалҡа, әммә унан да һиммәтлерәк һорау шул: “Алдағы егерме биш йылда беҙ нимәгә өлгәшербеҙ?” Әлеге мәл – сирек быуат үтеү – ул үткәнебеҙгә ҡараш ташлау, маяҡтарҙы билдәләү генә. Әлбиттә, үҫештә быныһы ла мөһим. Ләкин дә иң мөһимерәге — һаман да шул оран, шул саҡырыу баш осонда эленеп тора: милләттәштәр, башҡорттарым, үрсейек, үрсейек!
Ринат КАМАЛ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.