Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ә Мотаһарҙа «туй» ине. Ысын мәғәнәһендә – туй! Ауылда эшһеҙ йөрөгән, аҙыраҡ һалғыларға яратҡан, буйҙаҡ ғүмер кисереүҙе артыҡ күргән, ҡатынынан айырылған барса ир-атты йыйған да өмә үткәрә. Таңдан ҡаҙыҡ ҡағылған урындарҙа ғүмер буйы «урлашып» йыйылған торба бағаналар ҡалҡа бара, аҫлы-өҫлө икешәр кәртә араларын тоташтыра тора, һуңынан кистән генә ферма башынан һүтелгән шифер ҡағыла килә. Көтөү төшөр ваҡыт та етмәне, картуф баҡсаһы ғына түгел, йәшелсә баҡсаһы араһы ла томаланып бөттө. Һуңынан инде унлап мужиктан торған «хор» төнө буйы репертуарын һуҙҙы: кемдер йырлағандай итте, кемдер күкрәгенә һуғып, армияла «духтар»ҙы нисегерәк итеп ҡыуалауы, «дед»тарҙың иманын уҡытыуы тураһында шапырынды, кемгәлер мәрйәләр оҡшай икән, улар ҙа башҡорт егеттәрен үҙ итә, имеш... Иң һуңынан һүҙ сәйәсәткә күсте: «коммунизм» ваҡытында яҡшы инеме, әллә «демократия»ламы, Ленин һыҙған юл дөрөҫ булғанмы, Хрущевтың кукурузы ни тиклем уңыш биргән, Сталинды бөгөн клонлаштырһалар донъя ҡай яҡҡа үҙгәрер ине лә, ниңә беҙҙең өйҙәр емерелә, ә ҡайһы яҡталыр нисәмә быуат элек үк ауа башлаған башня һаман аумай тора... Һәммәһе булды был репертуарҙа, һәммәһе. Ярай әле таң әтәстәре ҡысҡырҙы...

* * *
Ошо төндән һуң өй эйәләре күрешмәне. Дөрөҫөрәге, күрешә алманы. Ҡыҫыҡ булһа ла, һәр береһе үҙ биләмәһе буйлап йүгерҙе: береһе – кәртәнең был яғында, икенсеһе – башҡа яғында. Шулай ҙа тороп ҡалған ярыҡтар тәңгәлендә генә, һүҙ ҡушҡылап, сәләмләшеп алдылар – ни тиһәң дә, күршеләр бит. Күрше хаҡы бар, ғүмерҙәре буйы ата-бабалары сәләмләшеп, бергә-бергә хужаларына, уларҙың малдарына именлек теләне...

* * *
Тартҡылашыуҙар, эстән бер-береһен өнәмәүҙәр, хатта күрә алмауҙар (хәйер, улай тиһәң, асыҡтан-асыҡ талаш, йәмһеҙ­ләшеүҙәр булыр ине. Беҙ уны образлы итеп «күренмәҫ ҡара бесәйҙәрҙең күңелдәрен тыр­науҙары» тип атайыҡ) күпмегә һуҙылыр ине, белмәйем. Бәлки, бер йылға, бәлки, күберәктер, бәлки... Уныһы мөһим түгел. Бына ошо «күңел тыр­нашыуҙары» күпмегә һу­ҙылыр ине икән, әгәр... Әгәр ике өйҙөң береһендә ун дүрт йәшлек малай, икенсеһендә ун өс йәшлек ҡыҙ үҫеп килмәһә...
...Күҙ ҡабаҡтары гер эленгәндәй ауыр булһа ла, йома алмай, булмышына йоҡо баҙары ҡапҡаһын асмай яфаланып ятҡан Нәжмет­диндең ҡолағына ишек шығырлағандай булып ишетелде. Малай еңелсә йомошо менән сыҡҡандыр, тип уйланы ул. Көтөп ятты. Кире инеүсе булманы. Тәүҙә һул аяғын дивандан төшөрөргә уйлап, һуңынан уңына баҫып үҙе ишеккә табан атланы. Эске яҡлап келә эленмәгән...
...Көндөң файҙаға үтеүенә ҡыуанып, ҡатыны ҡосағында бесәй балаһылай ирегән Мотаһар ниңәлер тертләп китте. Бәй, ишек асылып-ябылды түгелме?! Уның ҡулдары кеҫәүғас һәрмәне...
«Ҡытай стенаһы»ның ике яғынан ике ир – кеҫәүғас тотҡан Мотаһар, балта эләктергән Нәжметдин, һаҡ ҡына баҫып, һарай яғына табан атланы. Ике яҡтан ике муйын һуҙылды. Ә унда-а... Араға һалынған ши­ферҙың икеһе алынған да, аҫҡы кәртәһенә парлашып ултырып, йәш йөрәктәр тәүге мөхәббәт диңгеҙендә елкән кирә. Уларға Ҡош юлының меңдәрсә йондоҙо күҙ ҡыҫа, айҙағы Зөһрә ҡыҙ фатихаһын бирә. Тағы ла... Тағы ла ике өйҙөң күҙгә күренмәҫ изге эйәләре, йәштәргә бәхет теләп, һоҡланып баҡҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780