Әҙәбиәттең сиктәрен, тылсымлы һүҙ көсөнөң даирәһен тойорға, күрергә ярҙам итә республикабыҙҙа гөрләп барған “Әҙәби нағыш” марафоны. Яҙыусы һүҙенә, йәнле аралашыуға сарсаған уҡыусы өсөн бынамын тигән сара. Әҙәбиәт йылында үткәрелгән иң күркәм, иң сағыу һәм күп халыҡты йәлеп иткән марафонды райондар көтөп ала.
Сираттағы сәфәр төньяҡ-көнсығыштағы Мәсетле менән Дыуан райондарын шатландырҙы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле прозаик Ринат Камал етәкселегендәге төркөмдә шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Сергей Янаки, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Зәки Әлибаев, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Мөнирә Фәттәхова, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Регина Фазылова ике райондағы ижадсылар, китап һөйөүселәр менән осрашты, емешле эшләне.Мәсетлеләр Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы үҙенең тәбиғәте, тарихи урындары менән таныштырыуҙан башланы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фуат Ғәләүетдинов өфөләрҙе 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан батырҙарға ҡуйылған үҙенсәлекле һәйкәл янында йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, проекттың авторы Марат Ғафаров тарихи мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Мәсетле гимназияһы уҡыусыһы А. Ғәлиәкбәровтың Салауат Юлаевтың шиғырҙарын еренә еткереп һөйләүе осрашыуға йәм өҫтәне. Район халҡы тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә иғтибарлы. Юҡҡа ғынамы ни Мостай Кәримгә тәүге һәйкәл Оло Ыҡтамаҡта барлыҡҡа килгән! Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташын, легендар летчик-штурмлаусы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповты ла ҡәҙерләп ҡунаҡҡа саҡырып торалар.
Мәсетле районында әҙәбиәт һөйөүселәргә киң билдәле Г. Шафиҡованың әҫәрҙәре матбуғатта йыш донъя күрә. Унан тыш, әҙиптәр иғтибарына башҡорт һәм урыҫ телдәрендә тиҫтәнән артыҡ ҡулъяҙма тәҡдим ителгәйне. ХI класс уҡыусыһы Илзирә Һаҙыеваның, байтаҡ йыр ижад иткән Илдар Сәлимовтың шиғриәтен Әхмәр Үтәбай ыңғай баһаланы. Мәктәп уҡытыусыһы Ольга Дәүләтшина, билдәле тәржемәсе, шағир Сергей Янаки үҙ кәңәштәрен бирҙе. “Атайыма аҡ эшләпә, пар таяҡ” китабы авторы Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың прозаһындағы ыңғай яҡтарҙы барыһы ла билдәләп үтте.
Районда ҡәләм тирбәтеүселәр байтаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, ҡасандыр бик уңышлы эшләп килгән “Әй моңдары” әҙәби берекмәһен тергеҙеп, әүҙем ижадсы М. Әхмәтйәнованы етәксе итеп һайланылар. Артабан әҙәби берекмәгә ҡулъяҙмаларҙы тикшереп, ижади көстәрҙе туплау маҡсаты ҡуйылды.
Ижади марафон икенсе көндө Дыуан районында дауам итте. “Уҡыусы менән ижадсы араһы” тигән исем аҫтында бер нисә сара ойошторолоуы ижади ҡарашты күрһәтә. Тәүҙә район китапханаһында ҡулъяҙмалар тикшерелде. Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлаған Ю. Мешавкинаның шиғри оҫталығын, Мәсәғүт педагогия колледжы уҡытыусы Р. Нәбиуллиндың яҙмаларындағы фәлсәфә тәрәнлеген, уҡыусылар А.Гусева менән Е. Ғиндуллинаның үҙенсәлекле ижади ҡарашын, эшсе Э. Вәлиәхмәтов менән Р. Бәҙретдинованың ижади офоҡтары киңлеген билдәләп киттеләр.
Дыуан районындағы икенсе осрашыу Иҫке Хәлил ауылында уҙҙы. Әҙәбиәтебеҙгә Низам Ҡәрип, Зөлфиә Ханнанова һәм телсе ғалим Таһир Байышевтарҙы биргән төбәктә осрашыуҙар йөкмәткеле һәм файҙалы үтте. Ауыл клубы мөдире Мәрфүғә Шутова Т. Байышев төҙөгән 27 быуынлы ырыу шәжәрәһе һәм Иҫке Хәлил мәктәбенең музейы менән таныштырҙы. Мәктәп уҡыусыларының Н. Ҡәриптең пьесаһын сәхнәләштереүе, матур сығыштары сараға төҫ кенә өҫтәне.
Шағирә Зөлфиә Ханнанова мәктәп уҡыусылары араһында әҙәби бәйге үткәргән икән. Унда еңеүсе Айназа Ямалова менән Ләйсән Йәрмөхәмәтованы шағирә ебәргән бүләктәр тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Был төбәктә йәшәүсе Зәлифә Байышева һәм Сания Нафиҡованың шиғырҙарына ла матур-матур кәңәштәр еткерелде.
Дыуан ерендәге “Әҙәби нағыш” үҙ маҡсаттарына өлгәште. Әҙәби берекмә ойоштороп, Рәйсә Бәҙретдинованы етәксе итеп һайланылар. Улар осрашыу урыны итеп район китапханаһын билдәләне. Марафон ойошҡан, файҙалы үтһен өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов, район гәзите мөхәррире Люциә Сабирйәнова күп көс һалған.
Саралар йыр-моң менән оҙатып барылды. Ике райондың да таланттарының сығыштарын халыҡ бик йылы ҡаршы алды. Ҡыйғынан килгән ҡунаҡтар “Ҡатай-Әйле” төркөмөнөң, Илдар һәм Ғәлиә Сәлимовтарҙың сығыштары тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Дыуандарҙың “Метели” халыҡ йыр ансамбле, дәртле бейеүҙәре, Эльдар Вәлиәхмәтовтың оҫта сығыштары әҙәби мөхиткә йәм өҫтәне.
Төньяҡ-көнсығыштың ике районында “Әҙәби нағыш”, тағы ла ижадсылар туплап, халыҡ күңеленә, уҡыусыларына ҙур аҙым яһаны.