Халыҡ һаны артамы?..11.09.2015
Халыҡ һаны артамы?.. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йыл баштарында, Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты хаҡында декларация ҡабул ителгәс, “Аҡ тирмә” клубы йыйынында Рәшит Шәкүр башҡорт халҡы алдына ошондай йәшәү программаһы ҡуйғайны.
Егерме биш йыллап ғүмер үтте, нимәгә өлгәштек беҙ? Башҡорттар Рәсәйҙә ике миллионға яҡынлашты, илдә милек эйәһе алмашынды, йәмғиәт ҡоролошо үҙгәрҙе. Әлбиттә, ҡалаларыбыҙ үҫте, күккә ҡалҡты, ә халыҡ етеш йә мул йәшәйме? Колхоз, совхоздарыбыҙ юҡҡа сыҡты, милләттәштәребеҙҙең күбеһе эшһеҙ ҡалды йә, аҡсалы урын эҙләп, Себер яҡтарына сығып китте.


Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең эҙемтәһе үҙен әле оҙаҡ, бик оҙаҡ һиҙҙереп торасаҡ. Рухи өлкәгә килгәндә, шиғырҙар яҙыла, йыр­ҙар йырлана: башҡорт — шағир халыҡ, йыр­сы халыҡ. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, баш­ҡорт һунарсы ла, яугир ҙә булараҡ та­нылған бит. Яңы заманда уның был сифаттары кәрәкмәй булып сығамы? Һунарсылыҡ, осҡорлоҡ капитализмда кәрәкмәйме ни, яҙмыш яланын иңләгәндә ҡыйғыр бөркөт ише табышыңды аңдыу, ҡулға эләктереү һымаҡ сифаттар бушҡа булып сығамы?
Хәҙер шундай хәлгә дусар булдыҡ. Әлбит­тә, был яңылыҡ түгел, һәр бер “яңы” тигән нәмә иҫкенең яңыса һынланышы ғына булып сыға. Әүәл Мәскәү дворяндары, генералдары тегенән тороп ҡына Баш­ҡорт­останды “имеп” ятҡан, Аксаков алпауыт ише меңәр дисәтинә уңдырышлы ер биләгән; бында уларҙың “эше”н приказчиктары алып барған – бөгөн иһә республикабыҙҙағы күҙгә күренерлек бар предприятиелар мәскәүҙәр ҡулында: хатта данлыҡлы шәкәр, май-һөт заводтары үҙләш­те­релде. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө капитализм осоронда башҡорттоң үҙенең йүн­ле-башлы байы ла юҡ ул. Шуға улар (булғандары ла) мәҙәниәткә ярҙам итеп бармай йә бай тип тауыш сығарыуҙан ҡурҡа.
Ә тирә-яғыбыҙҙа хәл-әхүәл­дәр шул саҡлы етеҙ үҙгәрә. Ҡарағыҙ күршеләребеҙгә, ҡара­ғыҙ илдәге байҙарға! Рәсәй ни арала икегә айырылды: бер сиктә — сереп байығандар, милләттәштәренән ун дүрт тапҡырға шәп йә­шәү­селәр, балаларын сит илдәрҙә уҡы­тыу­сылар, үҙҙәре Канар утрауында, башҡа ку­рорттарҙа ял итеү­селәр... Рәсәй байҙары бөтә­һен дә уҙҙыра, ә беҙ... Ул әҙәмдәр беҙҙең илде, илебеҙҙең йәмғиәт милкен талап байыған бит.
Батып барған карапты башҡалар ташлап ҡаса: союздаш республикалар шул арала үҙаллылыҡ яуларға, мөстәҡил йәшәргә ынтылды. Ҡарағыҙ, Ҡаҙағстан ҡайһылай үҫте, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан... Хатта тауҙар араһында ятҡан Тажикстанда аҫаба халыҡ күпмегә артты?! Иҫ-аҡыл китмәле: өсәр-дүртәр тапҡырға артты уларҙың халҡы, ә беҙ...
Кеше һанының артыуы — милләттең сә­лә­мәт үҫешенең төп күрһәткестәренең бе­ре­һе. Әлбиттә, күршеләге Татарстан һәм Че­чен республикалары беҙҙең ише үҙ­ал­лы­лыҡ яулай алманы, әммә тау иле ха­лыҡ­та­рында хәҙер — иң юғары үрсем, ут күр­шеләребеҙҙең парламентында татар теле – рәсми тел. Был асыҡ күренеп тора һәм һоҡланыу, көнләшеү хисе уята. Та­тарс­тан­дың бөтә вуздарында ла татар телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәләр, ә беҙҙә... Татарстандың бөтә мәктәптәрендә... Йәнә: хәҙер “Татарстан”ды “Татария” тип әйтеп ҡа­ра... Ә беҙҙең баш ҡалабыҙҙа хатта магазин ҡыйыҡтарына “Башкирия” тип яҙып ҡуялар.
Уҙған егерме биш йыл дәүерҙә ниндәй йыр­ҙар йырланыҡ, ниндәй әҫәрҙәр яҙҙыҡ? Әлбиттә, халҡыбыҙҙың булмышы, менталитеты ла тип ебәрәләр – шағирлыҡ. Ул боронғо сәсәндәр, импровизаторҙар рухынан килә. Беҙҙә халыҡ үлмәгәндә шиғриәт йәшәйәсәк, ә әҙәбиәтебеҙҙең өлгөргәнлеген күрһәткән драматургия менән проза әҫәрҙәре ни эшләр? Дөрөҫөн әйткәндә, һәр әҙәбиәттең өлгөр­гән­ле­ген проза менән драматургияның үҫеше билдәләй бит. Бөтә донъя әҙәбиәте миҫал бы­ға. Әлеге көндә беҙ үҫешкән донъя әҙә­биәттәре менән ярыша алабыҙмы? Үҫешкән әҙәбиәте булһын өсөн шул халыҡтың эсте­тикаһы, йәғни әҙәбиәт фәне, мәҙәниәт тура­һындағы тәғлимәте лә, фәлсәфәһе, тарих фәне лә үҫешкән булырға тейеш... Әлбиттә, асыҡлыҡ йылдарында, үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә башҡорт тарих фәне ныҡ көсәйҙе, элекке тарихи ваҡиғаларға яңы күҙлектән баһа бирелде, әммә эстетика, философия үҫешенең күрһәткесе булған әҙәби тәнҡит ныҡ үҫешә алдымы? Әҙәби тәнҡит әҫәрҙәре йыш баҫылдымы, уларға түләү – гонорар арттымы? “Юҡ” тип яуап бирергә тура килә.
Башҡортостан “Китап” нәшриәте уҙған йыл­дарҙа бер ҙә мандып эшләп китә алманы (ул бюджет иҫәбенә йәшәй), йылдан-йыл республикала әҙәби баҫмалар, дә­­­реслектәр сығарыуға сығымдар әҙәйә ба­ра. Әле совет заманында ла Баш­ҡорт­ос­тан­да китап сығарыу еңелерәк ине, совет баш­ҡорт яҙыусылары шул яҡтан иркенерәк йәшәне. Ә китап сығарыуҙан алған аҡса – яҙыусының төп гонорары, йәшәү сығанағы бит.
Егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫҡас, башҡорт яҙыусылары араһында (аңында) шундай ҡалып нығынды: биш йыл үтмәй тороп китап нәшриәтенә яҡын барма, китабымды үҙ дәүләтем иҫәбенә сығарам тип өмөт тотма!
2014 йылда Төркиәлә ҡаҙаҡ әҙиптәре менән осрашырға тура килде. Ҡәрҙәш­тә­ребеҙ егерме кеше килгән, ә Баш­ҡорт­ос­тандан – өс әҙип. Улар күкрәк киреп йөрөй, әҙиптәр менән бергә Төркиәгә министрын да ебәргәндәр, Ҡаҙағстан —ТӨРКСОЙ ойош­маһына иң күп аҡса индереүсе ил. “Беҙҙә унлаған китап нәшер итеү ойошмаһы бар, Интернетта – үҙаллы портал”, – тип һөй­ләйҙәр. Бик алға китте ҡаҙаҡ дуҫ­та­рыбыҙ, һоҡланабыҙ, көнләшәбеҙ. Ҡасан ғына әле беҙ үҙебеҙҙе улар менән бер тиң милләт тип һанап йөрөй инек...
Хәҙер ҡаҙаҡтарҙың ҡойроҡтарын да тотор­лоҡ түгел. Шуға нисек йәнең әрнемәҫ тә бәғе­рең теленмәҫ. Беҙ бүтәндәрҙән бик артта ҡал­дыҡ. Хәҙер донъя бик тиҙ үҙгәреүсән, төр­лө яҡҡа юлдар асыҡ, хатта оло был Ер шары ла бәләкәй генә кеүек күренә башлай. Телә­гәндәр Вашингтонға барып етә, Мичиган штатын һә тигәнсе урап ҡайта. Ошо үҙгәреү­сән донъ­яла юғалмаҫҡа, артта ҡалмаҫҡа, үҙ асы­лыбыҙға хыянат итмәҫкә ине. Ә беҙ “китап сы­ғарыуға аҡса юҡ” тип илап ултырабыҙ. Көлкө.
Эйе, аҡса бар ул. Полицияны, армияны тотоуға миллиардлап һум тотонола, ә бары тик башҡорт китабына, башҡорт телендә сыҡҡан уҡыу әсбаптарына аҡса йәлләйҙәр.
Башҡорт таш түшәһен, урман киҫһен, урам һеперһен – аҡса бар, тик ул уҡымаһын, китап­лы булмаһын! Шулай килеп сығамы?
Яңыраҡ Санкт-Петербург ҡалаһында бу­лыр­ға яҙҙы. Петергофҡа барҙыҡ. Бында Петр I, уның вариҫтарының йәйге рези­ден­цияһы урынлашҡан. Петергоф — данлы фонтандар иле. “Ошонда күпме аҡса өйө­рө­лә, ә һиңә – башҡорт китабына — аҡса юҡ”, – тип үҙемде эстән үсекләйем, бында, Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында, ысын туризм индустрияһы сәскә ата. Әйткәндәй, хәҙерге заманда ҡайһы бер илдәр бары туризм иҫәбенә йәшәй. Был тармаҡ иҫ киткес аҡса, табыш килтерә, ә беҙҙең Баш­ҡортостанда “туризмды үҫтерергә кәрәк” тип күпме һөйләйбеҙ — йөк һаман урынында.
Өфөбөҙҙөң Ленин урамында “Ете ҡыҙ” фонтаны ҡоролғас, халыҡ “Ҡайҙа ул фонтан, ниндәй урамда?” тип эҙләп йөрөй башланы. Афарин шул һәйкәлде ҡойған кешеләргә, етәкселәргә! Афарин Өфөлә тәүләп түләүле туризм ойошторған ойошмаларға! (Бында мин Салауат Юлаев майҙанындағы башҡорт тирмәләре майҙансығын күҙ уңында тотам).
...Бөтәһе лә финансҡа барып тоташа. Санкт-Петербургтағы мөһабәт һәйкәлдәрҙе күрҙек, Эрмитажға, Екатерина һарайы тигән музейға барҙыҡ. Уларҙың барыһы ла Санкт-Петербург ҡаҙнаһын байыта. Ә шулай аҡса эшләгәнсе улар үҙҙәре күпме һәйкәлде һалған, музейҙарҙы һуғыштан һуң яңынан ҡор­ған... Әлбиттә, финанс, аҡса яр­ҙамында... Әлбиттә, элекке Ленинградҡа — бөтә совет кешеләре, Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Петербургка ла тотош ил халҡы ярҙам иткән. Бындағы йәшмә таштар беҙҙең Уралдан ташылған һәм экскурсоводтар хәҙер “ул таштар беҙҙеке, беҙҙең Уралдан килтерелгән” тип һөйләй.
Бөтәһе лә финансҡа бәйле. Мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт финанстан башҡа барлыҡҡа килә алмай. Бөтәһе лә дөрөҫ, әммә һуңғы сиктә барыһы ла халыҡ һанына барып бәйләнә. Бөгөн ҡаҙаҡтар нисә миллион булһа, шул миллиондың ҡулына барыбер миллионлап байлыҡ барып инә. Бына ни өсөн беҙгә Башҡортостан байлығын үҙ ҡулыбыҙҙа тотоу өсөн миллионлап халыҡ кәрәк! Рәсәйҙең Европа яғы менән сағыштырғанда, республикабыҙҙа халыҡ ул саҡлы тығыҙ ултырған тип әйтә алмайбыҙ. Иген баҫыуҙарыбыҙ буш ята, ауылдарыбыҙ ҡорой – ҡайҙа булып бөтөп барабыҙ беҙ, башҡорттар? Ниңә илебеҙҙең ауыл, ҡалаларын тултырмайбыҙ? Башҡорт үҙ илендә йәшәмәй, ул Себер сығып киткән, ул Ямалда, Төмәндә, Нижневартовскиҙа!
Бына ни өсөн Рәшит Шәкүр халҡыбыҙға оран һалды: үрсергә, үрсергә һәм үрсергә! Һуңғы сиктә барыбер халыҡтың һан нисбәте генә бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Рәсәйҙә һәр ваҡыт “демократик централизм” принцибы өҫтөнлөк итте. Йәғни күпселектең тауышы еңә. Рәсәйҙә күпселек, әлбиттә, улар яғында... Шуның өсөн дә ғалимыбыҙҙың был оранын күптәр ыңғай ҡабул итте: беҙгә үрсергә кәрәк, ишәйергә! Беҙгә тиңдәр араһында тиң булып баҫырға морат итте! Нисә быуат инде, ниндәй замандарҙы ғына алмайыҡ, мәсьәләне күпселек хәл иткән. Бигерәк тә бөгөн, Рәсәй Федерацияһында төрлө халыҡтар тығылышып, бер-береһе менән тығыҙ аралашып йәшәгән заманда! Беҙгә үрсергә, ишәйергә, көстәрҙе бергә тупларға кәрәк! Тупланырға, берләшергә, бер-беребеҙҙе күтәрешергә, ҡеүәтләшергә!
Ошо тәңгәлдә бынан егерме биш йыл әүәл Рәшит Солтангәрәев яҙған “Ике дуҫтың береһе ҡол була” тигән мәҡәлә иҫкә төшә. Уны күптәр, Төркиә менән бигүк яҡын­лаш­маҫҡа кәрәк беҙгә, тип аңланы, ә, минеңсә, мәғәнәһе тәрәнерәк ине: беҙгә үҙебеҙҙең көстәрҙе тарҡатмаҫҡа кәрәк, беҙ бүтәндәр — күпселектәр кеүек — бигүк бай түгелбеҙ. Йәштәребеҙҙе Төркиәгә уҡырға ебәреп, уларҙан мәңгегә ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ ихтимал. Төркиәлә, сит илдә уҡыған балаларыбыҙ һуңынан ярлы Башҡортостанға әйләнеп ҡайтмаясаҡ, тип шөбһәләнде олуғ әҙибебеҙ. Ул хаҡлы ине: Төркиәлә уҡығандар, әлбиттә, унда бик ҡалманы, ә бына Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта белем алғандар Баш­ҡорт­ос­тан­ға ҡайтырға бик атлығып бармай, рес­публикабыҙ үҙе лә уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай. Бында уларға яраҡлы эш тә, хеҙмәт хаҡы ла юҡ. Йәштәребеҙ Мәс­кәүҙә ҡала, Мәскәү мәрйәләренә өйләнә, әлеге быуынында булмаһа, киләһе быуынында башҡорт булыуҙан туҡтай. Шунан һуң инде ниндәй фекергә киләһең: йәштәрҙе баш ҡалаға ебәрергә, Мәскәүҙә уҡытып, уларҙың башын ватмаҫҡа мәжбүр булырһың да.
Әүәл дә, әле лә беҙ йәштәребеҙ ситтә уҡый тип маҡтанабыҙ, ә файҙаһы — ташҡа үлсәйем. Ауылда ҡалған, ата-әсәһен ҡараған тракторсы малай Мәскәүҙә профессор булған башҡорттан мең артыҡ! Сөнки ул Мәскәү профессорының башҡортҡа файҙаһы, милләткә мәртәбәһе ҡом бөртөгө саҡлы ғына. Ҡоро исем өсөн, ҡоро маҡтаныу өсөн: балам Мәскәү профессоры булды, ҡыҙым фран­цузға кейәүгә сыҡты, немец менән бай донъя көтә! Башҡорт милләте өсөн уларҙың булғанынан булмағаны...
Шулай итеп, беҙ күпме башҡортто юғал­табыҙ. “Баламды уҡытып боҙҙом” тигәндәре шул була инде. Башҡорт, ысынын әйткәндә, үҙ илендә генә башҡорт. Ул үҙ иленә кәрәк, ситтә ул – олтораҡ.
Шуның өсөн, башҡорттар, үҙ илебеҙҙә бер-беребеҙгә һырығып йәшәйек, ситтә беҙ­ҙе берәмтекләп тарҡатасаҡтар, ситтә беҙ – ҡом өҫтөндәге тамсы... Үҙ илебеҙгә ҡайта­йыҡ, үҙ илебеҙҙе нығытайыҡ. Бында, Баш­ҡорт­останыбыҙҙа, сит бауырҙар дәрәжә билә­гәндә, башҡортто ҡыйырһытҡанда, ҡыҫҡанда күмәк булайыҡ үҙ илебеҙҙә. Күбәйәйек үҙ илебеҙҙә, үрсейек, ишәйәйек үҙ еребеҙҙә.
...Егерме биш йыл үтеп китте. Тағы ла, яңынан-яңы ҡат аңыбыҙҙа “Беҙ был осорҙа нимәгә өлгәштек?” тигән һорау ҡалҡа, әммә унан да һиммәтлерәк һорау шул: “Алдағы егерме биш йылда беҙ нимәгә өлгәшербеҙ?” Әлеге мәл – сирек быуат үтеү – ул үткә­небеҙгә ҡараш ташлау, маяҡтарҙы бил­дәләү генә. Әлбиттә, үҫештә быныһы ла мөһим. Ләкин дә иң мөһимерәге — һаман да шул оран, шул саҡырыу баш осонда эленеп тора: милләттәштәр, башҡорттарым, үрсейек, үрсейек!
Ринат КАМАЛ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.



Вернуться назад