Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижадсылар ҡоро — Әй буйында
Ижадсылар ҡоро — Әй буйында Әҙәбиәттең сиктәрен, тылсымлы һүҙ көсөнөң даирәһен тойорға, күрергә ярҙам итә республикабыҙҙа гөрләп барған “Әҙәби нағыш” марафоны. Яҙыусы һүҙенә, йәнле аралашыуға сарсаған уҡыусы өсөн бынамын тигән сара. Әҙәбиәт йылында үткәрелгән иң күркәм, иң сағыу һәм күп халыҡты йәлеп иткән марафонды райондар көтөп ала.
Сираттағы сәфәр төньяҡ-көнсығыштағы Мәсетле менән Дыуан райондарын шатландырҙы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле прозаик Ринат Камал етәкселегендәге төркөмдә шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Сергей Янаки, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Зәки Әлибаев, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Мөнирә Фәттәхова, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Регина Фазылова ике райондағы ижадсылар, китап һөйөүселәр менән осрашты, емешле эшләне.



Мәсетлеләр Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы үҙенең тәбиғәте, тарихи урындары менән таныштырыуҙан башланы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡа­ди­рова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фуат Ғәлә­үет­ди­нов өфөләрҙе 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан батырҙарға ҡуйылған үҙенсәлекле һәйкәл янында йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, проекттың авторы Марат Ғафаров тарихи мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Мәсетле гимназияһы уҡыусыһы А. Ғәлиәкбәровтың Салауат Юлаевтың шиғырҙарын еренә еткереп һөйләүе осрашыуға йәм өҫтәне. Район халҡы тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә иғтибарлы. Юҡҡа ғынамы ни Мостай Кәримгә тәүге һәйкәл Оло Ыҡтамаҡта барлыҡҡа килгән! Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташын, легендар летчик-штурмлаусы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповты ла ҡәҙерләп ҡунаҡҡа саҡырып торалар.
Мәсетле районында әҙәбиәт һөйөү­селәргә киң бил­дәле Г. Шафиҡованың әҫәрҙәре матбуғатта йыш донъя күрә. Унан тыш, әҙиптәр иғтибарына башҡорт һәм урыҫ телдәрендә тиҫтәнән артыҡ ҡулъ­яҙма тәҡдим ителгәйне. ХI класс уҡыусыһы Илзирә Һаҙыеваның, байтаҡ йыр ижад иткән Илдар Сәлимовтың шиғриәтен Әхмәр Үтәбай ың­ғай баһаланы. Мәктәп уҡытыусыһы Ольга Дәүләтшина, билдәле тәржемәсе, шағир Сергей Янаки үҙ кәңәштәрен бирҙе. “Атайыма аҡ эшләпә, пар таяҡ” китабы авторы Мәүлиҙә Әхмәт­йәнованың прозаһындағы ыңғай яҡтарҙы барыһы ла билдәләп үтте.
Районда ҡәләм тирбәтеүселәр байтаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, ҡасандыр бик уңышлы эшләп килгән “Әй моңдары” әҙәби берекмәһен тергеҙеп, әүҙем ижадсы М. Әхмәтйәнованы етәксе итеп һай­ла­нылар. Артабан әҙәби берекмәгә ҡулъяҙмаларҙы тикшереп, ижади көстәрҙе туплау маҡсаты ҡуйылды.
Ижади марафон икенсе көндө Дыуан районында дауам итте. “Уҡыусы менән ижадсы араһы” тигән исем аҫтында бер нисә сара ойошторолоуы ижади ҡарашты күрһәтә. Тәүҙә район китапханаһында ҡулъяҙмалар тикшерелде. Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлаған Ю. Мешавкинаның шиғри оҫталығын, Мәсәғүт педагогия колледжы уҡытыусы Р. Нәбиуллиндың яҙмаларын­дағы фәлсәфә тәрәнлеген, уҡыусылар А.Гусева менән Е. Ғиндуллинаның үҙен­сәлекле ижади ҡарашын, эшсе Э. Вә­лиәхмәтов менән Р. Бәҙретдинованың ижади офоҡтары киңлеген билдәләп киттеләр.
Дыуан районындағы икенсе осрашыу Иҫке Хәлил ауылында уҙҙы. Әҙәбиәтебеҙгә Низам Ҡәрип, Зөлфиә Ханнанова һәм телсе ғалим Таһир Байышевтарҙы биргән төбәктә осра­шыуҙар йөкмәткеле һәм файҙалы үтте. Ауыл клубы мөдире Мәрфүғә Шутова Т. Байышев төҙөгән 27 быуынлы ырыу шәжәрәһе һәм Иҫке Хәлил мәктәбенең музейы менән таныштырҙы. Мәктәп уҡыусыларының Н. Ҡәриптең пьесаһын сәхнәләштереүе, матур сығыштары сараға төҫ кенә өҫтәне.
Шағирә Зөлфиә Ханнанова мәктәп уҡыусылары араһында әҙәби бәйге үткәргән икән. Унда еңеүсе Айназа Ямалова менән Ләйсән Йәрмөхәмәтованы шағирә ебәргән бүләктәр тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Был төбәктә йәшәүсе Зәлифә Байышева һәм Сания Нафиҡованың шиғырҙарына ла матур-матур кәңәштәр еткерелде.
Дыуан ерендәге “Әҙәби нағыш” үҙ маҡсаттарына өлгәште. Әҙәби берекмә ойоштороп, Рәйсә Бәҙретдинованы етәксе итеп һайланылар. Улар осрашыу урыны итеп район китапханаһын билдәләне. Марафон ойошҡан, файҙалы үтһен өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов, район гәзите мөхәррире Люциә Сабирйәнова күп көс һалған.
Саралар йыр-моң менән оҙатып барылды. Ике райондың да таланттарының сығыштарын халыҡ бик йылы ҡаршы алды. Ҡыйғынан килгән ҡунаҡтар “Ҡатай-Әйле” төркөмөнөң, Илдар һәм Ғәлиә Сәлимовтарҙың сығыштары тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Дыуандарҙың “Метели” халыҡ йыр ансамбле, дәртле бейеүҙәре, Эльдар Вәлиәхмәтовтың оҫта сығыштары әҙәби мөхиткә йәм өҫтәне.
Төньяҡ-көнсығыштың ике районында “Әҙәби нағыш”, тағы ла ижадсылар туплап, халыҡ күңеленә, уҡыусыларына ҙур аҙым яһаны.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782