Күрше хаҡы05.09.2015
Ә Мотаһарҙа «туй» ине. Ысын мәғәнәһендә – туй! Ауылда эшһеҙ йөрөгән, аҙыраҡ һалғыларға яратҡан, буйҙаҡ ғүмер кисереүҙе артыҡ күргән, ҡатынынан айырылған барса ир-атты йыйған да өмә үткәрә. Таңдан ҡаҙыҡ ҡағылған урындарҙа ғүмер буйы «урлашып» йыйылған торба бағаналар ҡалҡа бара, аҫлы-өҫлө икешәр кәртә араларын тоташтыра тора, һуңынан кистән генә ферма башынан һүтелгән шифер ҡағыла килә. Көтөү төшөр ваҡыт та етмәне, картуф баҡсаһы ғына түгел, йәшелсә баҡсаһы араһы ла томаланып бөттө. Һуңынан инде унлап мужиктан торған «хор» төнө буйы репертуарын һуҙҙы: кемдер йырлағандай итте, кемдер күкрәгенә һуғып, армияла «духтар»ҙы нисегерәк итеп ҡыуалауы, «дед»тарҙың иманын уҡытыуы тураһында шапырынды, кемгәлер мәрйәләр оҡшай икән, улар ҙа башҡорт егеттәрен үҙ итә, имеш... Иң һуңынан һүҙ сәйәсәткә күсте: «коммунизм» ваҡытында яҡшы инеме, әллә «демократия»ламы, Ленин һыҙған юл дөрөҫ булғанмы, Хрущевтың кукурузы ни тиклем уңыш биргән, Сталинды бөгөн клонлаштырһалар донъя ҡай яҡҡа үҙгәрер ине лә, ниңә беҙҙең өйҙәр емерелә, ә ҡайһы яҡталыр нисәмә быуат элек үк ауа башлаған башня һаман аумай тора... Һәммәһе булды был репертуарҙа, һәммәһе. Ярай әле таң әтәстәре ҡысҡырҙы...
* * *
Ошо төндән һуң өй эйәләре күрешмәне. Дөрөҫөрәге, күрешә алманы. Ҡыҫыҡ булһа ла, һәр береһе үҙ биләмәһе буйлап йүгерҙе: береһе – кәртәнең был яғында, икенсеһе – башҡа яғында. Шулай ҙа тороп ҡалған ярыҡтар тәңгәлендә генә, һүҙ ҡушҡылап, сәләмләшеп алдылар – ни тиһәң дә, күршеләр бит. Күрше хаҡы бар, ғүмерҙәре буйы ата-бабалары сәләмләшеп, бергә-бергә хужаларына, уларҙың малдарына именлек теләне...
* * *
Тартҡылашыуҙар, эстән бер-береһен өнәмәүҙәр, хатта күрә алмауҙар (хәйер, улай тиһәң, асыҡтан-асыҡ талаш, йәмһеҙләшеүҙәр булыр ине. Беҙ уны образлы итеп «күренмәҫ ҡара бесәйҙәрҙең күңелдәрен тырнауҙары» тип атайыҡ) күпмегә һуҙылыр ине, белмәйем. Бәлки, бер йылға, бәлки, күберәктер, бәлки... Уныһы мөһим түгел. Бына ошо «күңел тырнашыуҙары» күпмегә һуҙылыр ине икән, әгәр... Әгәр ике өйҙөң береһендә ун дүрт йәшлек малай, икенсеһендә ун өс йәшлек ҡыҙ үҫеп килмәһә...
...Күҙ ҡабаҡтары гер эленгәндәй ауыр булһа ла, йома алмай, булмышына йоҡо баҙары ҡапҡаһын асмай яфаланып ятҡан Нәжметдиндең ҡолағына ишек шығырлағандай булып ишетелде. Малай еңелсә йомошо менән сыҡҡандыр, тип уйланы ул. Көтөп ятты. Кире инеүсе булманы. Тәүҙә һул аяғын дивандан төшөрөргә уйлап, һуңынан уңына баҫып үҙе ишеккә табан атланы. Эске яҡлап келә эленмәгән...
...Көндөң файҙаға үтеүенә ҡыуанып, ҡатыны ҡосағында бесәй балаһылай ирегән Мотаһар ниңәлер тертләп китте. Бәй, ишек асылып-ябылды түгелме?! Уның ҡулдары кеҫәүғас һәрмәне...
«Ҡытай стенаһы»ның ике яғынан ике ир – кеҫәүғас тотҡан Мотаһар, балта эләктергән Нәжметдин, һаҡ ҡына баҫып, һарай яғына табан атланы. Ике яҡтан ике муйын һуҙылды. Ә унда-а... Араға һалынған шиферҙың икеһе алынған да, аҫҡы кәртәһенә парлашып ултырып, йәш йөрәктәр тәүге мөхәббәт диңгеҙендә елкән кирә. Уларға Ҡош юлының меңдәрсә йондоҙо күҙ ҡыҫа, айҙағы Зөһрә ҡыҙ фатихаһын бирә. Тағы ла... Тағы ла ике өйҙөң күҙгә күренмәҫ изге эйәләре, йәштәргә бәхет теләп, һоҡланып баҡҡан.